Иҡтисад
13 Июль 2021, 12:54

“Беҙ тағы ла “ҡыҙыл зона”ла…”

Өсөнсө тулҡынға әҙер булырға тейешбеҙ

Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре коронавирус инфекцияһы таралыуының өсөнсө тулҡынын һағайып көтә. Рәсәйҙең эре ҡалаларында вирустың ҡуҙғып китеп, сирлеләр һәм үлем осраҡтарының артыуына килтереүе хәүефтең бик яҡында булыуын иҫкәртә. Өҫтәүенә 29 июндә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһын борсоуға һалған коронавирустың яңы варианттарының береһе “Дельта-плюс”тың Рәсәйҙә табылыуы һәм тарала башлауы раҫланды. Был хаҡта “Роспотребнадзор” етәксеһе Анна Попова белдерҙе. Был штамдың Ухань вирусына ҡарағанда ла зәһәрерәк, йылғырыраҡ, яуызыраҡ зәхмәт икәне яҡшы билдәле. 

Башҡортостан сир күрһәт­кестәре буйынса илдә 82-се урынды биләһә лә, вирусты йоҡ­тор­ғандарҙың, пневмония менән сирләгәндәрҙең көндән-көн артыуы һиҫкәндермәй ҡалмай. 

Республиканың һаулыҡ һаҡлау тармағы яңы тулҡынды ҡаршы­ларға әҙерләнә, сөнки эпидемиологик хәлдең көтмәгәндә кинәт ҡатмарланып китеүе ихтимал. Ғәҙәти эш тәртибенә күскән дауаханаларҙа хәҙер инде ковидты эләктергән ауырыуҙар өсөн бүлексәләр, койка-урындар әҙерлә­нә, санитария-гигиена саралары, дарыуҙар менән тәьмин ителә. 1 июлдән йәнә стационарҙарға 250 койка өҫтәлде. 

…Беҙ бөгөн Дим районының клиник ҡала дауаханаһында. Белеүебеҙсә, ул ошо көндәрҙә йәнә ковид-госпиталгә әүерелде. Коридорҙар бушап ҡалған, дауа­ланған пациенттарҙың күбеһе өйҙәренә оҙатылған. Ошо көндәрҙә ауыр сирлеләрҙең иркен бокстар­ҙағы урындарҙы алыуы ихтимал. Хәйер, пандемияға ҡаршы көрәш шарттарында сынығыу үткән медицина учреждениеһы көтөлмәгән һынауҙарҙы ла лайыҡлы уҙа алыуын иҫбатланы ла инде. 

Баш ҡалалағы иң көслө, 65 меңгә яҡын кешене хеҙмәтлән­дергән дауахананың йәнә ковид-госпиталгә әүерелеүе һөйөнөслө ваҡиға булмаһа ла, эпидемиологик хәлдең яҡын арала ҡатмарланыу ихтималлығы бының берҙән-бер дөрөҫ ҡарар икәнлеген раҫлай. Медицина фәндәре докторы Фәнил Шәмиғолов етәкселегендәге дауахана коллективы һөнәри яҡтан әҙерлекле, төрлө маҡтаулы, абруйлы исемдәргә лайыҡ табиптары, шәфҡәт туташтары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Коллектив маһир, тәжрибәле медицина хеҙмәткәрҙәре иҫәбенә даими тулылана бара. 

Был юлы дауаханала күптәнге танышыбыҙ, Ғафури районы егете, һаулыҡ һаҡлау тармағында ике тиҫтә йылға яҡын эшләгән терапия бүлеге мөдире Руслан Мансур улы Ғүмәровты тап иттек. Был дауа­ханаға эшкә килгәнгә тиклем Башҡортостан дәүләт медицина университеты клиникаһының ойоштороу-методика бүлеге мөдире, ошо дауахана нигеҙендә асылған ковид-госпиталдең етәксеһе булыуын да яҡшы беләбеҙ. Бөгөн ул яңы вазифала – терапия бүлеге мөдире, “ҡыҙыл зона”ла ҡаты сиргә ҡаршы көрәштең алғы һыҙығында мул тәжрибә туплаған табип һәм кәңәшсе. “Ҡарасәй-Черкес Респуб­ликаһының атҡаҙанған табибы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған яҡташыбыҙ беҙҙе ҡыҙыҡ­һындырған һорауҙарға тулы яуап бирергә тырышты.

– Руслан Мансур улы, халыҡ бер аҙ хәүефтән арынып, йәмле йәй көнөндә тын алырға ла өлгөрмәне, тағы “өсөнсө тулҡын” менән ҡурҡытаһығыҙ… Һуңғы осорҙа коронавирусты эләктергән­дәрҙең арта башлауы шуға сәбәпсеме әллә?

– Республиканың медицина тармағы коронавирус инфекция­һының өсөнсө тулҡынын ҡаршы­ларға етди әҙерлек башланы, тип әйтә алам. Вакцина яһатыуҙы ойоштороу буйынса Башҡортостан илдә алтынсы урында килә, кешеләр ҙә аңлы рәүештә прививка эшләтеү яғында, сөнки һәр вирустың тулҡын-тулҡын булып килеүе фәндә күптән иҫбатланған. 

Былтыр март-апрель айҙарында башланған эпидемия тулҡыны баҫылыу менән халыҡ тынысланып, тын алып ҡалғандай булғайны. Бөттө был яуыз вирус, еңелде, тип уйланыҡ. Битлек кейеүҙе, дистанция тотоуҙы оноттоҡ. Ә вирус, әйтерһең дә, шуны ғына көтөп торған, хәл йыйып алып, ғәйрәт­ләнеп яңынан көсәйә башланы. Сентябрь-октябрь айҙарында бөтә дауаханалар сирлеләр менән тулды. 

Февралдә вирустың таралыуы бер аҙ баҫылып, көсһөҙләнеп ҡалғандай тойолдо, әммә йәй айҙарында уның ил буйынса кинәт ҡуҙғып киткәнен күрҙек. Сәбәбе билдәле инде – санитария-гигиена талаптарын һанға һуҡмай, битлек кеймәй башланыҡ, дуҫ-иштең күңелен ҡырмайым, тип ҡунаҡ-төшөмгә йөрөйбөҙ, сит илдәргә юл тотабыҙ, хәүефте күҙең менән күрмәгәс, бер ниҙән дә ҡурҡмайбыҙ, йәнәһе, ҡыйыубыҙ. 

– Пандемия башланған осор менән сағыштырғанда, хәҙер медицина хеҙмәткәрҙәре лә үҙҙәрен тынысыраҡ, ышаныс­лыраҡ той­ғандай…

– Һис һүҙһеҙ, шулай, сөнки беҙ “дошман”ды танырға, “йомшаҡ” яҡтарын тойорға өйрәндек. Хәтерләйһегеҙҙер, пандемияның тәүге тулҡынын етди әҙерлекһеҙ ҡаршы алдыҡ: санитария-гигиена, һаҡланыу саралары етешмәй, дауалауҙың аныҡ регламенты юҡ… Бөгөн дауалауҙың 11-се версияһын үҙләштерҙек. Йыл буйы ауырыу­ҙарҙы дауалау регламенты даими яңырып торҙо. 

Беҙ, табиптар, тәүгеләрҙән булып вакцина яһаттыҡ. Һеҙҙе лә үҙегеҙҙе сирҙән һаҡлау, “ҡыҙыл зона”ға эләкмәү өсөн прививка ҡаҙатырға саҡырам. Әлегә унан да ышаныслыраҡ ғәмәл юҡ. 

– Руслан Мансур улы, Дим районы дауаханаһы йәнә ковид-госпиталь ролен үтәйәсәк. Һеҙ хәҙер апрель айынан яңы вазифала – терапия бүлеге етәксеһе. Ҡыҫҡаса әйткәндә, пандемия башланғандан алып һеҙ – “ҡыҙыл зона”ла. Башта Баш­ҡорт­остан дәүләт медицина университетының клиникаһын­да тәүге ауыр сирлеләрҙе ҡабул итһәгеҙ, аҙаҡ Ҡарасәй-Черкес Республикаһы һәм Владимир өлкәһенең ковид-госпитал­дә­рендә мәкерле сир менән йөҙгә-йөҙ осраштығыҙ, тәжрибә уртаҡ­лаш­тығыҙ. Иң ауыр, көсөргәнеш­ле мәл һеҙҙең өсөн ҡайҙа булды? 

– Әлбиттә, билдәһеҙлек, өмөтһөҙлөк йәнде ҡыйған ауыр мәлдәрҙе эпидемияның тәүге осоронда кисерергә тура килде. Бығаса күрмәгән-белмәгән вирус менән яҡындан танышыу, өйрәнеү мөмкинлеге аҙ булғанлыҡтан, ауырыуҙарҙы нисек дауалау, ниндәй дарыуҙар ҡулланыу ауыр­лыҡ, икеләнеү тыуҙырҙы. Бер ай эсендә Һаулыҡ һаҡлау министр­лығы регламентын үҙләштерҙек. Ҡытай, Германия, Австрия табиптары, белгестәре менән онлайн тәртибендә фекер алышыуҙарҙа ҡатнаштыҡ, тәжрибә уртаҡлаштыҡ. Ә Ҡарасәй-Черкес Республикаһына беҙ инде белем багажы туплап, әҙерлекле барҙыҡ. 

– Ни өсөн тап һеҙҙең дауахана тулыһынса ковид-госпиталгә әүерелдерелә? 

– Беренсенән, уның былтыр йоғошло сирҙәрҙе дауалау өсөн ҡулайлаштырылыуы, айырым бокстарға бүленеүе ҙур уңайлыҡ тыуҙыра. Өҫтәүенә ҡаланан ситтә урынлашҡан. Икенсенән, башҡа ҡала дауаханалары ла коронавирус инфекцияһын йоҡтороусы­ларҙы дауалаясаҡ. Мәҫәлән, 18-се, 13-сө, 10-сы ҡала дауаханаларында айырым бүлектәр булдырылды. 

– “Ҡыҙыл зона”ла ауыр сирле­ләр янында көн буйы булғандан һуң ғәҙәти тормошҡа ҡайтыу еңел түгелдер. Ярҙамға мохтаж ауырыу­ҙарың, моғайын, күҙ алдынан китмәй йөҙәтәлер, хәле шәптән булмағандарҙың торошо өйгә ҡайтҡас та уйландыра торғандыр. Бындай көсөр­гәнешле хәлдә эшләү өсөн табип ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?

– Иң ауыры – вирустың холоҡ-фиғелен ахырынаса аңлап етмәүҙә, уның мәкерлеген дөрөҫ баһалап еткермәүҙә. Башҡортостан дәүләт медицина университеты ковид-госпиталендә булған фажиғәле хәлде әле булһа онота алмайым. 

Һөлөктәй матур, белемле, йәш, көслө ҡыҙҙы үлем тырнағынан ҡотҡара алмауыбыҙ өсөн әле булһа бик үкенәм. Ҙур хыялдар ҡороп йәшәгән, беҙҙең ярҙам итеребеҙгә ысын күңелдән инанған ҡыҙҙы реанимацияға һалғас та уның ковидты еңәсәгенә ышана инек. Үҙен һәйбәт тоя башлағанын күреп, барыбыҙ ҙа һөйөндөк. Уның кинәт вафат буласағын күҙ алдына ла килтермәнек. Был үкенесле юғалтыу вирустың ни тиклем аңлашылмай торған, серле, хәүефле икәнлеген раҫланы. 

Үпкәһенең 100 проценты зарар­лан­ған хеҙмәткәребеҙ өсөн нисек хафаланғаныбыҙҙы белһәгеҙ икән! Илле йәшлек ир ике ай дауаханала ятты, барыбыҙҙы шатландырып, таң ҡалдырып, вирусты еңеп сыҡты. Уның бөгөн йүгерә-йүгерә эшкә килеүен күреп, һаман да был хәлдең ысын икәнлегенә ышанып етмәгән саҡтар була. 

Ковид-госпиталдәге эш кешелеклелек, йылдамлыҡ, яуаплылыҡ сифаттарынан тыш, табиптан ашығыс ҡарарҙар ҡабул итеүҙе талап итә. Күҙ алдында йәшәү менән үлем араһында ятҡан пациентты йәлләп, ҡайғырып йә илап ултыр­һаң, сәбәләнһәң, яуаплы мәлдә бик кәрәкле дөрөҫ ҡарарға килә алмауың ихтимал. Тәүәккәллек тә кәрәк. Әгәр ҙә уйлағаның барып сыҡмаһа, дауаң килешмәһә, баш ватырға, анализ яһарға урын бар. 

– Пандемия башланған осорҙа “ҡыҙыл зона”ла ҡулланылған вахта ысулы менән эшләүҙән баш тарттығыҙ шикелле… 

– Вахта ысулын Ҡытай табиптары тәүгеләрҙән булып ҡулланды. Ул – табиптар өсөн физик яҡтан да, психологик яҡтан да бик ауыр эш ысулы. 12-шәр сәғәт ике аҙна буйы аяғөҫтө эшләү електе һура, хәлде ала, талсыҡтыра. Аҙналар буйы ғаиләңде күрмәйһең, вакуумда йәшәйһең, балаларың менән телефон аша ғына аралашаһың. Ярай әле, йәмәғәтең хеҙмәтеңдең еңелдән булмауын аңлап ҡабул итһә, яҡындарың көс-дәрт биреп торһа…

– Әйткәндәй, һеҙҙең алты бала үҫкән күркәм ғаилә баш­лығы булыуығыҙҙы белеп, һоҡландыҡ та, ғәжәпләндек тә… Ҡыҫҡаһы, һаулыҡ һағында торған башҡорт егеттәре араһында шундай ҡыйыу атайҙар булыуы – беҙҙең өсөн дә оло ғорурлыҡ. Ғаиләгеҙ менән яҡынданыраҡ таныштыр­һағыҙ ине, Руслан Мансур улы. Өс ҡыҙ һәм өс ул атаһы булыу, ай-һай, анһат түгелдер?

– Хәләл ефетем Гүзәл менән Өфөлә таныштыҡ. Ул да тынғыһыҙ, тиктормаҫ кеше, белеме буйынса иҡтисадсы. Төпсөгөбөҙ Рәхимгә бер йәш тулыу менән эшкә сығырға ашыҡты. Иң өлкән ҡыҙыбыҙ Ғәлиәгә 12 йәш инде, етенсе класҡа уҡырға барасаҡ. Гөлфиә менән Гөлбикә ҡыҙҙарым, Рамаҙан һәм Рәшит улдарым бер-береһен ҡыуышып үҫеп килә. Ҡәйнә-ҡайным ярҙамға килергә һәр саҡ әҙер, уларға рәхмәтлебеҙ. – Әңгәмә өсөн рәхмәт, Руслан Мансур улы! Һеҙҙең менән “ҡыҙыл зона”ла түгел, һағынып көткән ҡәҙимге эш тәртибенә күскәндән һуң осрашырға яҙһын! Уңыштар һәм һаулыҡ теләйбеҙ!

Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне

Читайте нас