Башҡортостан
+22 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Июль , 18:12

Эх, һыу инеүҙәре!..

Тик күңелле шөғөл бәхетһеҙлек килтермәһен

Йәй – көтөп алынған отпуск, диңгеҙҙә һәм йылға-күл буйҙарында ял итеү миҙгеле. Иҫләйһегеҙме, былтыр бер ай самаһы аномаль эҫелек торғайны? Ул саҡта аҙна һайын яҡынса ҡырҡ кеше һыуға батты. Ҡот осҡос һандар. Барлығы 118 кеше һыуҙа вафат булды. Быйылғы һыу инеү миҙгеле башланып ҡына тора, үкенескә ҡаршы, дүрт баланы юғалтып та өлгөрҙөк. Ялды мөмкин тиклем уңайлыраҡ итеү, үҙеңдең һәм яҡындарыңдың хәүефһеҙлеген хәстәрләү тураһында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенең үҙәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды начальнигы Денис ҒАБДРАХМАНОВ һөйләне.

Иҫеректәр нилектән бәләгә тарый?

Батып үлеүҙең төп сәбәптәренең береһе – иҫерек килеш һыу инеү. Күптән түгел Дим йылғаһында 30 йәшлек ир батты. Иҫереккә диңгеҙ тубыҡтан, көс-ғәйрәте ташып торған кеүек тойола, әммә статистика бының киреһен иҫбатлай. Күптәр иҫерек килеш һыуға батыуҙың сәбәбе координация юғалыуҙа, тип иҫәпләй. Эскән кеше хатта тура атлай ҙа алмай бит, хәле лә тиҙ бөтә. Проблеманың сәбәбе бында ғына түгел, ә температураның һикереүендә. Алкоголь ҡабул иткәндән һуң тамырҙар киңәйә, һыуға төшкәндә ҡапыл тарая, ошо сәбәпле ҡан баҫымы күтәрелә. Әгәр йөрәктәге тамыр насар булһа – инфаркт, мейелә иһә – инсульт. Был осраҡта хәрәкәт координацияһы ла, физик әҙерлек тә ярҙам итмәй. 

Балалар шым ғына, һиҙҙермәй бата

Балалар үлемен күреү айырыуса аяныслы. Быйыл ғына ике баланы юғалттыҡ. Водолаздарға ғүмере яңы башланып торған балаларҙы һыу төбөнән сығарыу – бик ауыр бурыс, ә ата-әсә иңенә төшкән ҡайғыны әйтеп аңлатҡыһыҙ. Йыш ҡына шундай күренеште күҙәтергә мөмкин: ата-әсәләр яр буйында шешлек ҡура, араҡы эсә, ә балалар үҙаллы уйнай. Күптәр “берәй хәл булһа, бала ярҙамға саҡырыр”, тип уйлай. Әммә улай түгел. Балалар, ғәҙәттә, шым ғына, бер ниндәй тауыш сығармай бата. Яңылыш һыу йотто һәм бөттө. Шуға күрә уларҙы биш, юҡ, хатта бер минутҡа ла иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Күптән түгел 15 йәшлек ике үҫмер Дим йылғаһын йөҙөп сыҡмаҡсы була. Береһе икенсеһенә – насарыраҡ йөҙгәненә ярҙам итә. Һөҙөмтәлә егет һыу йота һәм, дуҫына сат йәбешеп, уны ла батыра башлай. Был хәлдең шаһиты булған балыҡсы уларҙың береһен ҡотҡарып өлгөрә, ә йөҙә белмәгән егеткә ярҙам итә алмай. Эргәлә оло кешенең булыуы арҡаһында, исмаһам, бер ғүмер ҡотҡарып ҡалына. Бындай хәлдәр ауыл ерҙәрендә йыш осрай, сөнки унда балалар үҙаллы йөрөй. Һыуҙа сит балалар булмай! Әгәр ата-әсәһе иғтибарһыҙ ҡалдырыуын күрһәгеҙ, башҡа балаларға ла күҙ һалып тороғоҙ. Шул да бик мөһим: балаларҙы йөҙөргә һәм тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәтегеҙ. Тәүге ярҙам саралары бер ҡасан да кәрәк булмаһа, яҡшы, әлбиттә, әммә тап уларҙы белеү кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарыуға булышлыҡ итеүе бар. 

Кисә таҙа ине,бөгөн – юҡ

Һыуҙа башҡа төрлө фажиғәле хәлдәр ҙә йыш осрай: быяла яр­сығына баҫып яраланыу, сумғанда йәки ярҙан һикергәндә һыу төбөн­дәге ташҡа бәрелеү. Ҡотҡарыу­сыларға көн һайын тиерлек ял итеүселәргә ярҙам күрһәтергә тура килә. Һыу ятҡылығының ниндәй хәүеф-хәтәр һаҡлауын бер кем дә белмәй. Бөгөн таҙа булған урында иртәгә ниндәйҙер төпһә йәки башҡа нәмә ятыуы ихтимал. Айырыуса причалдар һәм судноларҙың техник туҡталыштары янында һыу инеү хәүефле. Былтыр Өфөлә паром туҡта­лышында үҫмер һыуға батты. Малай йөҙә белмәгән, шуға күрә йылғаны кисеп кенә йөрөгән. Паром туҡтаған урында ул ҡапыл һыу төбөнә китә, сөнки бындай урындарҙа йылға төбө тигеҙ булмай. Үкенескә ҡаршы, балаға бер кем дә ярҙамға килеп өлгөрмәй, уның кәүҙәһен водолаздар сығара. Эйе, ҡотҡарыусылар ярҙам итә, әммә бөтә йылға, күл һәм быуаларҙы контролдә тотоу мөмкин түгел. Йыл һайын яҙғыһын муниципалитеттар рәсми пляждарҙы һыу инеү миҙгеленә әҙерләй: дезинфекция үткәрә, һыу төптәрен быяла, ылымыҡтан таҙалай. Эҫе мәлдәрҙә уларҙа иртәнән кискә тиклем ҡотҡарыу постары эшләй. Был – кешеләрҙең хәүефһеҙлек гаран­тияһы. 

Йөҙөү матрастары – хәүефле әйбер

Былтырғы һыу инеү миҙгелендә ҡотҡарыусылар бик күп тапҡыр Ағиҙелдә ағым менән тәрәнгә йөҙөп киткән “матраслыларҙы” ҡотҡарҙы. Ике биш литрлыҡ баллонды бергә бәйләп, алыҫ араға йөҙөп маташҡан хыялыйҙар ҙа табыла. Быныһы инде моңһоҙлоҡтоң сиге! Бер нисә йыл элек балалар баллондарҙы, бүрәнәләрҙе бергә бәйләп, Дим йылғаһы буйлап йөҙөргә ҡарар итә. Һөҙөмтәлә һал таралып, балалар һыуға төшөп китә. Бәхеткә күрә, барыһы ла яҡшы тамамлана, әммә һәр ваҡыт улай булмауы ла ихтимал. Бындай матрастар йоҡлау өсөн тәғәйенләнгән. Уларҙы һыу ингәндә ҡулланырға ярамай, был бик хәүефле шөғөл. Инструкцияла ла ошо хаҡта яҙылған. Үтә ҙур һәм ҡалын булыуҙары арҡаһында бындай матрасты бөгөп, ҡулайлаш­тырып булмай, ә саҡ ҡына ел иҫтеме, улар елкәнгә “әйләнә”.  

Быны белеү файҙалы

Әгәр һыуҙа аяғығыҙ тартышһа, баш менән сумырға, аяҡты турай­тырға һәм, баш бармаҡты тотоп, ныҡ итеп тартырға кәрәк. Һыу инеү костюмына төйрәүес (булавка) ҡаҙап ҡуйығыҙ. Ул һеҙгә ҡамасау­ламаҫ, әммә аяҡ тартышҡанда ярҙам итәсәк: тартышҡан мускулға энә менән сәнсһәң, ул йомшара. Әгәр йөҙә белмәгән килеш һыу эсендә ҡалһағыҙ, ҡулдарығыҙҙы ситкә ташлап, салҡан ятығыҙ, тәрән итеп тын алығыҙ. Вертикаль торошта ҡалып, аяҡтарығыҙҙы велосипед педален әйләндергән кеүек итеп хәрәкәтләндерегеҙ.Йөҙгән саҡта ныҡ арыһағыҙ, салҡан ятып ял итегеҙ. Аяҡ-ҡулдарҙы ситкә йәйеп, хәл алырға тырышығыҙ. Әгәр көслө ағымға эләкһәгеҙ, көсөгөҙҙө әрәм итмәгеҙ. Ағым ыңғайына йөҙөп, ярға яҡынлағыҙ. Әгәр ылымыҡҡа эләкһәгеҙ, туҡтап, бер урында тыпырсын­ма­ғыҙ. Ҡапыл ғына ике аяғығыҙ менән этенеп, ылымыҡтан ҡотолорға тырышығыҙ. Килеп сыҡмаһа, бер аяҡ менән икенсеһен ышҡып, ылымыҡтарҙан арынығыҙ. Шуны иҫтә тотоғоҙ: һыу һаҡ­һыҙ­лыҡты яратмай. Йылға-күл буйын­дағы ял хәүеф-хәтәрһеҙ үтһен тиһәгеҙ, иғтибарлы булығыҙ, сөнки бәләкәй генә шаярыу ҙа ҙур ҡазаға килтереүе ихтимал. Йәйегеҙ йәмле үтһен! 

Мәҡәлә “Республика сегодня” баҫмаһы мәғлүмәттәренә таянып әҙерләнде. 

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әҙерләне.

Автор:Розалия Абдрафикова