Республика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса Башҡортостанда төҙөүселәрҙең йөкләмәләрен үтәмәүе һөҙөмтәһендә зыян күргән граждандарҙың боҙолған хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән эш дауам итә.
Нефтекаманың 25-се биҫтәһендә һуңғы күп фатирлы 26-сы йорт файҙаланыуға тапшырылды. Элегерәк уның төҙөүсеһе “Интеграл” акционерҙар йәмғиәте ине. Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов әйтеүенсә, “Интеграл” йәмғиәте ғәмәлдәренән зыян күргән кешеләрҙең проблемаһын хәл итеү өсөн тәүге тапҡыр эште төҙөүсене алмаштырыу юлы менән тамамлау алымы ҡулланылды.
– Беҙ алданған өлөшсөләр мәсьәләһен Рәсәй ҡануниәте менән ҡаралған төрлө алымдар ярҙамында хәл итергә тырышабыҙ. Яңы төҙөүсе – “Нефтекамскстройзаказчик” предприятиеһы ярайһы уҡ ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Нефтекамала дүрт проблемалы йортто һалырға, 249 алданған өлөшсөнөң хоҡуғын тергеҙергә булышлыҡ итте, – тине министр урынбаҫары.
Мәғлүм булыуынса, “Интеграл” Нефтекаманың 25-се биҫтәһендәге 7, 26, 27, 28, 29-сы күп фатирлы йорттарҙың төҙөүсеһе булғайны. Бөлгөнлөккә төшөү сәбәпле, уны “Нефтекамскстройзаказчик” предприятиеһы алмаштырҙы. Ул объекттарҙы төҙөп бөтөүгә 500 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтте. 2019 йылдың сентябрендә яңы төҙөүсе 27, 28-се йорттарҙы файҙаланыуға тапшырҙы. Ул осорҙа 140 ғаилә фатир асҡысын алғайны. Былтыр июндә 29-сы йорт сафҡа инде, 63 өлөшсөнөң хоҡуғы тергеҙелде. Әле иһә һуңғы 26-сы йортто ғәмәлгә индерергә рөхсәт алынды. Тиҙҙән бында 46 кеше өй туйлаясаҡ.
Фото: building.bashkortostan.ru/presscenter/news/379980/
Сығанаҡ: building.bashkortostan.ru