Иҡтисад
7 Июль 2021, 12:40

Масштаблы проекттар тормошҡа ашырыласаҡ

7 июлдә Бәләбәй районына эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров масштаблы инвестиция проекттарын тормошҡа ашырған ауыл хужалығы предприятиеларын ҡараны.

7 июлдә Бәләбәй районына эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров масштаблы инвестиция проекттарын тормошҡа ашырған ауыл хужалығы предприятиеларын ҡараны.
Республика етәксеһе Бәләбәй районының Дон ауылы Советы биләмәһендә “Таврос” компаниялар төркөмөнә ҡараған Башҡортостан ит компанияһы 35 мең сусҡа аҫыраласаҡ 3-сө туҡландырыу майҙансығын ҡараны. Был – Шаровка ауылы эргәһендә заманса сусҡасылыҡ комплексын ойоштороу буйынса инвестиция проектының бер өлөшө. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уны 2019 йылдың апрелендә “Инвестиция сәғәте”ндә ҡарағайнылар.
Башҡортостан ит компанияһы генераль директоры Ринат Зәйнуллиндың һөйләүенсә, хаҡы 980 миллион һум булған майҙансыҡта 45 белгес эшләйәсәк. Әҙер продукция яңы ит комбинатына тапшырыласаҡ. Ә уның төҙөлөшө быйыл августа башланасаҡ.
- Был – “Таврос”тың һалынған аҡса күләме 10 миллиард һум булған ҙур инвестиция программаһының бер өлөшө, - тип аңлатты Ринат Зәйнуллин. – Республика Хөкүмәте менән уны тормошҡа ашырыу тураһындағы, үҙ эсенә ит комбинатын барлыҡҡа килтереүҙе алған килешеүгә Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында ҡул ҡуйғайныҡ.
Башҡортостан Башлығына туҡландырыу биналарын һәм заманса технологик ҡорамалдарҙы, шул иҫәптән малды тотоу өсөн климат системаһын, туҡландырыу автоматтарын күрһәттеләр.
- Был – индустриаль малсылыҡ тармағындағы масштаблы проект. Уға яҡшы иҡтисад һалынған, - тине Радий Хәбиров. – “Таврос” компаниялар төркөмө – стратегик һәм ышаныслы партнерҙарыбыҙҙың береһе.
Төбәк етәксеһе Рус Швейцарияһы эргәһендәге “Башҡортостандың төньяҡ баҫыуы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 3,5 мең баш һыйырға иҫәпләнгән малсылыҡ комплексы төҙөлөшө майҙансығын ҡараны. Компания директоры Петр Дубянскийҙың белдереүенсә, проектты тормошҡа ашырыу – башланғыс стадияһында. Ике йылдан һуң комплексты күтәреп бөтөргә ниәтләйҙәр.
Ошонда уҡ Башҡортостан Башлығына Бәләбәйҙә һөт эшкәртеү заводын ойоштороу концепцияһын да күрһәттеләр. Инвесторҙар планлаштырыуынса, “Эконива” бренды аҫтында киң ассортиментлы аҙыҡ-түлек етештереләсәк.
Фото: pravitelstvorb.ru
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас