

Бахрейн короллегенең Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Әхмәд Абдулрахман Аль-Саати Башҡортостан Республикаһында иҡтисади партнерлыҡ үҫеше маҡсатында булды.
– Башҡортостан Республикаһы һәм Бахрейн Короллеге араһындағы тышҡы тауар әйләнеше күләме юғары күрһәткестәргә өлгәшмәгән әле. Сауҙа буйынса хеҙмәттәшлекте 2020 йылда мебель һатыуҙан башлағайныҡ. Өҫтәлдәрҙе экспортҡа сығарҙыҡ. Әммә сауҙа үҫеше өсөн ҡеүәт – юғары технологиялы продукцияны ташыу һәм экспорт өсөн перспективалы варианттар бар, - тип белдерҙе республиканың тышҡы иҡтисади ведомствоһы рөйесе Маргарита Болычева.
Илсенең Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров менән туризм үҫеше, шул иҫәптән Өфөнән Манамаға (Бахрейндың баш ҡалаһы) осоштарҙы ойоштороу мәсьәләләре, шулай уҡ бизнес-миссиялар буйынса тәҡдимдәр тураһында фекерләү булған. Диалогты быйыл 28–30 июлдә XII “Саммит – Ислам донъяһы: KazanSummit-2021” халыҡ-ара иҡтисади саммиты сиктәрендә дауам итеү планлаштырыла.
Илсе газ сәнәғәте буйынса мәғариф өлкәһендәге хеҙмәттәшлектең үҫеше хаҡында ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Һөйләшеүҙәр уңышлы булды һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты менән эшләүҙең варианттары табылды.
Башҡортостанда бал йыйыу башланды. Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова яңы уңыш балын презентацияланы. Илсе кәрәҙҙәге үҙенсәлекле балды тәм ҡылды. Бал презентацияһы ваҡытында Бахрейнға яңы балдың пилот партияһын ебәрергә, Башҡортостандан бал продукцияһын артабан ташыу буйынса берҙәм бал брендын эшләүгә тотонорға, тип ҡарар ителде.
“Красноусол” шифаханаһына барғанда, Башҡортостандың үҙенсәлекле тәбиғәте, бальнеологик һәм республиканың курорт зоналарындағы СПА-мөмкинлектәр ҙә ҡунаҡ тарафынан юғары баһаланды. Шуныһы үҙенсәлекле: Илсене көнбағыштар баҫыуы хайран итте.
Бахрейн Короллеге Илсеһе Башҡортостандағы VI Бөтә донъя фольклориада CIOFF ҡунағы булды.
Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева Бахрейн Илсеһен башҡорт ерендә милли кейемдә сәләмләне. Юғары ҡунаҡ иң масштаблы сараның кимәлен билдәләне һәм сағыу, уйланылған программа буйынса һоҡланыулы фекерҙәрен әйтте.
CIOFF президенты Филипп Боссан менән осрашыу барышында Илсе киләһе Фольклориаданы Бахрейнда ҡабул итеү теләге хаҡында белдерҙе.
Республикаға визит сиктәрендә Бахрейн Илсеһе Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты етәксеһе Тәлғәт Таджеддин менән осрашыу үткәрҙе. Улар дин өлкәһендәге көнүҙәгерәк мәсьәләләр хаҡында һөйләште.
Шуны билдәләргә кәрәк, Бахрейн Илсеһе республикабыҙға беренсе тапҡыр ғына килмәй. Ул 2019 йылда үткәрелгән V “Рәсәй – Ислам донъяһы” стратегик күҙаллауҙар төркөмөнөң йыл һайын үткәрелгән кәңәшмәһендә ҡатнашҡайны.
Фото: pravitelstvorb.ru