Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Июль , 18:06

Мәңгелеккә йәйғор күперендә

Батырҙарҙы халыҡ хыялы күтәрә

“Үҙ милләтенең символына әүерелеп, Салауаттың беренсе башҡорт булып ҡалыуын шулай ҙа нимә менән аңлатырға?”Мостай Кәрим, “Беҙҙең Салауат”.

“Йәйғор – ямғырҙан һуң күк йөҙөндә хасил була торған ете төҫтәге дуға”.Вл. Даль.

Йылы ямғыр үткәс, байып барған ҡояшҡа эйәреп, күк көмбәҙендә ваҡыт-ваҡыты менән мөғжизәне күрәһең. Кешеләр уға йәйғор тигән атама биргән. Төрлө төҫтәге был уттарҙың ғүмере ҡыҫҡа, бик ҡыҫҡа. Ҡарап танһығың да ҡанмай, әлеге биҙәктәр әллә еүеш болоттарҙа ирей, әллә, бүтән йәйҙәрҙә ҡабат күренер өсөн, мәңгелеккә китеп юғала. Моғайын, йәйғор күперенән башҡа салауаттарҙың толпарҙары ла сабып үтеүен Хоҙай үҙе һәм Тәбиғәт хәстәрләйҙәрҙер.

Салауат Юлаев – мәңге хәтерҙә 

Мәғлүмдер, “йәйғор” һүҙе башҡортса – йәйҙең бер күренеше генә. Уны “Салауат күпере” тип тә йөрөтәләр. Йәшермәйем, икенсе атамаһы күңелемә яҡыныраҡ. Унда әкиәт, тылсым, шиғриәт – һәммәһе лә бергә төйнәлгән һымаҡ.Халыҡ исем-атамаларҙы һис ҡасан да сәбәпһеҙ һипмәгән. Шуғалыр, ете төҫтәге хыял күпере аша, һуғыштарҙан һуң, әкиәти Салауат батыр сабып үткәндер ҙә, асманда мәңгелеккә ҡалғандыр, тип уйлайһым килә...Һәр ҡәүем, теләһә ҡайһы ваҡыттарҙа, үҙ хыялында һөймәлекле шәхестәрҙе тыуҙырыр булған. Был ғөмүми кешелек менталитетына хас күренеш. Мәгәр айырым бер халыҡты алғанда, әкиәти батыр, мөғжизәләр эйәһе, башҡа сифаттар уның көнитмеше һәм милли үҙенсәлектәре менән бәйле. Бәғзе шәхестәр, әгәр улар ысындан да булған икән, оҙаҡ ваҡыт иғтибар үҙәгендә булыу арҡаһында, һиҙелмәҫтән һәм тәбиғи рәүештә, мифик сифаттар алған. Халыҡ һүҙенең үҙенсәлеге шулай, теге йәки был образ ҡәҙимге әҙәм рәүешендә түгел, бәлки, йән-тәнһеҙ, идеаль, кәмселек-хатаһыҙ герой итеп һүрәтләнә....Һуғыштан һуңғы фәҡир һәм бошонҡо тормош. Беҙҙең шыҡһыҙ өй ишаратында быҫҡып янған һуҡыр шәм тирәһендә ҡараңғылыҡ уғата ҡуйы һымаҡ. Һыуына башлаған усаҡтағы аҡтыҡҡы күмерҙәрҙе көл шекәрәһе ҡаплай. Мөрйәлә көҙгө уҫал елдәр олой. Әсәйем йөн иләй, мөңгөрләп уҡыуымды ара-тирә көрһөнөү менән бүлдереп, хәсрәтле уйҙарын үҙенсә йомғаҡлаған шикелле, ғәҙәтенсә, “ҡуй инде!” ти.Нисәмә ҡат инде китапҡа танау менән төртөлөп тиерлек, шәм һөрөмөнән йәшләнгән һәм ҡараңғынан талған күҙҙәрҙе һөртә-һөртә, Салауат тураһындағы бәйетте йәнә уҡыйым. Бәйет еңел уҡыла, уны ятлап та бөткәнмен. “Ун дүрт йәштәге Салауаттың бысаҡ менән айыуға барған һәм уны йыҡҡан” тигән урынға еткәс, әсәйем, ғәҙәтенсә, башын сайҡай. Әллә ундай хәлдең булыуына ышанмауымы, йә иһә үҫмер батырҙың тәүәккәллегенә шикләнеүеме. Ысынын ғына әйткәндә, үҙемә лә быны күҙ алдына килтереүе ауыр. Беҙҙең урмандарҙа ла айыуҙар бар. Ғарифулла олатайым бер йәй бесәндә саҡта ҡыуыштарға яҡын айыу ҡуршылдағанын ишетеп тә төн үткәнсе ут һүндерә алмағандарын һөйләгәйне.Бәйет – боронғоларҙан шиғри рәүештә ҡалған һүҙ, аманат. Унда хыял һәм хис үҙенән-үҙе шиғриәттән алыҫ ысынбарлыҡтан өҫтөн тора. Әгәр Салауатҡа уҡ тейһә, батыр өсөн был ҡорт саҡҡан шайы ғына. Маңлайынан ҡан һарҡһа, тир тамсыһы һымаҡ. Миңә, күптән түгелге һуғыштан ҡото алынған, атаһын шул ғәрәсәттә юғалтҡан сирхуш малайға, Салауатҡа шайтандар ҙа, айыуҙар ҙа ҡурҡыныс түгеллеген, уға ниңә уҡ та үтмәүен аңлауы ауыр. Бәйет юлдарын эсемдән генә ҡабатлап, иҫем китә. Әсәйем ебе кеүек үк осо булмаҫ уйҙарына сума...Тормош ебенең ҡайҙан башланырын һәм ахырҙа ниндәй тарафтарға алып сығырын һис ҡасан да белә алмайһың. Тарихта легенданы ысынбарлыҡтан һәм булған шәхесте хыял тыуҙырған образдан айырыу ҡайһы саҡ ауыр була. Мин бала саҡтан уҡ рус яҙыусыһы Степан Злобиндың “Салауат Юлаев” тигән романын мауығып уҡыным. Һәм бик оҙаҡ ваҡыт ошо художестволы әҫәрҙәге күп геройҙар, ваҡиғаларҙың замандаштарым тарафынан ысын тип ҡабул ителеүенә ғәжәпләнмәнем. Хатта Злобиндың “Салауат Юлаев”ы Салауаттың тормошон һәм эшмәкәрлеген өйрәнеү менән мәшғүл булған бәғзе тарихсы-ғалимдарҙың фекеренә һәм һығымталарына ирекһеҙҙән йоғонто яһағандыр, тип раҫларға батырсылыҡ итәм. Бәлки, ысындан да шулай булалыр: яҙыусы фантазияһы булған хәл тип ҡабул ителә, сөнки, әгәр кешенең ышанғыһы килә икән, уны дәлилдәр, раҫлауҙар, документтар менән нығытыу һөждә түгел.

Зарури тәүәккәллек

Башҡортостанда Салауат менән күп йылдар дауамында рус тикшеренеүселәре – тарих фәндәре докторы Инга Гвоздикова менән фән кандидаты Виктор Сидоров шөғөлләнде. Һуңғараҡ төп “салауатоведтар” төркөмөнә яҙыусы һәм фән докторы Мирас Иҙелбаев та ҡушылды. Ғөмүмән, Салауат Юлаев тураһында Өфөлә лә, унан ситтә лә бик күп авторҙар яҙҙы. Уның тарихында һәм башҡорт халҡы тарихында Салауат – тәфсирләп өйрәнелгән, һәр тикшеренеүсе фаразлауҙары тыуҙырған берҙән-бер шәхестер. Ваҡыт үтә килә, уның серлелеге арта ғына бара, шул уҡ ваҡытта тикшереүҙәрҙең фактологик нигеҙе, Пугачев фетнәһенең тиҙ үтеүе сәбәпле, бик наҡыҫ көйө ҡала килә. Был – беренсенән. Икенсенән, тикшеренеүҙәр, ғөмүмән алғанда, рәсми властарҙың документаль дәлилдәренә нигеҙләнә. Ә улар һәр саҡ объектив булмаған. Халыҡтың Салауат тураһында фекере, Юлай улына уның мөхәббәте быуындан-быуынға тапшырылған риүәйәттәрҙә генә сағылып ҡалған. Улар, үҙ сиратында, ысынбарлыҡтан алыҫ, хатта экзотик имеш-мимеш менән күпертелә килгән. Бына, мәҫәлән, шундай бер ғәләмәт. Злобин романында, йәнәһе, старшина Юлай Аҙналиндың Салауат улына ҡасандыр баһадир Шәғәле Шаҡмандыҡы булған яндың керешен тартып ҡарарға тәҡдим итеүе тураһында әйтелә. Был ырыу егеттәренән бер кем дә ошоға тиклем баҙа алмаған икән. Ун биш йәшлек Салауат, һис көсөргәнмәй, кереште лә тарта, әллә ҡайҙа осоп йөрөгән ҡарағошто ла атып төшөрә.Әммә уҡыусыны иҫкәртеү ҙә фарыздыр: Шәғәле Шаҡман бей (исеменең тоғро әйтелеше – Шаһғәле) – тарихи шәхес, көньяҡ-көнсығыш Тамъян ырыуы башҡорттары етәкселәренең береһе. Шәжәрә һәм бүтән тарихи сығанаҡтарға ышанған хәлдә, ул, Аҙнай бей, Бикбау бей, Иҫке бей, Ҡаракүҙәк бей менән бергәләшеп, көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының Рус дәүләтенә инеү шарттары тураһында һөйләшеү өсөн Ҡазанға, Иван Грозныйҙың наместнигына барып та йөрөгән икән. Бик мәслихәт. Әммә Шаҡмандың ҡоралы көньяҡ-көнсығыштан биләмәләре шаҡтай алыҫта ятҡан йөҙ башы Юлай Аҙналиндың ҡулына нисек барып юлыҡҡан икән? Әйтелгән ваҡ-төйәккә рус әҙибенең илтифат итмәүе лә ихтимал. Иң мөһиме – юғарыла хәтергә алынған хәл Салауаттың образын көсәйткән дә һымаҡ.Ғалимдар, яҙыусылар, һынлы сәнғәт өлкәһендә эшләүселәр тиҫтәләрсә йыл дауамында Салауат Юлаевтың образын һәм төҫ-башын күҙ алдына килтереү өсөн байтаҡ тырышлыҡ һалды, был эштең ахыры булмаҫ та кеүек. Батша зиндандарына барып эләккәндә егерме беренсе йәш кенә киткән егет үҙенән һуңғы быуындар күҙ алдына ғәййәр яугир, оҫта ғәскәр башлығы һәм һәләтле ойоштороусы булараҡ килеп баҫа. Ә инде бер аҙ көсөргәнгәндә, Салауатҡа ниндәй шарттарҙа эш итергә тура килгәнлеген төҫмөрләргә мөмкин. Хәйерселектән яфаланған, ғөмүмән алғанда, томана завод эшселәре, әүәлге ихтилалдарҙың әсе һабағын оноторға өлгөрмәгән башҡорттар, батша хакимлығын үҙ итеүгә сәбәптәре булмаған бүтән милләт вәкилдәре. Уларҙы дөрләп тоҡанған дәрт һәм ғәҙел хакимдарға таяныу өмөтө берләштергән. Ихтилалсыларҙың башлыҡтары ла хатта сәйәсәттә наҙан булған, улар шул ваҡыттағы Рәсәйҙең дәүләт һәм хәрби ҡеүәтен белмәгән. Әммә халыҡ, сыҙар хәле ҡалмаған саҡтарҙа, уйлап эшләү ҡеүәһен юғалта. Ихтилалдар – уй-аҡылға һыймаған ғәмәл.Салауат Юлаевтың ҡыҫҡа ғына ғүмер юлын өйрәнеүселәр, ғәҙәттә, төп иғтибарҙы Емельян Пугачев етәкселегендәге ихтилалдың һуғыш мәлдәренә һәм уларҙа бәғзе башҡорт ырыуҙарының ҡатнашыуына йүнәлтә. XVIII быуаттағы күмәк халыҡ ҡуҙғалышының элеккеләренән айырмаһы шунда: күп һанлы рустар, татарҙар, сыуаштар, мишәрҙәр һәм Волга буйы, Урал алды, Көньяҡ һәм Урта Урал, Көнбайыш Себер халыҡтары әүҙем ҡатнашлыҡ иткән. Тиҫтәләрсә мең крепостной крәҫтиәндәр, завод эшселәре, аҫаба башҡорттар, яһаҡ түләүсе татарҙар, казактарҙың болаһы, Бөйөк Петрҙың дәртләндереүе менән Көньяҡ Уралда һәм Урал алдында төҙөлгән тиҫтәләрсә тау заводтарын яндырыу һәм ҡыйратыу, ошоноң менән Рәсәйҙең иҡтисади һәм хәрби ҡеүәтен ҡаҡшатыу императрица Екатерина Икенсене хафаландырмай булмаған инде. Әммә ул ваҡытҡа Рәсәй – Евразия киңлектәрендәге ҡеүәтле, көслө флоты һәм өйрәтелгән, тәртипкә күнеккән армияһы булған дәүләт. Ошондай көскә ихтилалсылар ғәмәлдә нимәне ҡаршы ҡуя ала? Уҡ-һаҙаҡ һәм һөңгөләр менән ҡоралланған кешеләрҙе кадровый офицерҙар ҡулы аҫтындағы, пушкалар ышығындағы регуляр ғәскәргә ҡаршы сығырға түҙемлектең дә бөтөүе һәм “ни булһа, булды” тигән зарури тәүәккәллек мәжбүр иткән.

Уның образы һүрелмәй 

Дуҫым, замандашым Виктор Владимирович Сидоров менән ихлас хөрмәт иткән Инга Михайловна Гвоздикова – Салауаттың шәхесен һәм образын мәңгеләштереү өсөн һәммәһен дә эшләгән ғалимдар. Уларҙың тикшеренеүҙәре нимәләлер һәм ниндәйҙер һығымталарҙа шик тыуҙырманы. Ғөмүмән, күп һанлы башҡорт ихтилалдарының сәбәптәре һәм ҡуҙғытыусы көстәре тураһында беҙ фәнни ҡанундарҙан тайпылмай ғына фекер йөрөтөүҙе дауам итәбеҙ. Ә инде мәсьәләгә ябайыраҡ ҡарағанда, халыҡ, ҡоллоҡ яфаларына, батша чиновниктарының һәм урындағы байҙарҙың рәхимһеҙлегенә түҙер хәле ҡалмағас, үҙенсә ғәҙел идаралыҡҡа өлгәшеү маҡсатында баш күтәргән.Ихтилалдарҙың зарурилығы, ни рәүешле башланыуы һәм ни менән бөтөүе тураһында хәҙер килеп фәлсәфәгә бирелеү, әлбиттә, еңел. Өҫтәүенә, Бүгәсәү яуы, тимәк, Салауаттың да тырышлыҡтары уңышһыҙлыҡ менән тамамланған. Әммә ирекле хәҙмәткә һәм лайыҡлы тормошҡа ынтылыу һәр халыҡтың да тәбиғәтенә хас. Һәм ғәҙеллек тураһында хыял. Айырым бер кешене алдау һәр ваҡыт мөмкин, ләкин тотош халыҡты ғүмер буйы алдау ярамай. Хаталанмаһам, быны Авраам Линкольн әйткән. Шул уҡ ваҡытта, йыйнаулаған кешеләр төркөмөнөң дыуамал рәүештә дәүләт машинаһына ҡаршы сығыуы һәләкәткә дусар ителә. Тиктәҫкә генә Владимир Ленин һәм уның ярандары Октябрь инҡилабын ентекләп, ашыҡмай, йәшәп килеүсе ҡоролошто көс менән юҡҡа сығарыуҙы теоретик һәм программа йәһәтенән нигеҙләп әҙерләмәгән. Был турала, мәғлүмдер, Карл Маркстың “Гегелдең хоҡуҡи фәлсәфиәтенә инеш һүҙ” тигән хеҙмәтендә аныҡ әйтелә: “Ҡорал менән тәнҡитләү һис ҡасан да тәнҡит менән ҡоралланыуҙы алмаштыра алмай. Матди көс матди көс менән үк түңкәрелергә тейеш”.Башҡортостан Салауат Юлаевтың тыуған көндәренә һәр даим ентекләп әҙерләнә һәм оло мөхәббәт менән атҡара. Был байрам менән тиң ҡуйырлыҡ ниндәй ҙә булһа бүтән ваҡиғаны хәтергә алырға ауырһынам. Мәсьәлә йыйындарҙың мәғәнәүи эстәлегендә. Тарихта башҡорт халҡының милли батыры һымаҡ һис кем дә туплаусы, бүтән ҡәүемдәрҙе әйҙәүсе ролде үтәй алмаған. Ысындан да, тиҫтәләрсә милләттәр үҙ батыры тип иҫәпләгән кемдер тарихта һирәк осрай. Салауат Юлаев – шуларҙың береһе.Халыҡ геройы тураһында мәғлүмәттәр юллап, тарихсылар архивтарҙы иләк аша ҡабат-ҡабат үткәргән. Хәйер, эҙләнеүҙәр туҡталмаҫ һәм туҡталырға тейеш тә түгел. Һәр хәлдә, ғилми, фәнни-популяр хеҙмәттәр, художестволы әҫәрҙәр донъя күрә тора. Көйсөләр, рәссамдар, кинематографистар, ҡәләмдәштәрем, педагогтар – шул йүнәлештә эшләүселәр бихисап. Һәр тарихи хәтерҙең киләсәк өсөн барыр юл икәнлеген иҫкә төшөрөп тороуға миҫалдар һанап бөткөһөҙ.Салауат образының Башҡортостанда йәшәүселәрҙең йөрәгендә һүрелмәүе шатландыра. Уның ихтилали эшмәкәрлеген төпсөрләүҙе, әйҙәгеҙ, тарихсылар өлөшөнә ҡалдырайыҡ. Ҡайһы ҡәлғәләрҙе ҡамап ҡараған, ниндәй сәбәптәр арҡаһында йыш ҡына еңелеүҙәргә осраған? Был ихлас, яндырай йәш егетте хәрби маһирлыҡҡа һис кем дә өйрәтмәгән бит. Оҫталыҡты ул һуғыш барышында, еңелеүҙәр һәм ҡорбандар аша үҙләштерергә мәжбүр булған. Регуляр ғәскәрҙәргә ҡаршы сығыуҙың мәғәнәһеҙ һәм өмөтһөҙ икәнлеген Салауат, әлбиттә, аңлап өлгөрмәгән. Күтәрелеш ҡыҙыулығы был осраҡта реаль мөмкинлектән өҫтөн сыҡҡан.Йөрәкһеп уйланғанда, йәш батыр сикһеҙ йәл. Тарихсылар унан тәжрибәле, сәйәси һиҙгерлекле, хатта дипломатик һәләттәргә лә эйә булған ғәскәр башлығы яһаны. Әлеге логикаға нигеҙләнгән хәлдә, Салауат Юлаев, уға ышанып тапшырылған һыбайлылар башында, Пугачев яуына аңлы рәүештә сыҡҡан. Фәҡирлек күрмәгән ғаиләлә буй тартып килеүсе үҫмерҙең шундай ҙа тәүәккәл аҙымға баҙнат итеүе өсөн уның халҡының фажиғәле яҙмышын йөрәгенә яҡын ҡабул итеүе сәбәп булғандыр. Ошо мәлдә Салауаттың ни уйлағанын, уны нимәләр тулҡынландырғанын, ниҙәр һағайтҡанын белеү форсаты юҡ шул.Мәҫәлән, мин Салауат Юлаевты Емельян Пугачев ише, аныҡ маҡсаты булмаған, халыҡтың игелекле, ғәҙел батшаға эскерһеҙ ышаныуын үҙенсә файҙаланырға маташҡан шәхестең бойороҡтарын уйһыҙ-ниһеҙ үтәүсе тип ҡабул итә алмайым. Һәм, ғөмүмән, был Дон казагы, үҙ йөҙөн йәшереү өсөн, ниңә нәҡ Петр Өсөнсөнө һайлаған һуң? Сөнки, тарихта нығынғанса, Рәсәй императрицаһы Екатерина Алексеевнаның абышҡаһы аҡыл ҡаҙнаһы булмаған. Тарихсылар был йәһәттән бер фекерҙә. Йәберһетелгән дә ҡыйырһытылғандарҙы һәр саҡ йәлләгән ябай халыҡтың менталитетын иҫәпкә алған Пугачевтың хәйләкәрлеген баһаламай мөмкин түгел. Петр Федорович батша ошо осорҙа халыҡҡа уҫал батшабикә ҡулынан яфаға эләккән һәм мөғжизә менән ҡотолоп ҡалған ҡорбан булып күренгән.Салауат Юлаев та, ихтилали хәрәкәттең бүтән күп юлбашсылары ла имен ҡалған батшаның абруйы менән албырғаған, уның вәғәҙәләренең ысынлығына ихлас ышанған. Ләкин Пугачевтың Волга буйында һәм Урал алдында еңелеүенән аҙаҡ, Крәҫтиәндәр һуғышы һүнеүгә ҡарай киткәс һәм казактарҙың ихтилалдан күпләп тайпылыуынан һуң, Салауат, уның арҡаҙаштары татарҙар Абдулла Туҡтаров, Йәрмөхәммәт Ҡәҙерғолов, мишәрҙәр Ҡәнзәфәр Усаев менән Бәхтиәр Ҡанҡаевтар, ғәмәлдә, императрицаның төбәктәге арта барған көстәренә ҡаршы яңғыҙ ҡалған. Ихтилалсыларҙың хәрби операциялары менән бер үҙәктән етәкселек итеү инде булмаған. Ихтилали хәрәкәт тарҡау отрядтарҙың урын-урыны менән ҡаршылыҡ күрһәтеү фазаһына күскән. Бик күп ихтилалсылар тыуған ерҙәренән алыҫҡа китергә теләмәгән, ғәскәргә килеүселәр ифрат аҙайған. Бындай шарттарҙа ҡаты хәрби тәртип һәм ғәскәрҙәге ойоштороу  структураһы тураһында әйтеү ҙә урынһыҙ. Теүәллек һәм тәртип булмаған хәлдә теләһә ниндәй ғәскәр ҙә кешеләр төркөмөнә әүерелә.

Батыр – беҙҙең күңелдәрҙә 

Һәр яуҙың да үҙ геройҙары һәм уларҙың киреһе була. Ихтилалдың ахырғы мәлдәрендә Салауат, һөжүм итеп килгән батша ғәскәри командаларына ҡаршылыҡты ойошторорға маташып, Башҡортостан буйлап сәбәләнеп, үрһәләнеп, тегендә-бында сапҡан. Әммә кешеләр аҙайған, өгөттәр һәм саҡырыуҙар яуапһыҙ ҡалған. Өҫтәүенә, ихтилал барышында уҡ башҡорт һәм татар ырыуҙарының бер өлөшө батша ғәскәрҙәре һәм хакимиәте менән хеҙмәттәшлек иткән. Күптәр батшабикәнең мәрхәмәтен эҙләгән һәм был һәр саҡ ғәҙел юлдар менән башҡарылмаған. 1774 йылдың ҡара көҙөндә Салауаттың ғәмәлдә арҡаҙаштарһыҙ һәм ғәскәрһеҙ ҡалыуы ошо айҙарҙа халыҡтың психологик хәле тураһында һөйләй. Меңдәрсә башҡорт, татар, рустар яратҡан, ҡаһарман һәм эскерһеҙ йәш егет, хыянат һәм мәкерлекте күҙ алдына ла килтермәй, карателдәр ҡыуа килгән кейек шикелле, урманда япа-яңғыҙ тороп ҡалған.Уның артабанғы яҙмышы тураһында бер аҙ хәбәрҙарбыҙ, сөнки Салауат Юлаевтың ихтилал еңелгәндән ғүмеренең ахырынаса яҙмышы тәфтиш һәм күҙәтеү органдарының документтарында теркәлә барған. Йөрәкте әрнеткәне йәнә лә шул: йәнһеҙ документтар йәш батыр кисергәндәрҙең тәрәнлеген, уның хәсрәттәрен, өмөтһөҙлөгөн, үртәлеүҙәрен беҙгә еткерә алмай. Был йәһәттән беҙ һаңғырау ҙа, һуҡыр ҙа, телһеҙ ҙә булып ҡалдыҡ. Бәлки, был хәйерлерәктер, сөнки ишетмәгән-күрмәгән нәмә йөрәкте һыҙлатмай бит? Һәр хәлдә, Салауат күңелебеҙҙә һынмаҫ рухлы батыр булып ҡалды. Мостай Кәримдең “Салауат” трагедияһы, ҡарашымса, уның тураһындағы бүтән әҫәрҙәрҙән айырмалы рәүештә, герой образына кешелеклелек сифаттарын көслөрәк итеп бирҙе. Уның монологтарында беҙ героик патетиканы ғына түгел, бәлки, өмөтһөҙ булыуы билдәле көрәштең кәрәклегенә шикләнеүҙе лә ишетәбеҙ.Салауат образы, дөрөҫөрәге, уның рухи кәүҙәләнеше Башҡортостан тормошоноң һәр күҙәнәгенә үтеп ингән. Республикала быуындан-быуынға тәрбиәләү Салауаттың батырлығы, халҡына уның сикһеҙ бирелгәнлеге өлгөһөндә килә. Тарих, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, батырҙың килеш-килбәтен беҙгә һаҡлап ҡалдыра алмаған. Уның ҡарауы, кешеләр өсөн һөймәлекле, легендар батыр, ғәскәр башлығы һәм шағир образы булдырылған. Алексей Кузнецовтың “Салауаттан яуап алыу” тигән картинаһында беҙ ғәйрәтле, хатта тәфтишселәр ҙә ҡурҡҡан ир-егетте күрәбеҙ. Сосланбәк Тавасиевтың һыбайлы скульптураһында ла Салауат – ғәййәр. Салауаттың һәр кемгә хас икеләнеүҙәре һәм өмөтө, фажиғәһе һәм ҡаһарманлығы тупланған иң күркәм образын Заһир Исмәғилев “Салауат Юлаев” операһында тыуҙырҙы. Ошо әҫәрҙәге иң төп урынды биләгән ария тәрән драматизм менән мөлдөрәмә тулы.Ысынлап та, рус императрицаһы булырға ныҡ тырышҡан Бөйөк Екатерина халыҡ ихтилалын аяуһыҙ баҫтырған. Рәсәйҙең мәңгелек хурлығы булған крепостной ҡоллоҡто нисек тә булһа йомшартырға маташҡандары, ихтилалда ҡатнашҡандары  өсөн башҡорттар, татарҙар, рустар, мишәрҙәр ҡиммәт хаҡ түләгән. Күп ауылдар ер йөҙөнән юғалған, ә ҡабаттан төҙөлгәндәре яңы исем йөрөтә башлаған. Бына ни өсөн Башҡортостанда әле булһа ике исемле ауылдар һаҡланып ҡалған. Ә Салауаттың исеме иһә, ғөмүмән, быуаттар буйына юғалған. Хәҙер генә ул республикала мәртәбәле байтаҡ ир-егеттәр ошо исемде йөрөтә һәм ул, һис шикһеҙ, быуындан-быуынға күсә киләсәк.Юлай улы Салауат тураһында легенда һәм риүәйәттәр, һис ниндәй тыйыуҙарға ҡарамаҫтан, ике быуаттан күберәк йәшәгән. Ваҡыт был шәхескә ҡағылышлы табу билдәһен юйып ташланы. Икенсе яҡтан ҡарағанда, тыйыуҙар күберәк булған һайын, легендалар һәм риүәйәттәр арта ғына барған. Йылдар үтә килә, яңылары тыуа торған. Ябай кешеләр кемгәлер һәм нимәгәлер табынмай йәшәй алмай, уларға мотлаҡ ышаныу кәрәк. Салауат йөҙөндә ошо ышаныс кәүҙәләнде.

Салауат күпере ҡабынды 

Һәр ҡайһыбыҙ, 1773–1774 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышына үҙ баһаһын биреп, уның хаҡлы булыу-булмауына шик белдерә ала, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта миңә Салауат Юлаев шәхесенең һәм уның данлы ғәмәлдәренең ысынлығына шикләнгән бер кемде лә осратырға тура килмәне. Шөкөр. Ысын мәғәнәһендә, ул егерме бер йыл ғына йәшәп өлгөргән. Кешенең мәртәбәһен тапаған каторга шарттарын йәшәү тип атау мөмкин түгел. Унда хатта көслөләрҙең дә тән ҡеүәте бөтә, бәлки рухы ғына ҡала. Ҡаһарман, әммә тиҙ генә ышанып барыусан халыҡтың идеалистик кәйефле улы ғазаплы үлемгә дусар ителде. Салауат тураһында хәҙер ниҙәр генә һөйләһәк тә, уның исемен нисек кенә күтәрһәк тә, батырҙың шул рәүешле һәләк булыуы күңелдәрҙә таш булып ята.Салауаттың үлемен раҫлаған документтар табылһа ла, быға ышанып булманы. Ваҡиғалар, бәлки, бүтәнсәрәк йүнәлеш алғандыр, тип ышанғы килә.Башҡортостан тауҙарында Белорет тигән ҡала бар. Заманында Твердышев һәм Мясниковтар төҙөткән тимер заводтарының боронғо корпустарын әле лә төҫмөрләп була. Полковник атаман Белобородов Хлопуша Белоретта Пугачев өсөн пушкалар ҡойған. Ошо тирәләрҙә ихтилалсыларҙың батша карателдәре менән хәтәр алыштары үткән. Ғөмүмән, Иҙел башы әүәлге йылдар хәтерен юғалтмай йәшәй. Ошо ҡалала журналист һәм яҙыусы, керәшен Александр Егоров ижад итә. Ул Пугачевҡа тиклемге, ихтилал йылдарындағы һәм аҙағыраҡҡы тау башҡорттарының тормошо тураһында минең ҡарашҡа бик ҡыҙыҡлы роман яҙҙы. Автор фекеренсә, Салауатҡа тоғро ҡалған егеттәр, офицерҙарса кейенеп, башҡорттарға ыңғай мөнәсәбәттә булған йоғонтоло рус дворяндарының ярҙамы менән, батырҙы каторга ҡәлғәһенән ҡотолдора һәм ҙур мажаралар менән уны Көньяҡ Уралға алып ҡайта. Юл ыңғайында Салауаттың яҡташтары һәм ҡоралдаштары империяға ҡаршы көрәште дауам итеү зарурлығы тураһында һүҙ ҡуҙғатып ҡарай. Батыр кире ҡаға. Уның дәлиле: аныҡ маҡсат ҡуймайынса, халыҡты әйҙүкләп кенә ҡеүәтле дәүләт машинаһына ҡаршы сығыу ярамай. Бындай сығыштар халыҡҡа төҙәлгеһеҙ ҡазалар ғына килтерә. Түҙемлелеккә өйрәнергә тура килә, бәхәсле мәсьәләләрҙе ҡорал ярҙамында түгел, ә аҡыл, изге ихтыяр менән хәл итеү оҫталығы кәрәк. Һәм Салауат, яҡташтары менән бәхилләшеп, ҡаҙаҡ далаларына сығып китә. Әйҙә, автор фантазияһы батырҙың яҙмышы тураһында бихисап фаразлауҙарҙың береһе генә булһын, ти. Ләкин кешеләр мөғжизәгә һәр ваҡыт ышанырға тейеш бит.Йәнә бала сағымды, шыҡһыҙ, фәҡир өйөбөҙҙө, урындыҡ уртаһында яныр-янмаҫ лепелдәгән һуҡыр шәмде хәтерләйем. Орсоҡтоң ҡыштыр-ҡыштыр өйрөлөүе һәм үҙемдең, төтөнлө шәм алдына төңкәйеп, бына нисәмә ҡабат инде Салауат тураһында бәйетте уҡыуым. Әсәйем уның үлеменә ғүмерҙә лә ышанманы, батырҙы гел генә иҫән тип уйлап йәшәне. Легендалар нисәмә быуын кешеләренән дә ғүмерлерәк була бит...Яҙғы оҙайлы ҡыуан көндәрҙән аҙаҡ асмандан, ниһайәт, мәрхәмәт килде – йылы ямғырҙар ерҙең сарсаған йөҙөн йыуып үтте. Күк йөҙөндә йәйғор нурҙары ҡабаттан ҡабынды. Был мөғжизәне күреп туйған кеше булмаҫ. Ошо күп төҫлө күперҙәрҙең ҡайһыһынан Салауат асманға күтәрелде икән? Бәлки, батырға шуларҙың береһе аша беҙгә әйләнеп ҡайтырға яҙғандыр?Әлеге яҙмаларҙың ҡағыҙға төшөүенә лә хәтһеҙ ваҡыт үтте. Әйтелгәндәр етди, фәнни йәһәттән нығытылған фекер булараҡ ҡабул ителә лә алмайҙыр. Милли батырыбыҙ, шөкөр, иғтибарҙан ситтә ҡалғаны юҡ. Һәм шулай булырға тейеш тә. Үҙем иһә уйҙарыма, хис-тойғоларыма ирек ҡуйырға, күптәребеҙ күңелендә йөрөткәнде әйтергә генә баҙнат иттем. Был гонаһ түгелдер бит?!

Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.