Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Июль , 21:45

Бөрйәнгә туристар ҡыш та барасаҡ

Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы Әбйәлил, Бөрйән, Хәйбулла райондары вәкилдәре менән осрашты.

Бөрйәнгә туристар ҡыш та барасаҡ

Республиканы үҫтереү корпорацияһы бизнес-шерифтар менән осрашыуын дауам итә. Бөгөн ошондай сара Әбйәлил, Бөрйән, Хәйбулла райондары вәкилдәре менән онлайн тәртиптә үтте.

"Бөрйән районының туристик ҡеүәтен иҫәпкә алып, ҡыш Ағиҙел йылғаһы буйлап экскурсиялар ойоштороу кәрәк тип уйлайым. Был бик үҙенсәлекле һәм беҙҙең төбәктә тормошҡа ашырырлыҡ. Туристар беҙгә йәйгеһен генә түгел, ҡыш та киләсәк. Бының өсөн аэросаналар, ҡаргиҙәрҙәр кәрәк буласаҡ. Боҙ буйлап Шүлгәнташ мәмерйәһенә барыу, юл буйында глэмпингтарға инеп йылыныу, сәй эсеү мөмкинлегенән файҙаланыу тәбиғәт һөйөүселәр күңеленә хуш килер тип уйлайым. Туристарҙың һанын арттырып, эш урындары булдырыу мәсьәләһен дә хәл итәсәкбеҙ. Корпорация белгестәре ошо йүнәлештә эшләйәсәк инвесторҙарҙы эҙләй башланы", - ти Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов.

Әбйәлил районының бизнес-шерифы Руслан Хәлилов билдәләүенсә, был төбәк ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә күп көс һала. “Бөгөн күп тармаҡлы сәнәғәт майҙансығы бар. Шуны һөҙөмтәле файҙаланырға кәрәк”, - ти ул.

Уның сығышын тыңлағандан һуң Наил Ғәббәсов был майҙансыҡта индустриаль парк асыу мөмкинлеген ҡарарға кәңәш итте, районда туризмды үҫтереү буйынса эшкә ыңғай баһа бирҙе. Яҡтыкүл эргәһендә глэмпингтар ҡуйыу кәрәклеген дә билдәләне.

Хәйбулла районы вәкиле Наил Байғусҡаров иһә урындағы инвестиция майҙансыҡтары тураһында ентекле һөйләне. Үҫеш корпорацияһы был өлкәлә лә инвесторҙар менән ярҙамға килергә әҙер.

Бөгөн Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһында 90-дан ашыу инвестиция проекты бар. Белгестәр проекттарҙы башланғандан алып аҙағынаса оҙата бара. Инвесторҙар өсөн мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса ҡарарға була: kr-rb.ru.

 

фото: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52099

 

Автор:Лилия Нуретдинова