Иҡтисад
8 Июль 2021, 18:00

Башҡортостанда юғары тиҙлекле юл һалына

Был магистраль буйлап Ҡазанға, Екатеринбургка йәки Мәскәүгә сәғәтенә 120 километр тиҙлек менән тотҡарлыҡһыҙ барырға мөмкин буласаҡ.

Башҡортостанда юғары тиҙлекле юл һалынаБашҡортостанда юғары тиҙлекле юл һалына
Башҡортостанда юғары тиҙлекле юл һалына

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоконференция режимында Мәскәү өлкәһендәге Үҙәк ҡулса автомобиль юлының һуңғы өлөшөн файҙаланыуға тапшырыу тантанаһында ҡатнашты. Был урында хәрәкәт башлауға Рәсәй Президенты Владимир Путин фатиха бирҙе.

 

Үҙәк ҡулса автомобиль юлы 13 федераль автомагистралде киҫеп үтә һәм әле файҙаланыуҙа булған М-11 “Мәскәү – Санкт-Петербург” трассаһын төҙөлөп ятҡан М-12 “Мәскәү – Ҡазан – Екатеринбург” менән тоташтырасаҡ. Шулай итеп, Татарстан, Башҡортостан, Пермь крайы һәм Свердловск өлкәһе биләмәләре аша һуҙылған М-12 трассаһының дөйөм оҙонлоғо яҡынса 810 километрға етеүе күҙаллана.

 

Алдан иҫәпләү буйынса, М-12 магистраленең беҙҙең республика буйлап үткән өлөшө 220 километр тәшкил итәсәк, шул иҫәптән М-7 трассаһының 69 километры, реконструкцияланып, уға ҡушылып китергә тейеш. Федераль юлдың Дүртөйлөнән Свердловск өлкәһенең Ачит ҡасабаһына тиклемге ҡалған 150 саҡрымы иһә өр-яңынан төҙөлә.

 

Яңы трассала сәғәтенә 120 километрлыҡ тиҙлек рөхсәт ителәсәк. Шуға уны кешеләргә хәүеф тыуҙырмау маҡсатында ауыл-ҡалаларҙы ҡырҙан уратып һалмаҡсылар.

 

– Тәүҙә, яңы федераль юл беҙгә инмәҫ, тип уйлап, ҡайғырғайныҡ, – тине Радий Хәбиров. – Владимир Владимирович, уның Башҡортостан аша һалыныуы өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! Был бит республикабыҙҙан илдең үҙәгенә табан юлды турайта, төбәктең төньяҡ өлөшөндә иҡтисади үҫешкә этәргес бирә. Әле үк “Автодор” менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барабыҙ, бөтә яҡлап үҙ-ара аңлашыу бар.

 

– Был төҙөлөштә күп нәмә һеҙҙең булышлыҡты талап итәсәк, – тине Владимир Путин. – Бөтә эштәр ҙә һәр саҡ төбәккә бәйле: ер, материалдар...

 

Әйткәндәй, М-12 “Мәскәү – Ҡазан” юлын Екатеринбургка хәтлем оҙонайтыу башланғысын Рәсәй Президенты быйыл апрелдә үҙенең Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә күтәреп сыҡҡайны. Магистралде 2024 йылғаса тулыһынса эшләп бөтөргә ниәтләйҙәр.

 

Фото: 360tv.ru

 

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас