Иҡтисад
9 Июль 2021, 17:50

Эшҡыуарҙарға һалымын кире ҡайтаралар

Был, бер яҡтан, ҡайһы бер кәсепселәрҙең “күләгә”нән сығыуына, икенсе яҡтан, эш урындарының һаҡланыуына килтерәсәк, тине вице-премьер.

Эшҡыуарҙарға һалымын кире ҡайтараларЭшҡыуарҙарға һалымын кире ҡайтаралар
Эшҡыуарҙарға һалымын кире ҡайтаралар

Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов етәкселегендә үткән кәңәшмәлә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы мәсьәләләре ҡаралды.

– Бөгөн эске бизнесты үҫтереүгә күберәк аҡса йүнәлтеү мөһим. Социаль йөкләмәләрен теүәл үтәгән эшҡыуарҙарға һалымдарын кире ҡайтарып биреү мөмкинлеген эҙләргә кәрәк, – тине Рөстәм Моратов. – Был, бер яҡтан, ҡайһы бер кәсепселәрҙең “күләгә”нән сығыуына, икенсе яҡтан, эш урындарының һаҡланыуына килтерер ине.

Әлеге сара урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына дәүләт ярҙамы рәүешендә субсидияны уларҙың үткән йылда республика бюджетына түләгән һалымы күләмендә бүлеүҙән ғибәрәт. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Нияз Фазылов әйтеүенсә, бөгөн беҙҙең барлыҡ район һәм ҡалаларҙа ла бизнестың үҫеше өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған, һәр ҡайһыһында ошо йүнәлештәге айырым муниципаль программалар бар. “Минең бизнесым” үҙәгенә мөрәжәғәт итеп, барлыҡ урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ ойошмалары ла ярҙам юллай ала. Беҙҙең дәүләт комитеты эшҡыуарлыҡты яҡлау һәм үҫтереүҙең ғәмәлдәге сараларын системаға һалыуға яңы ҡараш булдырҙы, был концепцияла ил, республика һәм муниципалитет кимәлдәрендәге ярҙам программаларын берләштереү күҙ уңында тотола”, – тине ул.

Кәңәшмәлә социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләһе лә ҡаралды. Бизнес менән мәрхәмәтлелекте бер юлы алып барыусылар йәмғиәт өсөн мөһим булған бик күп социаль һәм мәҙәни бурыстарҙы үтәй, тип билдәләнде. Рөстәм Моратов бындай эшҡыуарлыҡ субъекттарына өҫтәмә ярҙам саралары булдырырға ҡушты һәм әлеге кеүек эшлекле йыйылыштарҙы даими ойошторорға тәҡдим итте.

 

Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас