

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты һәм Милли банк финанс ярҙамы буйынса вебинар үткәрә.
Был сара эшҡыуарҙар өсөн уларҙың финанс институттары һәм дәүләт ярҙамы саралары хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе яҡшыраҡ белеүе өсөн уҙғарыла. Шуға һеҙ ҙә уға ҡушыла алаһығыҙ.
Уҡыу буйынса вебинарҙар графигы:
21 июлдә 11-12 сәғәттә “Фермерҙарға һәм аграр предприятиеларға финанслауҙы нисек алырға?” темаһы буйынса;
4 августа 11-12 сәғәттә “Нисек финанс мутлыҡ ҡылыусылары ҡорбаны булмаҫҡа?”;
18 августа 11-12 сәғәттә “Эшҡыуарҙарға ташламалы кредит биреү”;
8 сентябрҙә 11-12 сәғәттә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәрен, облигациялар механизмын файҙаланып финанслау”;
22 сентябрҙә 11-12 сәғәттә “Бизнес үҫешенең төрлө этаптары өсөн финанс инструменттары”.
Вебинарҙар ZOOM платформаһында үтәсәк. Сараларға һылтанмалар улар үтер алдынан республиканың Ауыл хужалығы министрлығы сайтында биреләсәк. Ә ҡайһы бер темаларҙың көнүҙәклеген иҫәпкә алып, датаһының үҙгәртелеүе ихтимал. Әйткәндәй, ошондай сараларҙың ойошторолоуы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ ҡыла.
Фото: республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан