

12 июлдә Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә үткән видеоселектор кәңәшмәһендә республикала туризм үҫеше мәсьәләләре ҡаралды.
"Был мөһим йүнәлештә, киләһе йылда “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектының тормошҡа ашырылыуы менән бәйле, яңы кимәлгә сығырға тейешбеҙ. Беҙҙә Рәсәй һәм сит илдәр туристарын йәлеп итеү өсөн ҙур ҡеүәт бар", - тине Андрей Назаров.
Ул эштең әүҙемләшкәнлеге, 2021 йылдың июлендә Башҡортостандан “Туризм. РФ” корпорацияһына дүрт инфраструктура проекты ебәрелеүе хаҡында белдерҙе. Шулай уҡ республиканың “Балалар туристик кешбэгы” программаһын тормошҡа ашырыу буйынса тәүге биш төбәк араһына инеүе тураһында әйтте.
Быйыл Өфөлә “World Travel Awards” халыҡ-ара премияһы финалын Өфөлә үткәреү планлаштырылған. Ул туризм өлкәһендәге абруйлы премияларҙың береһе иҫәпләнә һәм йыл һайын сәйәхәтселәрҙе йәлеп иткән ҡалаларға, иң яҡшы туристик операторҙарға, авиакомпанияларға, курорттарға, отелдәргә һәм тармаҡтың башҡа вәкилдәренә тапшырыла.
"Дәүләт туризмы комитеты тармаҡта инфраструктураны ойоштороу, республикала уңайлы мөхит булдырыу, “Эске һәм тышҡы туризм үҫеше” дәүләт программаһына ярашлы саралар ойоштороу, үткәреү буйынса әүҙем эш алып бара, - тине Эльмира Туҡанова. – 2021 йылдың мартынан 2035 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһында туризм үҫеше стратегияһы эшләнде. Документ сифатлы, конкурентлыҡҡа һәләтле туристик продуктты, туристик хеҙмәттәрҙән һәр кемдең файҙалана алыуын, эшҡыуарлыҡ үҫеше өсөн шарттар булдырыуҙы күҙаллай".
“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты нигеҙендә макротөбәктәр ойоштороу күҙаллана. Улар туризм үҫеше йәһәтенән әүҙем. Ведомство етәксеһе хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып “Ҙур Урал” туристик макротөбәк проектын эшләй башлаған.
Фото: pravitelstvorb.ru