

Бөгөн “Транспорт сәғәте” ултырышында Өфө хакимиәте башлығы Сергей Греков баш ҡалалағы автомобиль юлдарын тәртипкә килтереү һәм төҙөкләндереү тураһында һөйләне.
Уның әйтеүенсә, быйыл Комсомол урамын реконструкциялауҙы һәм Зәки Вәлиди урамында Салауат Юлаев проспекты аша яңы юл айырсаһы төҙөлөшөн тамамлау планлаштырыла. Шулай уҡ Революция урамында, Ибраһимов бульварында һәм башҡаларҙа күләмле ремонт яһала. Бынан тыш, йыл башынан ҡалала юл япмаһындағы һигеҙ меңдән ашыу етешһеҙлек төҙәтелгән. 1600 километрлыҡ урам селтәрен хеҙмәтләндереү өсөн 490 берәмек техника йәлеп ителә. Ул урамдарҙы, тротуарҙарҙы, газондарҙы, йәмәғәт транспорты туҡталыштарын тәртиптә тота.
Республика Башлығы, Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына әҙерләнгәндә төп бурыстарҙың береһе – сифатлы юл, тип билдәләне. Шулай уҡ ҡаланың тарихи үҙәген тәртипкә килтереү мөһим.
Төбәк етәксеһе “Уралвагонзавод” холдингының генераль директоры Александр Потапов менән осрашыуҙа баш ҡаланың тарихи өлөшөндә йөрөйәсәк биш ретро-трамвай һатып алыу хаҡында иҫкә төшөрҙө.
– Беҙ Өфөләге юл инфраструктураһын яҡшыртырға тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Сифатлы юлдар, уңайлы һәм заманса туҡталыш павильондары, хәүефһеҙ йәмәғәт транспорты. Һәм, әлбиттә, һәр ерҙә таҙа һәм тәртип булырға тейеш. Был ҡатмарлы бурыс, әммә уны мотлаҡ үтәргә кәрәк.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/143511.html
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/143511.html