

Республиканы иген сифатының дәүләт мониторингын үткәреү буйынса пилот проектына индергәндәр.
Илдең биш субъекты иҫәбендә Башҡортостанды ла 2021 йыл игене сифаты дәүләт мониторингын үткәреү буйынса дәүләт проектына индергәндәр. Иген сифатын баһалау үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы директоры Юрий Петровтың белдереүенсә, 2022 йылдың 1 ғинуарынан 520-се федераль закон үҙ көсөнә инә. Уға ярашлы, игенде етештереү, һаҡлау һәм һатыу буйынса барлыҡ этаптарҙы тулыһынса күҙәтеп барған берҙәм мәғлүмәт системаһын булдырыу, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһында мотлаҡ дәүләт мониторингын атҡарыу күҙ алдында тотола. Төбәкте пилот проектына индереү ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәргә тыныс режимда һәм был ябай булмаған мәсьәләне атҡарыуға алдан әҙерлекте күҙаллай.
Билдәләүенсә, игенгә дәүләт мониторингы үҫкән урынында уңышты йыйыу осоронда игендең күләмен, ҡулланыу сифатын анализлауҙы, баһалауҙы тәьмин итә. Мониторингта 11 ауыл хужалығы культураһы ҡатнаша.
Пилот проекты сиктәрендә төбәктә тикшереүҙәрҙе Башҡортостанда иген сифаты үҙәге атҡара. Мониторинг һөҙөмтәләре буйынса өҫтәмә мәғлүмәттәрҙе Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге бирә ала.
Мониторинг һөҙөмтәләре буйынса ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәргә һынау протоколы биреләсәк. Ул иһә ойошторолған федераль мәғлүмәт системаһына индереү өсөн мотлаҡ хеҙмәттәр сифаты гарантияһын тәьмин итәсәк. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Аграр сәнәғәт үҫеше” милли проекты сиктәрендә атҡарыласаҡ.
Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан