Иҡтисад
11 Июль 2021, 06:00

Өфө ҡалаһы хакимиәтендә – яңы матбуғат хеҙмәте етәксеһе

Уны республикабыҙҙа тәжрибәле һәм көслө журналист тип беләләр.

Өфө ҡалаһы хакимиәтендә – яңы матбуғат хеҙмәте етәксеһеӨфө ҡалаһы хакимиәтендә – яңы матбуғат хеҙмәте етәксеһе
Өфө ҡалаһы хакимиәтендә – яңы матбуғат хеҙмәте етәксеһе
Өфө ҡалаһы хакимиәтендә – яңы матбуғат хеҙмәте етәксеһе
Өфө ҡалаһы хакимиәтендә – яңы матбуғат хеҙмәте етәксеһе

Өфө ҡалаһы мэрияһының матбуғат хеҙмәте етәксеһе билдәле – был яуаплы вазифа 41 йәшлек Тәлғәт Зәйнуллинға йөкмәтелде.

Әлегә хәтлем Тәлғәт Төхвәт улы “Өфө-Алиса” гандбол клубының спорт директоры булған, шулай уҡ “Салауат Юлаев” хоккей командаһының матбуғат хеҙмәте етәксеһе ине. Әйткәндәй, республикала Зәйнуллинды тәжрибәле һәм көслө журналист тип беләләр.

"Тәлғәт Төхвәт улы яңылыҡтар порталында баш мөхәррир, БЮТ каналында алып барыусы, “Беренсе канал” телеканалында үҙ хәбәрсе булып эшләгәндә үҙен һәр йәһәттән дә өлгөр итеп күрһәтте, бик оператив", – тип коллегалары уның хаҡында ыңғай фекерҙәрен әйтте.

Тәлғәт Зәйнуллинға яңы эш урынында тик уңыштар теләйек!

 

Фото: yuldash.com, Өфө ҡалаһы хакимиәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас