Башҡортостан 2020 йылда Рәсәй төбәктәрендә сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингында беренсе урынды яуланы. Рейтинг һөҙөмтәләрен бөгөн Екатеринбургта үткән 11-се “Иннопром” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә иғлан иттеләр.
Икенсе урында – Калуга, өсөнсөлә – Тула өлкәһе. Рейтингтың дүртенсе баҫҡысын Краснодар крайы алды. Күрше Татарстан – алтынсы урында.
“Иннопром” эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнаша. Ул федераль Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына ауыр пандемия осоронда ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәт әйтте.
“Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы сәнәғәтебеҙҙе үҫтереү өсөн яңынан-яңы ярҙам сараларын даими тормошҡа ашыра. Әлбиттә, республикала бының өсөн бөтә шарттар бар. Министрлыҡ махсус иҡтисади зона ойоштороуыбыҙҙы хуплап сыҡты, беҙҙә биш йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе эшләй. Республикала власть менән предприятиелар директорҙары араһында һөҙөмтәле эшмәкәрлек яйға һалынған. Беҙ “Ростех”, “Газпром”, Урал тау-металлургия компанияһы, “Роскосмос” менән даими эш төркөмдәре төҙөнөк. Улар менән даими хеҙмәттәшлек алып барабыҙ һәм һәр йәһәттән ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ”, – тине Радий Хәбиров.
Ул шулай уҡ “Инвестиция сәғәте”, “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” практикаһы тураһында һөйләне. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, республиканың беренсе урынға лайыҡ булыуы – урындағы предприятие директорҙары хеҙмәте һөҙөмтәһе. “Беҙҙең өсөн был – оло мәртәбә, төбәктәр араһында конкурентлыҡтың ҙур булыуын аңлап, юғары урындар өсөн артабан да көрәшәсәкбеҙ”, – тине Радий Хәбиров.
Мәғлүм булыуынса, “Иннопром” халыҡ-ара күргәҙмәһе – Рәсәйҙәге төп индустриаль, сауҙа һәм экспорт майҙансығы. Ул “Екатеринбург-Экспо” халыҡ-ара күргәҙмә үҙәгендә йыл һайын уҙғарыла. Быйыл күргәҙмәнең партнеры – Италия.
Фото: bashinform.ru/news.
Сығанаҡ: bashinform.ru/news.