Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика сәнәғәтендәге уңыштар тураһында яҙып сыҡты.
“Йәнә Башҡортостан иң яҡшыһы! Бөгөн Екатеринбургта үткән “Иннопром” халыҡ-ара күргәҙмәһе майҙансығында беҙ төбәгебеҙҙәге сәнәғәт тармағының юғары ҡеүәтен сираттағы тапҡыр раҫланыҡ. Республикабыҙ 2020 йылды Рәсәй төбәктәрендә сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингында беренсе урынды яуланы.
Рейтинг илдең Сәнәғәт министрлығы методикаһы буйынса тәүге тапҡыр төҙөлдө һәм төбәктәге иҡтисади үҫеште, сәнәғәтте үҫтереү институттары эшмәкәрлеген, уға күрһәтелгән дәүләт ярҙамын, бизнестың эш әүҙемлеген, шулай уҡ Рәсәйҙең Сәнәғәтте үҫтереү фонды менән үҙ-ара эш итеүҙе сағылдырған 40 күрһәткесте иҫәпкә ала.
Рейтингта юғары позициялар – идара итеү командаһының ғәйәт ҙур тырышлығы һөҙөмтәһе, ҡатмарлы пандемия шарттарында беҙ Башҡортостандағы индустриаль тармаҡтарҙың үҫеш темпын һаҡлап ҡалдыҡ. Быйыл биш айҙа сәнәғәт етештереү индексы беҙҙә 101,5 процент тәшкил итте. Айырыуса эшкәртеүсе производстволар ҡыуандыра – плюс 6,5 процент. Беҙҙең өсөн был бик мөһим, сөнки тулайым төбәк продуктының өстән бер өлөшө тап уларға тура килә.
Сәнәғәтселәребеҙгә ярҙам күрһәтеү йәһәтенән байтаҡ эшләйбеҙ. Инвестиция сәйәсәтенең яңы алымдарын ғәмәлгә индерәбеҙ. Инфраструктур бюджет кредиттары һәм облигациялары программалары нигеҙендә федераль аҡсаны йәлеп итәбеҙ. Рейтингтың юғары һөҙөмтәләре ошо эште әүҙемләштерергә мөмкинлек бирәсәк.
Иң уңышлы миҫалдарҙың береһе – Күмертау авиация предприятиеһы. Үҙенсәлекле производство бер нисә йыл ауыр финанс-иҡтисади хәлдә булды, заказдарға ҡытлыҡ кисерә ине. “Ростех” дәүләт корпорацияһы менән берлектәге эш һөҙөмтәһендә беҙ заводты һаҡлап ҡалып, модернизация башланыҡ. Күмертау предприятиеһының заманса вертолет техникаһына бөгөн Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә ихтыяж ҙур.
Республиканың Сәнәғәтте үҫтереү фонды тураһында айырым әйтергә теләйем. Ул предприятиеларыбыҙға ике миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәтте һәм былтырғы йомғаҡтар буйынса төбәк фондтарының дөйөм Рәсәй рейтингында икенсе урынды яуланы.
Һәм, әлбиттә, “Иннопром” майҙансығына сәфәр – республикабыҙҙы, уның ҡеүәтен сираттағы тапҡыр танытыу өсөн яҡшы мөмкинлек”, – тип яҙған Радий Хәбиров.