Иҡтисад
5 Июль 2021, 16:15

Тиҙҙән Өфөлә ретро-трамвайҙар йөрөй башлай

"Биш трамвай һатып алыуға килешеү төҙөйбөҙ. Улар Өфөнөң тарихи өлөшөндә йөрөп, ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы ташыясаҡ".

Бөгөн Екатеринбургта уҙғарылған “Иннопром” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе нигеҙендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Уралвагонзавод” концернты стендын ҡарап сыҡты һәм холдингтың генераль директоры Александр Потапов менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тураһында фекер алышты.
Атап әйткәндә, “Уралвагонзавод” Белореттағы Урал пружиналар заводында яңы заказдар урынлаштырырға ниәтләй.
Һөйләшеүҙең йәнә бер темаһы – Өфөлә һәм Салауатта трамвай паркын яңыртыу. “Уравагонзавод” республика етәксеһенә 71-415Р маркалы бер секциялы түбән иҙәнле трамвай ретро-вагонын күрһәтте.
– Бөгөн “Уралвагонзавод”ында ғәҙәти булмаған ретро-трамвай эшләгәндәрен күрҙем. Күргәҙмәнән һуң Өфөнөң 450 йыллығына ошондай вагондар һатып алыу мәсьәләһен тикшерәбеҙ. Биш трамвай һатып алыуға килешеү төҙөйбөҙ. Улар Өфөнөң тарихи өлөшөндә йөрөп, ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы ташыясаҡ, – тине Радий Хәбиров.
– Башҡортостан – беҙҙең күптәнге ышаныслы партнерыбыҙ, – тине “Уралвагонзавод”тың генераль директоры Александр Потапов. – Республика менән пландарыбыҙ күп. Уларҙы һөҙөмтәле итеп тормошҡа ашырырбыҙ.
Мәғлүм булыуынса, быйыл апрелдә Радий Хәбиров һәм Александр Потапов “Уралвагонзавод” корпорацияһы составына ингән Ишембай “Витязь” машиналар эшләү компанияһына барғайны. Унда республика менән илдең төп машиналар эшләү предприятиеларының береһе араһындағы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре ҡаралды.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/143295.html
Сығанаҡ: glavarb.ru
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас