Иҡтисад
13 Июль 2021, 12:26

“Фольклориада йөрәге”ндә бар йөрәктәр бергә типте

Өфө амфитеатрында VI Бөтә донъя фольклор фестивален ябыу тантанаһы булды.

Йомғаҡлау концертында 19 ил коллективы матур сығыштарын бүләк итте, тамашасылар бихисап иҫтәлекле мәлдәрҙең шаһиты булды. Донъя кимәлендәге сағыу милли мәҙәниәттәр байрамы менән хушлашыу һағышлы булһа ла, күңелдәрҙә ул йылы осрашыуҙары, матур сығыштары, күркәм ваҡиғалары менән тороп ҡала.

Үҙенсәлекле тамашаға шаһит булдыҡ

Өфө һәм бөтә Башҡортостан аҙна­нан ашыу быға тиклем тиңе булмаған фестивалдең шаһиты булды: республика донъяның 37 иленең традицион сәнғәте менән таныштырырға килгән коллективтар өсөн йәшәү, ижад итеү урынына әйләнде. Фольклориаданы ябыу тантанаһы барған амфитеатр сәхнәһендә башта Рәсәй мәҙәниәтен сағылдырған М. Пятницкий исемендәге Дәүләт академия рус халыҡ хоры йырҙары яңғыраны. Коллектив рус фольк­лорының ҡабатланмаҫ өлгөләре булған йырҙарҙы башҡарып ишет­терҙе. Иң һуңынан данлы хор менән бергә Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡорт­остандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов “Вдоль по Питерской”ҙы гөрләтте. Артабан Башҡортостанды таныт­ҡан “ғәскәровсы”ларҙың ялҡынлы бейеүе күрһәтелде, “Арғымаҡ” төркөмөнөң сығышы биҙәне. Бынан һуң сәхнә түренә Фольклориадаға төрлө илдәрҙән килгән делегаттар сыҡты: Боливия, Коста-Рика, Колумбия, Хорватия, Эстония, Индонезия, Камерун, Польша, Черногория, Панама, Ҡырғыҙстан, Франция, Мексика, Румыния, Эквадор, Швейцария, Үзбәкстан, Парагвай, Рәсәй. Үткән көндәрҙә концерттарға килә алмаған тамашасылар ҙа күп төрлө илдәр, төрлө халыҡтар мәҙәниәте менән танышырға форсат алды. Милли кейемдәр, йыр-бейеүҙәр төрлөлөгөнән күҙҙәр ҡамашты, ҡунаҡтарҙы амфитеатрға йыйылған халыҡ ихлас алҡыштар менән ҡаршыланы һәм оҙатты. Ҡаҙағстан вәкилдәрен тамашасылар айырыуса йылы ҡаршы алды, “О-о, күршеләр сыға!” – тип ҡул сапты. Быны, әлбиттә, коллектив вәкилдәре лә тойҙо, халыҡты үҙ туған телдәрендә, әммә шул тиклем дә аңлайышлы итеп: “Һаумыһығыҙ, туғандар!” – тип сәләмләне.Бай йөкмәткеле, сағыу йомғаҡлау тамашаһында йәмғеһе 19 сит ил коллективы сәхнәгә сыҡты. Аҙнанан ашыу көн һайын барған репетициялар, сығыштар артистарҙы арыта төшһә лә, улар быны һис тә тоймағандыр. Кемеһенән һораһаң да, “Һеҙҙәге ихлас, мөләйем тамашасылар алдында сығыш яһау бар арыуҙарҙы оноттороп, күңелгә дәрт бирә, байрам хисе өҫтәй”, – тип яуапланы.   

Сараның иҫтәлекле мәлдәре

“Фольклориада йөрәге”ндә фести­валдә ҡатнашҡан ил вәкилдәренең сығыштары тамам булғас иһә, тулҡынландырғыс мәл етте. CIOFF-тың милли секциялары етәкселәре, делегаттар Тыныслыҡ ағасына төҫлө таҫмалар бәйләргә йүнәлде. Был мәлдә күптәрҙең күҙенә йәш килде, сөнки дуҫлыҡ, берҙәмлек байрамы тамамланыуға барғаны күңелдәрҙе яҡты һағыш менән сорнаны. Тағы бер иҫтәлекле мәл – VI Бөтә донъя фольклориадаһының иҫтәлеге булып ҡаласаҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүесе – һаҡалға һуңғы билдә һалыу ҙа “Фольклориада йөрәге”ндәге йомғаҡлау сараһында башҡарылды. (Әйткәндәй, республика Халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса белгесе Гөлгенә Баймырҙина аңлатҡанса, биҙәүес Дим буйы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының һаҡалына оҡшатып эшләнгән – авт.).  Бында фестивалдә ҡатнашҡан барса илдәрҙең тәңкәләре бар ине инде, ә аҙаҡҡыһын – Рәсәйҙекен, Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры, CIOFF-тың Рәсәй милли секцияһы президенты Тамара Пуртова тегеп ҡуйҙы. – Был селтәр – халыҡтар берҙәм­леге символы, шул уҡ ваҡытта матди мәҙәни мираҫ объекты. Башҡорттарҙа ул һәр ваҡыт берҙәмләшеү символы булған, быуындан-быуынға тапшырылып килгән. Беҙ халҡыбыҙ йолаларына тоғро ҡалабыҙ, – тине республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.Матди мәҙәни мираҫ статусына эйә VI Бөтә донъя фольк­лориа­даһында ҡатнашҡан 37 илдең тәңкәһе менән биҙәлгән иҫтәлекле һаҡал Башҡортостандың Милли музейында һаҡланасаҡ.Фольклориаданы ябыу тантанаһы барышында Әминә Шафиҡова Баш­ҡортостан Республикаһы Башлығы исеменән Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт­тәр ойошма­ларының  халыҡ-ара советы (CIOFF) президенты Филипп Боссан менән Тамара Пуртоваға Халыҡтар дуҫлығы орденын тапшырҙы. Республикаға ҡарата дуҫтарса мөғәмәләлә булған, гел яҡты йөҙлө, йылы һүҙле ошо ике шәхесте фестиваль барышында үҙ итеп өлгөргән Өфө тамашасыһы был мәлде дәррәү алҡыштарға күмде.

Өфө күген “Рус витяздары” биҙәне

VI Бөтә донъя фольклориадаһын ябыу тантанаһы беренсе минуттарынан уҡ әсир итте – байрамдар теҙмәһе авиашоу менән башланып китте. “Рус витяздары” пилотаж төркөмө Салауат Юлаев майҙаны, “Торатау” конгресс-холы, уның амфитеатры өҫтөнән осоп, ғәжәп тамаша бүләк итте.Су-30 СМ менән Су-35 истребител­дәре һауала төрлө алымдар эшләп кенә ҡалманы, “ҡойроҡ”тарынан ут та сәсте: фейерверктар һибел­де. Самолеттарҙың һәр береһендә – 150-нән ашыу ат көсө, улар менән тәжрибәле осоусылар идара итте.Самолеттарҙың двигателе Өфө моторҙар эшләү производство берек­мәһендә эшләнелеүе менән әһәмиәт­ле. Был тармаҡтың тамырҙары 1941 йылға – Бөйөк Ватан һуғышының тәүге йылдарына барып тоташа: тап шул ваҡытта Башҡортостандың баш ҡалаһында авиация моторҙары етештерелә башлай. “Рус витяздары” – “ауыр истребитель” класындағы юғары осоу баш­ҡарған донъялағы берҙән-бер команда. “Мискә” “Нестеров элмәге”, “Ҡың­ғырау”, “Фонтан”, “Ләлә сәскәһенең асы­лыуы” – был ҡатмарлы трюктарҙы тамаша ҡылған көллө халыҡ “аһ!” итте. 

Күҙ йәштәре аша хушлаштылар...

VI Бөтә донъя фольклориадаһын рәсми рәүештә ябыр өсөн сәхнәгә Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, CIOFF президенты Филипп Боссан, ошо уҡ ойошма вәкилдәре,  Рәсәй дәүләт халыҡтар ижады йорто директоры Тамара Пуртова күтәрелде.– Һеҙҙең менән хушлашыуы яман­һыу, хатта күк тә илай, – тип башланы телмәрен мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. – Оҙаҡҡа айырылыш­маҫ­быҙ, әле күп тапҡыр осра­шыр­быҙ, тип ышанғы килә. Фольк­ло­риа­да­ға килгәндәрҙең барыһы ла Рә­сәйҙең, Башҡортостандың ҡунаҡсыл­лығын татығандыр, тигән өмөттәбеҙ. Был көндәрҙә республика ҙур бер кон­церт майҙанына әүерелде, ә сит ил ҡунаҡтары урындағы халыҡты үҙ­ҙәренең сығыштары, мәҙәниәте менән хайран итте. Ә уларҙың русса, баш­ҡортса йырлауы айырым бер тамаша!Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһын ойоштороуға ҙур өлөш индергәндәре өсөн Башҡортос­тан Башлығы Радий Хәбиров Указы менән CIOFF президенты Филипп Боссан һәм Рәсәй дәүләт халыҡтар ижады йорто директоры Тамара Пуртова Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. Ҡунаҡтар өсөн был көтөлмәгән ваҡиға булды, күрәһең: Филипп Боссан да, Тамара Пуртова ла күҙ йәштәрен йәшермәне.– VI Бөтә донъя фольклориадаһы аҙағында халыҡтар мәҙәниәтенең, кешелеклек кеүек сифаттарҙың мөһим икәненә тағы ла бер тапҡыр төшөндөк. Фольклориадала ҡатнаш­ҡан бар делегациялар ҙа был фестивалдең Өфөлә гөрләп үтеүе өсөн ҙур көс һалды. Пандемия кеүек касафатҡа ла ҡарамай, был сараны үткәреү һөҙөмтәһенә ирештек. Фольклориада пандемия ваҡытында ойош­торолған ҙур сара булараҡ тарихҡа инәсәк. Башҡортостан  Башлығы Радий Хәбировҡа, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға ҙур рәхмәт һүҙ­ҙәрен еткергем килә. CIOFF ойош­торған фестивал­дәрҙә осра­шырға яҙһын! – тине Филипп Боссан һәм рәсми рәүештә, VI Бөтә донъя фольк­лориадаһы ябыҡ, тип иғлан итте.

Дуҫтарса мөхит хөкөм һөрҙө

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөтә донъя фольклориадаһы башланыр алдынан был сара милләт-ара татыулыҡ, дуҫтарса мөхит тыу­ҙырыуына өмөт белдергәйне. Ысынлап та, шулай булды – бер аҙна дауамында донъяның төрлө төбәк­тәренән йыйылған төрлө халыҡтар­ҙың, урындағыларҙың бер-береһе менән алсаҡ, ихлас аралашыуына шаһит булырға тура килде. Был көн һайын “Торатау” конгресс-холы амфитеатрында барған концерт­тарҙа ла һиҙелде – һәр тамашасының йөҙөндә оло ҡыҙыҡһыныу, теге йәки был илдең сығышына ихлас ҡул сабыуҙар, төрлө һүҙҙәр менән уларҙы дәртләндереүҙәр. Сит ил вәкилдәренә шәхсән барып, үҙҙәре менән аралашыусылар ҙа етерлек ине. Бөтә донъя фольклориадаһын ябыу тантанаһы тамамланып, халыҡ тарала башлағас, матур күренешкә юлыҡтыҡ – сит ил вәкилдәре ултырып ҡуҙғалып киткән һәр автобусты Өфө халҡы ҡул болғап оҙатты. Айырылыша алмай аралашып торғандар ҙа булды. “Барыһынан да нығыраҡ кешеләр әсир итте. Ныҡ ҡунаҡсыл ер”, – ошолай яуапланы һәр ил вәкиле, уларҙан Башҡортостандан алған тәьҫораттары хаҡында һорағас. Был донъяуи сараның тап беҙҙә уҙыуы – хозур тәбиғәтебеҙ, бай тарихыбыҙ һәм мәҙәниәтебеҙҙе генә түгел, ҡунаҡсыл асылыбыҙҙы бар Ер шарына танытыу ул. 

Хуш, VI Фольклориада!

Аҙнанан ашыу барған милли мәҙәниәттәр фестивале тамамла­ныуға яҡынайған һайын, күңелдәр йомшара барҙы, шатлыҡ хисе еңел һағыш менән ҡатышты.Кульминацион мәл – теләктәр яҙылған ваҡыт капсулаһын VII Фольклориада вәкилдәренә еткерер өсөн уны вәкәләтле шәхес ҡулына тапшырыу. Был иҫтәлекле сараны Әминә Шафиҡова тормошҡа ашырҙы: капсуланы CIOFF президенты Филипп Боссан ҡулына тотторҙо. Бынан аҙаҡ, Фольклориаданың рәсми рәүештә ябылыуын иғлан итер өсөн, Әминә Шафиҡова менән Филипп Боссан һүҙ алды. Бар тирә-яҡ, тамашасылар, ҡатнашыусылар был мәлдә моңло һағышҡа сорналды.“Фольклориада йөрәге” сәхнәһенең йомғаҡлау кисенә саҡырылған ҡунаҡ – Югославия һәм серб кинорежиссеры, билдәле актер Эмир Кустурица менән уның The No Smoking Orchestra фолк-рок төркөмө кисәне дәртле йырҙары менән тамамлап ҡуйҙы.Шулай итеп, оҙаҡ көтөп алған VI Бөтә донъя фольклориадаһы ла тарихта ҡалды. “Фольклориада йөрәге” урынлашҡан амфитеатр күген сағыу төҫтәр менән балҡыған салют, лазер-шоу яҡтыртты. Был уттар Башҡортостанда үткән VI Бөтә донъя фольклориадаһын тамамлауҙың һуңғы аккорды булды. “Хуш, 6-сы Фольклориада! 7-сеһе төклө аяғы менән килһен!”, “Киләсәктә лә ошондай матур фестивалдең шаһиттары булырға яҙһын”, – тип теләйбеҙ.

Бүләккә – башҡортса йыр

Фольклориада ҡунаҡтары рес­публикаға бүләк итеп башҡортса йыр әҙерләгән. Яҙманы республика Башлығына тапшырып, шундай яҙыу ҙа ҡалдырғандар: “Башҡортостанға һәм уның халҡына баллы ҡунаҡсыллыҡ өсөн рәхмәт! Башҡортостандағы фольклор олимпиадаһы аҙағына яҡын­лашты. Йөрәктәрҙә һеҙҙең республика хаҡында иң йылы хәтирәләрҙе алып китәбеҙ. Ҡунаҡсыл төйәгегеҙҙән ҡайтып китеү моңһоуыраҡ, әммә хәҙер донъя картаһында беҙ яңынан әйләнеп килергә теләгән урын барлыҡҡа килде! Һеҙҙең тулҡын­ланып ултырған баҫыуҙарығыҙ, ҡабатланмаҫ тәбиғәтегеҙ, кеше­ләрҙең асыҡлығы ғүмерлеккә әсир итте! Башҡортостан халҡына, һеҙҙең ергә, Тыуған илегеҙгә рәхмәт, хөрмәт һәм һоҡланыу йөҙөнән, ҡайтып китер алдынан ябай ғына бүләк – “Беҙҙең ил” йырын ҡалдырабыҙ! Уның һүҙҙәре лә, көйө лә ғәжәп матур. Беҙгә тексты ятлау ҡатмарлыраҡ булды, һүҙҙәрҙе әйтеүе лә ауырыраҡ, әммә тап ошо йырҙа беҙ һеҙҙең халыҡтың күңеле һәм гүзәл тыуған илегеҙҙең сағылышын күрҙек!Хөрмәт менән, донъяның 37 иленән Фольклориадала ҡатна­шыусылар.Башҡортостанда осрашҡанға тиклем! Ҙур рәхмәт!”Башҡортостан Башлығы был видеояҙманы “Бәйләнештә”ге сәхифәһенә ҡуйып, шулай тип яҙҙы: “Хәҙер планетабыҙҙың күп илендә башҡортса бер-ике һүҙ булһа ла белгән кешеләр бар. “Өфө” тигән ҡыҫҡа һүҙ Фольклориадала ҡатнашыусылар өсөн дуҫлыҡ һәм үҙ-ара аңлашыуҙы белдерә. Барығыҙға ла – изгелек, һәм артабан киттек!

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА,Айгөл ЙӘМИЛЕВА

Читайте нас