Иҡтисад
7 Июля 2021, 04:47

Мул һәм етеш йәшәү сере

Билдәле булыуынса, Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексы өлкәһендә яңы программа – табышты арттырыу проекты тормошҡа ашырыла. Ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүҙе, уны һатыуҙы ойоштороуҙы, халыҡты эш менән тәьмин итеүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған был программа нигеҙендә Йылайыр районында ла ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары ойошторола. Райондың күп проекттары, республика конкурсында еңеп, дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшә. Улар – “Форель”, “Йылайыр”, “Башвойлок”, “Патриот” һәм башҡа кооперативтар.

Билдәле булыуынса, Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексы өлкәһендә яңы программа – табышты арттырыу проекты тормошҡа ашырыла. Ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүҙе, уны һатыуҙы ойоштороуҙы, халыҡты эш менән тәьмин итеүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған был программа нигеҙендә Йылайыр районында ла ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары ойошторола. Райондың күп проекттары, республика конкурсында еңеп, дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшә. Улар – “Форель”, “Йылайыр”, “Башвойлок”, “Патриот” һәм башҡа кооперативтар.


Күптән түгел райондың бер яҡ ситендә урынлашҡан Бикйән ауылында уңышлы эшләп килгән “Патриот” кооперативында булдым. Кооператив етәксеһе Венер Тусалин белдереүенсә, 2016 йылда барлыҡҡа килгән кооперативҡа алты крәҫтиән (фермер) хужалығы һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтар инһә, бөгөн 22 кеше кооператив ағзаһы булып тора. Программа буйынса ҡаралған грантҡа ярашлы, 2 миллион 300 мең һумға тирмән, ҡатнаш аҙыҡ әҙерләү цехы, күп функциялы иген таҙартыу ҡоролмаһы һатып алынған.
Күмәк эштең берәгәйле булыуын иҫәпкә алғанда, ҡулланыусылар кооперацияһы системаһын булдырыу буйынса килем килтергән проекттарҙа ҡатнашыуҙың төп бурыстарының береһе – урындарҙа бәләкәй хужалыҡтарҙы үҫтереүҙә ҙур ярҙам күрһәтеү.
Ысынлап та, яңы барлыҡҡа килгән хужалыҡ күпселек осраҡта баҙар иҡтисадында юғалып ҡала йә иһә үҙе етештергән продукцияһын ҡайҙа һатырға, кемгә тәҡдим итергә белмәй. Мәҫәлән, малсылыҡ йүнәлешендә үҙ эшен асыусыларҙың барыһы ла мал һуйыу һәм һөт етештереү цехы аса алмай. Үҫемлекселек тармағын үҙ итеүселәр күп осраҡта игенен ҡайҙа ҡуйырға белмәй аҙаплана. Ә кооператив был осраҡта уларға ярҙам итә, бергә башҡарылған эштең һөҙөмтәһе лә күренә, табышы ла һиҙелә, шуға күрә Бикйән ауылындағы “Патриот” кооперативына фермерҙар, ара алыҫ тип тормайынса, ҡатнаш аҙыҡ йәки он кәрәкһә, тиҙ арала килеп етә.
Тирмәнде йыл әйләнәһенә эшләтеү мөмкин түгел, бының өсөн игендең күп һәм әҙер ондо һатып алыусыларҙың да булыуы мөһим. Әлегә тирмән көн һайын эшләй, уны август айынан тулы ҡеүәтендә эшләтеү ҡарала, әммә был осраҡта ла көҙгө уңыштың нисек булыры үҙ йоғонтоһон бирмәй ҡалмаҫ, ахыры. Тирмән онон һораусылар күп, хатта башҡа район фермерҙары ла килә. Төбәктә Бикйән тирмәненең даны тирә-яҡҡа таралған. Урындағы фермерҙарға игенде арзан хаҡҡа ситкә оҙатҡансы, үҙҙәрендә он итеп тарттырғанда, күпкә отошлораҡ килеп сыға.
Тирмәнсе Дамир Исламғолов­тың уңған ҡулдары халыҡты туҡлыҡлы һәм бәрәкәтле он менән тәьмин итә. Сәғәтенә 400 килограмм игенде эшкәртергә яйланған ҡоролма ярҙамында беренсе һәм икенсе сортлы он махсус тоҡтарға тултырыла. Аҙаҡ уларҙы тегеп, һораусыларға оҙаталар. Бинаның таҙа булыуы шунда уҡ күҙгә ташлана, эргәһендә генә махсус иген һаҡлау келәте урынлашҡан. Бер яҡ ситтәрәк ҡатнаш аҙыҡ әҙерләү цехы төҙөлгән. Бында Илдар Исламғолов тир түгә. Ҡатнаш аҙыҡҡа бигерәк тә һорау ҙур, тик эшләп өлгөрт кенә. Ҡош-ҡорт аҫраусыларға бойҙай, арпа кәбәге (көрпә) кәрәкһә, малсылыҡ, йылҡысылыҡты үҙ итеүселәр күберәк һоло һорай. Бер тоҡ кәбәк, үҙенең составына ҡарап, 600-650-шәр һумдан тәҡдим ителә.
Венер Тусалин – районда үҙ аяғында ныҡлы баҫып торған фермерҙарҙың береһе. Ошо көндәрҙә генә 1086 гектар майҙанда бойҙай, арпа, һоло, етен һәм борсаҡ сәсеүҙе тамамлаған. Төбәктәге тәбиғәт, һауа торошо шарттарын иҫәпкә алып, башҡа йылдарҙан бер аҙ айырмалы, һуңыраҡ ваҡытта шыта торған орлоҡтар сәселгән. Нисек кенә булмаһын, әле аграрийҙар ямғыр яуырын ҙур өмөт менән көтә.
Үрге Ғәле ауылынан район советы депутаты булараҡ та, Венер Юлай улы ауыл биләмәһендә төрлө мәҙәни сараларға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә, ҡыш юлды таҙартыу, яҙын-көҙөн төрлө өмәләр үткәргәндә техника бүлә. Бөтөп барған Бикйән ауылын тергеҙеү, унда эшселәре яңы йорттар төҙөй алһын өсөн уның үҙ пландары бар.
Исҡужа ауылында тыуып үҫкән эшҡыуар әле Йылайырҙа йәшәй, төрлө йүнәлештә үҙ эшен йәйелдергән. Нисек кенә ауыр булмаһын, ауыл халҡына күктән көтөп ултырырға кәрәкмәй, кооперативтарға берләшеп, мул һәм етеш йәшәүҙең яңы юлын өйрәнергә тура килә. Был йәһәттән йылайырҙарҙың тәжрибәһе күптәргә өлгө “Патриот” кооператив ағзалары киләсәктә лә үҙ еренең ысын хужалары, илһөйәрҙәре, эшҡыуарҙары, заман менән йәнәш атлаған ир-уҙамандары булып ҡалыр, тигән ышаныстабыҙ.


Йылайыр районы.
Автор:Кәримә УСМАНОВА
Читайте нас