Иҡтисад
8 Июль 2021, 17:45

"XXI быуатта мәғлүмәт базаларын ойоштора алмау оят"

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.

"XXI быуатта мәғлүмәт базаларын ойоштора алмау оят""XXI быуатта мәғлүмәт базаларын ойоштора алмау оят"
"XXI быуатта мәғлүмәт базаларын ойоштора алмау оят"

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.

 

“Эшемдең төп йүнәлештәренең береһе дәүләт аппаратын дебюрократизациялау тип һанағанлығым хаҡында яҙғаным бар ине. Эшҡыуарлыҡ өсөн дә, ябай граждандар өсөн дә түрәләр менән эш итеү мөмкин тиклем еңел, уңайлы булырға тейеш.

 

Күптән түгел беҙҙә ошо темаға сираттағы кәңәшмә үтте һәм унда бына ниндәй проблема хаҡында һөйләштек. Республика түрәләре файҙаланған әлеге база “Берҙәм” тип атала, ә факт буйынса улай түгел. Төрлө ойошмалар граждандарҙан һорап алған мәғлүмәттәр һәр ведомство тарафынан айырым һаҡлана, шуға кешеләр төрлө урындарҙа – башта бер, аҙаҡ икенсе урында – бер үк белешмәне һорау осрағына тарый.

 

Был эш түгел. Мәғлүмәт технологиялары булған XXI быуатта мәғлүмәт базаларын ойоштора алмау оят. Документтар әйләнешенең үҙәкләштерелгән системаһына күсәсәкбеҙ. Барлыҡ мәғлүмәт бер урында һаҡланасаҡ. Килгән документтарҙы йәнә тапшырыу кәрәкмәйәсәк. Әгәр кеше уларҙы бер урынға тапшырған икән, башҡалары ла уларҙы алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Әлеге кеүек тағы ҡағыҙ ебәреү кәрәкмәйәсәк. Ҡарарҙарҙы ҡабул итеү ваҡыты һиҙелерлек үҙгәрәсәк: мәғлүмәт төрлө ойошмалар тарафынан сиратлап түгел, бер үк ваҡытта эшкәртеләсәк. Былтыр инфекция дауаханаларын төҙөгәндә ошондайыраҡ логикаға таяндыҡ.

 

Бынан тыш, кәрәкмәгән ведомство-ара килешеүҙәрҙән ҡотолабыҙ. Уларҙың ҡайһы берҙәре “кәрәк булһа ғына” тип килеп сыҡҡан. Уларҙа реаль йөкмәтке юҡ, ә кешеләрҙең көсөн һәм ваҡытын алалар. Был хаҡта айырым пост яҙырмын әле.

 

Бөйөк рус тарихсыһы Ключевский: “Бюрократия - үҙ эшмәкәрлеге маҡсатын юғалтҡан көс, шуға ул көслө булыуҙан туҡтай”, - тип яҙған. Мин ундай уҡ раҫламайым, сөнки барлыҡ бюрократия ла улай түгел. Икенсе яҡтан, проблеманың үҙ маҡсатын юғалтыу осрағы бар. Кәңәшмәлә: “Был регламент – ә ниңә уны ҡәтғиләнегеҙ? Шул уҡ ваҡытта ниндәй мәсьәләләрҙе хәл иттегеҙ?” – тип һорайым. Бер ниндәй яуап юҡ. Ултыралар. Шулай итеп, проблема бар. Бында Ключевский менән бәхәсләшеп булмай. Әгәр ул бар икән, хәл итәсәкбеҙ. Ниңә һуң беҙ бында улай булғас, эйеме?”

 

Фото: veteranrb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас