Бөгөн Екатеринбургта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Иннопром-2021” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе эшендә ҡатнашты. Республика делегацияһына шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, иҡтисад, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев, Башҡортостандағы үҫеш институттары һәм сәнәғәт предприятиелары етәкселәре инде.
“Иннопром” – Рәсәйҙең төп сәнәғәт күргәҙмәләренең береһе. Ул Екатеринбургта 2010 йылдан үткәрелә. Быйыл ул 11-се тапҡыр уҙғарыла. Күргәҙмә экспозицияһы 40 мең квадрат метр майҙанды үҙ эсенә ала. Эш программа 150 саранан тора.
Радий Хәбиров күргәҙмәнең төп стратегик сессияһында ҡатнашты. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин, сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров сессияның төп спикерҙары булды.
– Яҡын арала беҙгә технологик процестарҙы, логистиканы, идара итеү ҡарарҙарын автоматлаштырыу йәһәтенән мөһим аҙым яһарға кәрәк, – тине Михаил Мишустин. – Рәсәй һанлы үҙгәрештәр нигеҙендәге барлыҡ төп өлкәләрҙә тиерлек ҡеүәтле ресурстарға эйә. Сәнәғәтебеҙ Рәсәйҙә генә түгел, сит ил баҙарҙарында конкуренлыҡ ҡеүәһенә эйә булһын өсөн уларҙы ныҡлы файҙаланырға кәрәк.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/143286.html