Иҡтисад
6 Июль 2021, 05:50

Хөкүмәт составын тулыландырырға тәҡдим иттеләр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Премьер-министрҙың тәҡдимен хупланы.

Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Премьер-министр Андрей Назаров республика Хөкүмәтенә ҙур һалым түләүселәрҙе индерергә тәҡдим итте.
“Сәнәғәттә ҡайһы бер күрһәткестәрҙе яҡшыртырға, сәнәғәт сәйәсәтенең көн тәртибендә ҡалырға кәрәк. Шуға күрә Хөкүмәт ағзалары иҫәбенә “Башнефть”, “Газпром нефтехим Салауат”, “БСК” кеүек ҙур һалым түләүселәрҙе индерергә тәҡдим итәм. Был предприятиелар етәкселәре Хөкүмәт составына өҫтәлһә, берлектәге эш файҙалыраҡ, ә көн тәртибе сәнәғәт темаларына байыраҡ булыр ине”, – тине Андрей Назаров.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Премьер-министрҙың фекерен хупланы һәм төбәктәге ҙур һалым түләүселәргә тәҡдимде ебәрергә ҡушты.
“Улар беҙҙең менән килешһә, уларҙы Хөкүмәт составына индерербеҙ. Был файҙалы булыр, тип уйлайым”, – тине ул.
Фото: bashinform.ru
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас