

Дәүләт Думаһы Рәсәй Енәйәт кодексының228-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында закон ҡабул итте. Һүҙ бында һаҡһыҙлыҡ буйынса наркотик саралар һәм психотроп матдәләр әйләнеше ҡағиҙәләрен боҙған медицина хеҙмәткәрҙәрен енәйәт яуаплылығынан азат итеү тураһында бара.
Яңы нормалар Башҡортостан медицина хеҙмәткәрҙәренә лә ҡағыла. Һәр осраҡты ведомство-ара комиссиялар тикшерәсәк, уларҙың эшмәкәрлеген Һаулыҡ һаҡлау һәм Эске эштәр министрлыҡтары медицина берләшмәһе вәкилдәре менән берлектә көйләйәсәк. Был үҙгәрештәр һаҡһыҙлыҡ арҡаһында наркотик һәм психотроп матдәләр әйләнеше ҡағиҙәләрен боҙған табиптарға, башҡа медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡарата енәйәт закондарын гуманлаштырыуға йүнәлтелгән. Мәҫәлән, осраҡлы рәүештә наркотиклы йәки психотроп матдәле ампуланы ватҡан, иҫәпләгәндә хаталанған, яңылышлыҡ менән ташыу һәм һаҡлау ҡағиҙәләрен боҙған хәлдәр күҙ уңында тотола.
Был законға тиклем көслө тәьҫир итеүсе матдәләр әйләнеше ҡағиҙәләрен боҙған өсөн өс йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡарала ине. Эштән бушатылыу, осраҡлы хата ебәреү хәүефе табиптарҙы эҙәрләп килде, бындай препараттарҙы пациенттарға яҙып биреү хеҙмәткәрҙәрҙә йыш ҡына ҡурҡыу тойғоһо тыуҙырҙы.
“Хәҙер енәйәт яуаплылығы бөтөрөлдө, әммә индерелгән үҙгәрештәр наркотик сараларҙы һәм психотроп матдәләрҙе юғалтҡан өсөн дисциплинар йәки матди яуаплылыҡтан ҡотҡармай”, – тине Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин.
Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне.