Иҡтисад
12 Июль 2021, 17:00

Эш күләме 1,8 тапҡырға артҡан

"Транспорт сәғәте"ндә автомобиль трассаларын реконструкциялау һәм ремонтлау барышы тикшерелде.

Эш күләме 1,8 тапҡырға артҡанЭш күләме 1,8 тапҡырға артҡан
Эш күләме 1,8 тапҡырға артҡан

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Транспорт сәғәте” тәртибендәге тематик кәңәшмәлә автомобиль трассаларын реконструкциялау һәм ремонтлау барышы, шулай уҡ юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу мәсьәләләре тикшерелде.

“Урал яны” федераль автомобиль юлдары идаралығы начальнигы Азамат Илембәтов республика биләмәһе аша үткән федераль трассаларҙы реконструкциялау һәм ремонтлау планын тәҡдим итте. Быйыл ошо маҡсатҡа 14,9 миллиард һум аҡса бүленә, тағы ла 2,2 миллиард һум трассаларҙы тәртиптә тотоуға йүнәлтелә. Төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдарҙы төҙөкләндереүгә 5,2 миллиард һум һалынған. 2020 йыл менән сағыштырғанда, реконструкциялау, ремонтлау күләме 1,8 тапҡырға артҡан.

Әле 95 километрлыҡ федераль автомобиль юлы реконструкциялау стадияһында, шуның 73 километры – М-5 “Урал” трассаһының Благовар, Бүздәк, Иглин, Туймазы һәм Өфө райондарындағы участкалары. 22 километрлыҡ ике участка Дүртөйлө, Кушнаренко, Өфө райондары аша үтә. Быйыл ремонттан һуң 125 километрлыҡ юлды ғәмәлгә индереү күҙаллана.

Бынан тыш, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың М-12 “Мәскәү – Ҡазан” магистрален Екатеринбургҡа тиклем оҙонайтыу тураһындағы күрһәтмәһенә ярашлы, төҙөүселәр 2024 йылға Татарстан менән сиктән алып Дүртөйлөгә тиклем 69 километрлыҡ автомобиль юлын проектларға һәм һалырға тейеш.

Азамат Илембәтов әйтеүенсә, коммуникацияларҙың, атап әйткәндә, үткәргес торбаларҙың күплеге трассаларҙа эште ҡыйынлаштыра. Был бөтә ғәмәлдәрҙе яғыулыҡ-энергетика комплексы менән яраштырыуҙы талап итә.

Республика Башлығы Башҡортостан Хөкүмәтенә яғыулыҡ-энергетика комплексы компаниялары етәкселеге һәм муниципалитет башлыҡтары ҡатнашлығында ҙур транспорт проекттарын тормошҡа ашырыуға арналған республика кәңәшмәһе үткәрергә ҡушты. Азамат Илембәтов шулай уҡ юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу маҡсатында юлдарҙы яһалма яҡтыртыу, тамға һалыу, юл билдәләрен, юл ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын теркәү комплекстарын ҡуйыу буйынса башҡарылған эш тураһында һөйләне. Республика Башлығы күрһәтмәһенә ярашлы, федераль трассаларҙа өҫтәмә рәүештә етешһеҙлектәрҙе теркәү буйынса 12 камера ҡуйылған. 1 сентябргә тиклем уларҙың һанын 100-гә тиклем арттырыу шарт.

 

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/143496.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/143496.html

 

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас