Иҡтисад
10 Июль 2021, 17:00

Хеҙмәттәшлек ептәре нығый

Андрей Назаров менән Анатолий Сердюков “Газпром трансгаз Өфө” предприятиеһының “Поляна” компрессор станцияһында (Благовещен районында урынлашҡан) эш сәфәре менән булды.

Хеҙмәттәшлек ептәре нығыйХеҙмәттәшлек ептәре нығый
Хеҙмәттәшлек ептәре нығый

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров менән Авиация кластеры дәүләт корпорацияһының индустрия директоры Анатолий Сердюков “Газпром трансгаз Өфө” предприятиеһының “Поляна” компрессор станцияһында (Благовещен районында урынлашҡан) эш сәфәре менән булды.

Авиация кластеры дәүләт корпорацияһының индустрия директоры Анатолий Сердюков белдереүенсә, Ростех стратегияһы граждандар производствоһының үҫешен 50 процентҡка хәтлем еткереүҙе күҙ уңында тота. Өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе – ТЭК компаниялары, шул иҫәптән “Газпром” йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек итеү.

– Был бик етди эш, беҙ хеҙмәттәшлектең юл картаһына ярашлы алға барабыҙ, – тине Анатолий Сердюков. – Бөгөн тап ошо хеҙмәттәшлек сиктәрендә был предприятиеға килдек.

“Газпром трансгазгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Шамил Шәрипов предприятие һәм эш йүнәлештәре тураһында һөйләне.

 

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас