

Бөгөндән Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында ауыл хужалығы кооперативтарының матди-техник хәлен нығытыуға гранттар бүлеү буйынса конкурсҡа документ ҡабул итә башланылар. Дөйөм сумма - 100 миллион һум.
Кооперативтар был конкурсты көтөп ала, сөнки тап ошо гранттар ярҙамында етештереү күләмен арттырыу мөмкинлеге бар.
"Комиссия һәр дәғүәсенең проектын ентекле тикшерәсәк. Комиссияның ултырыштары онлайн режимда бара. Уны министрлыҡтың сайтында ҡарап була. Гранттарҙы отҡандар бүленгән аҡсаны һөҙөмтәле файҙаланыр тип өмөтләнәбеҙ", - ти министр урынбаҫары Наил Нуриәхмәтов.
Дәғүәселәр араһында “Исток” кооперативы ла бар. Ул Әлшәй районында 2017 йылда ойошторолған. 2017 йылда ундан ашыу хужалыҡты берләштергәндәр. Тәүҙә ауыл халҡынан һөт йыйыу менән шөғөлләнгәндәр. Матди-техник хәлде нығытҡандан һуң һөт эшкәртеүгә лә тотонғандар. Хәҙер “Исток” ҡаймаҡ, эремсек, ҡатыҡ етештерә. 2019 йылда 10,5 миллион һумлыҡ грант отоп, алға табан ҙур аҙым эшләгәндәр.
"Дәүләт ярҙамын тәүгә алмайбыҙ. Субсидияларҙы йыһазландырыуға тотондоҡ. Бер йылдан тауар әйләнеше үҫте, алға китеш күренә башланы", - ти ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Петр Николаев.
Бөгөн республикала 350 ауыл хужалығы кооперативы бар. Уларҙың һәр береһе үҫеште, тауар әйләнешен арттырыуҙы маҡсат итеп алған.
Фото Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан алынды.