

Ҡунаҡтарға Ишембай һабантуйы оҡшаны
Бөтә донъянан төрлө милләттәрҙең ижади коллективтары Башҡортостанға 2020 йылда йыйылырға тейеш ине, әммә пандемия арҡаһында Бөтә донъя фольклориадаһы бер йылға кисектерелде. Һәм беҙҙә, һаҡланыуҙың бөтә төр саралары ла үтәлеп, ҙур фольклор байрамы гөрләп үтте. Фольклориада форматы шуның менән отошло, ҡунаҡтар тотош республикабыҙ буйлап сәйәхәт итте. Мәҫәлән, 9 июлдә ҡунаҡтар Ишембайҙа булды. Ҡаланың “Нефтселәр” стадионында URBAN-Һабантуй ойошторолдо. Бай йөкмәткеле күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, күңелле уйындар – шуға асыҡ миҫал. Уларҙа йәше лә, ҡарты ла ҡатнашты. Ишембайҙа URBAN-Һабантуй айҡанлы Ишембай районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов барыһын да ҡотланы, уңыштар теләне, баҫыу уңғандарына бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау сәләмен еткерҙе.Фестиваль Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың фольклор коллективтарының сығышынан башланды. Әйткәндәй, Ишембай Австрия, Испания, Ҡаҙағстан, Колумбия, Польша илдәренән ҡунаҡтарҙы ҡабул итте. Сит ил ҡунаҡтары Кинйәбулат ауылынан 85 йәшлек Хәмдиә Йәнтүринаның милли кейемдәренә һоҡланыу белдерҙе. Шулай уҡ төбәктең билдәле ҡурайсыһы Кинйә Әхмәҙиев менән аралашты. Айырыуса Колумбия вәкилдәре ҡурайға ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәткән. Кинйә Әхмәҙиев уларға башҡорт халыҡ көйҙәре менән бер рәттән “Титаник” фильмында яңғыраған билдәле көйҙө лә уйнап ишеттергән. Ҡунаҡтар шундай ябай ғына инструментта шул тиклем ҡатмарлы композицияларҙы уйнау мөмкинлегенә ғәжәпләнгән. “Таныш көйҙө ишетеү ҡунаҡтар менән беҙҙең араны тағы ла яҡынайтып ебәрҙе. Беҙ Колумбиялағы һәм Рәсәйҙәге тормош-көнкүреш тураһында һөйләштек”, – ти ҡурайсы. Колумбия ҡунағы Даниэль Руано әйтеүенсә, Башҡортостандың климаты уларҙыҡына оҡшаған. Бындай эҫелә уға рәхәт. Ул, киреһенсә, Рәсәйҙә һыуыҡ булыр, тип уйлаған һәм үҙе менән байтаҡ ҡына йылы кейем алған булған. – Рәсәйгә килер алдынан бында ҡырыҫ халыҡ йәшәйҙер тигәйнем, баҡтиһәң, бында асыҡ һәм алсаҡ кешеләр ғүмер итә, – тип шатлығы менән бүлешә Испания артисы Алехандро Рубио.Австриянан килгән Мартин Тейпингер билдәләүенсә, улар ике йыл элек Рәсәйҙә булған, ә Башҡортостанда – тәүге тапҡыр. Барыһы ла оҡшаған, күңелендә бай тәьҫораттар ҡалған. Шулай уҡ Польшанан Доминика һәм Ангелика Шолдровка, Патрик Рудковски, Ҡаҙағстандан Руслан Жангулин Башҡортостан, фольклориада һәм Ишембай һабантуйы тураһында яҡшы фекерҙәрен әйтте.
Ҡырғыҙҙар сағыу сығыштары менән һоҡландырҙы
“Фольклор фестивалендә булмағандар ғына ысын дуҫлыҡҡа ышанмай, беҙ бында бер-беребеҙ менән аралашабыҙ, бер-беребеҙҙең бейеүҙәрен өйрәнәбеҙ, күңел асабыҙ”, – ти Ҡырғыҙстандан килгән “Адис” ансамбле ҡыҙҙары.Яна, Юлиә, Әлфиә Бишкәк ҡалаһының 4-се музыка мәктәбе эргәһендә ойошторолған ансамблдә шөғөлләнә. Бындай сарала ҡатнашыуҙары беренсегә түгел, ҡыҙҙар йәштәрҙең Дельфий уйындарында, Новосибирск ҡалаһында үткән фестивалдә лә үҙҙәрен күрһәтеп өлгөргән. Улар һөйләүенсә, Ҡырғыҙстанда халыҡ йолаларын, сәнғәтте үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә, хатта ошо йүнәлештә эш алып барған йәштәр хәрәкәте лә бар.– Беҙ тамашасы алдында сығыш яһап ҡына ҡалмайбыҙ, ә йолаларҙы, тарихты, мәҙәниәтте һаҡлау маҡсатында, оҫталыҡ дәрестәре лә уҙғарабыҙ. Бөгөн беҙ халҡыбыҙҙа популяр һаналған “Ҡара ат” бейеүен башҡарҙыҡ. “Бөркөт” тип аталған бейеүҙә илебеҙҙең күркәм тәбиғәтенә дан йырлана, “Ысыҡкүл” бейеүе данлыҡлы күл легендаһын һүрәтләй. Телдәребеҙ, милләтебеҙ төрлө булһа ла, сәнғәт телен барыһы ла аңлай. Ә башҡорт бейеүҙәре беҙҙекенә оҡшаған, телдәребеҙҙә лә уртаҡлыҡ бар. Бындай ҙур масштабтағы сарала ҡатнашыуыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ. Бөтә Башҡортостанда мөләйем, киң күңелле кешеләр йәшәй, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты ҡыҙҙар.
“Әйҙәгеҙ, киттек Башҡортостанға!”
Бөтә донъя фольклориадаһында Франция мәҙәниәте менән таныштырған коллектив бейеүсеһе Александр (Алекс) Асҡын, Борай, Мишкә, Ҡариҙел райондарында булып, күргәндәренән бик йылы тәьҫораттар алған.– Башҡортостан кешеләре бик мөләйем. Ҡайҙа булһаҡ та, йылы, үҙ күреп, яҡын дуҫтарылай ҡаршы алдылар, – тип һөйләй Алекс. – Быға тиклем Башҡортостан тураһында белмәй инем. Фольклориадаға килеп, үҙем өсөн тағы бер үҙенсәлекле, дуҫтарса мөнәсәбәтле халыҡты астым. Башҡортостанда үткән фестиваль, башҡорт халҡы, уның ҡурайы менән танышыу бүләк итеү менән бер рәттән, башҡа илдәрҙән дуҫтар табырға ла ярҙам итте.Ҡайтҡас, һеҙҙең турала һөйләп, дуҫтарымды “Әйҙәгеҙ, киттек Башҡортостанға!” тип саҡырасаҡмын әле. Был Фольклориада ҡабатланмаҫ тәьҫораттар, иҫ киткес күтәренке кәйеф, дуҫтарса мөхит, ғүмерҙә лә онотолмаҫлыҡ халыҡтар байрамы булып иҫтә ҡалыр!
Муса Гәрәевтең тыуған көнөндә...
Бенин, Эстония, Чили, Һиндостан, Парагвай, Хорватия, Азербайжан илдәренең фольклор ансамблдәре Илешкә иртән килеп төштө. Бай концерт программаһы Үрге Йәркәй ҡасабаһының үҙәк майҙанында үтте. Ҡунаҡтарҙы Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин сәләмләне. “Бөгөн илештәр үҙ ерендә халыҡ ижадын, милли йолаларҙы һаҡлауға ҙур өлөш индергән кешеләрҙе сәләмләй. Милләт-ара дуҫлыҡ, татыулыҡ сәхнәлә генә түгел, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә лә яҡшы күренә. Артабан да шулай булһын, – тип теләне Илдар Мостафин. – Тап бөгөн илештәр Волга буйы федераль округындағы берҙән-бер ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исемен алған яҡташыбыҙ Муса Гәрәевтең тыуыуына 99 йыл тулыуҙы билдәләй. Беҙҙең өсөн мөһим булған көндә сит ил ҡунаҡтарын ҡабул итеү – оло мәртәбә.Фольклориада ҡунаҡтарының беҙҙең районға килеүенә шатбыҙ. Илештең ҡайнап торған мәҙәни тормошона тағы ла йән өрҙөгөҙ”. Илдар Мостафин ҡунаҡтарға райондың балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнгән уҡыусылар эшләгән сувенирҙар бүләк итте.Илешкә ҡунаҡҡа килгән һәр ил вәкилдәре сағыу концерт программаһын күрһәтте. Коллективтар тамашасыларға үҙ илдәре, милли йолалары тураһында һөйләне. Интерактив майҙансыҡта балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Фольклориадала ҡатнашҡан илдәрҙең күргәҙмәһе барыһына ла ҡыҙыҡ булды. Ҡул эштәре күргәҙмәһе илештәр күңеленә айырыуса хуш килде.Сағыу тамаша кискә тиклем дауам итте. Ҡунаҡтар ҙа, тамашасылар ҙа аралашыуҙан ҡәнәғәт булып таралышты.
Иҙел башында –ете ил вәкилдәре
Белореттар ҙа донъя кимәлендәге ваҡиға шаһиты булды. Венгрия, Ҡырғыҙстан, Черногория, Коста-Рика, АҠШ, Швейцария һәм Албания ҡунаҡтары урындағы халыҡ алдында сығыш яһап, үҙ илдәренең мәҙәниәте менән таныштырҙы.Ижади коллективтар сығыш яһарға әҙерләнгән ваҡытта делегациялар етәкселәре Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашты.Ҡунаҡтар үҙҙәренең тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлашты.“Ғалимдар Башҡортостан менән Венгрияның тарихи тамырҙарының бер булыуын күптән иҫбатланы, был телдәребеҙҙә лә сағылыш тапҡан. Мәҫәлән, “һыу” һүҙе ике телдә лә бер ишерәк яңғырай. Башҡортостандың тәбиғәте лә Венгрияныҡына оҡшаш. Мин бында беренсе тапҡыр булһам да, үҙемде өйҙәге кеүек хис итәм. Фольклориаданың юғары кимәлдә ойошторолоуына һоҡланам”, – тине Венгрия ҡунағы Джозеф Сигетвари.“Фольклориада бөтә донъя өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Төрлө илдәрҙән килгән вәкилдәрҙең бергә йыйылып, барыһына ла аңлайышлы уртаҡ телдә аралашыуҙары бик мөһим. Башҡорт мәҙәниәте иҫ киткес бай, ә милли аштарығыҙ телде йоторлоҡ. Башҡортостандың төп байлығы, әлбиттә, уның ҡунаҡсыл, һәләтле, киң күңелле халҡы”, – тип һоҡланыуын йәшермәне Албаниянан килгән Джоколи Сеймен.“Башҡортостанды, шул иҫәптән Белорет районы тәбиғәтен Швейцарияныҡына оҡшаталар. Ысынлап та, шулай. Бында килгәнемә сикһеҙ бәхетлемен. Шундай ҙур һәм күркәм байрам ойошторғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт”, – тине Зоссо Лорин.Черногория ҡунағы Сретен Калуджерович мәктәптә уҡығанында рус телен өйрәнә. “Бында шундай иркенлек, хатта ауылдар ҙа ҙур биләмәләрҙә урынлашҡан. Беҙҙе һәр ерҙә ихлас ҡаршы алалар, хөрмәт итәләр. Барыһына ла ҙур рәхмәт”, – тине ул рус телендә.АҠШ-тан килгән Джозеф Ахуна, барыһын да һоҡландырып, “Солнечный круг” йырын йырлап ишеттерҙе. Осрашыу аҙағында белореттар ҡунаҡтарға иҫтәлеккә ҡурай, китап һәм сувенирҙар бүләк итте. Ҡунаҡтар ҙа буш ҡалманы – үҙ илдәренең сувенирҙарын тапшырҙы, ә АҠШ ҡунағы хакимиәт башлығы Андрей Иванютаға Гавая муйынсағын элде.
Утын бысып та ҡаранылар
Фольклориадала ҡатнашыусыларҙың бер төркөмө Благовещен ҡалаһына ла килде. Мәҙәниәтте үҫтереү үҙәге эргәһендәге сәхнәлә Рәсәй, Боливия, Греция, Үзбәкстан, Панама, Словакия илдәренән ҡунаҡтар татыулыҡ түңәрәгенә теҙелде. Панама вәкилдәре репетиция ваҡытында уҡ үҙҙәренең дәрт-дарманы һәм көслө тауыш вибрацияһы менән хайран ҡалдырҙы, рус халыҡ йыры “Калинка”ны башҡарыуҙары ла ғәжәпләндерҙе.– Башҡортостанда беҙ тәүге тапҡыр. Арабыҙҙа күбебеҙ – студенттар. Фольклориадала ҡатнашыу – беҙҙең өсөн ҙур ваҡиға. Һеҙҙә көтөлмәгәнсә йылы булып сыҡты, шуға үҙебеҙҙе өйөбөҙҙәге һымаҡ тоябыҙ. Мине Башҡортостандың тәбиғәте һәм халыҡтың ҡунаҡсыллығы әсир итте. Әгәр мөмкинлек сыҡһа, бында тағы ла килер инем, – ти Панаманан килгән төркөм гитарисы Себастьян.Грецияның CIOFF ойошмаһы президенты Ионнидас Константинос был илдең музыканттары менән бергә килгән. Ул республика урман-ҡырҙарының гүзәллеген билдәләне, башҡорт көйҙәренә һоҡланыуын белдерҙе. Башҡортостан кешеләрен Грецияға ҡунаҡҡа ла саҡырҙы: йылы ҡабул итәсәкбеҙ, тип вәғәҙәләне.Байрамда рус, башҡорт, татар, мари халыҡтары мәҙәниәтен сағылдырған экспозициялар ойошторолғайны. Бында һәр кем үҙен төрлө яҡлап һынап ҡараны: утын бысты, йөн иләне, халыҡ уйындарында ҡатнашты, милли ризыҡтар менән һыйланды.Урындағы оҫталарҙың әйберҙәрен дә һатып алып була ине. Сит ил ҡунаҡтары бигерәк тә биҙәкле ҡалаҡтарҙы һәм матрешкаларҙы ярата икән.Благовещен ерендә үткән Фольклориада сараларында райондың иң яҡшы ижади коллективтары ҡатнашты, шул иҫәптән “Россияночка” һәм “Уралочка” рус йыры халыҡ ансамблдәре, “Потеха” рус халыҡ инструменттары оркестры, “Солнышко” өлгөлө хореографик ансамбле.
“Беҙгә лә килегеҙ!”
VI Бөтә донъя фольклориадаһы еле Нефтекамаға ла ҡағылды – сараның беренсе көнөндә үк ҡалаға ете ил вәкилдәре килде. Урындағылар уларҙы рус йырҙары, ҡурай моңо, балалайка сыңы менән ҡаршы алды.5 июлдән алып көн һайын сит ил ҡунаҡтары нефтекамаларҙы концерт номерҙары менән ҡыуандырҙы, ә артабан Нефтекама Фольклориаданың төньяҡ-көнбайыш үҙәгенә әүерелде – бында ҙур, сағыу тамаша үтте.Ҡала мәҙәниәт һәм ял паркында Нефтекама, Ағиҙел ҡалалары, Краснокама, Ҡалтасы райондары күргәҙмәләр ҙә йәйелдереп ебәрҙе.Бөтә донъя фольклориадаһынан Нефтекамаға Эстония, Парагвай, Хорватия, Һиндостан, Азербайжан, Чили, Бенин илдәренән йыйылдылар. Һуңғылары үҙҙәре менән милли биҙәүестәрен һәм сувенирҙарын да килтергән – Нефтекама халҡы уларҙы үҙҙәренә иҫтәлеккә лә алып ҡалды. “Был әйберҙәрҙе мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙ менән таныштырыу маҡсатында алып килдек, – тине Куеви Обен. – Бер ун йылдан ошо сувенирҙарға ҡарап, бында Бенин халҡы килеүен иҫкә алырһығыҙ әле. Беҙгә лә килегеҙ!”Телдәрҙең төрлөлөгө ҡамасау түгел – тәржемәселәр һәи ирекмәндәр ярҙамында нефтекамалар сит ил ҡунаҡтары менән рәхәтләнеп аралашты. Ирекмәндәрҙең күбеһе – БДУ-ның Нефтекамалағы филиалы, машина эшләү колледжы студенттары. Нефтекама ҡала паркының төп сәхнәһенән байрамға йыйылғандарҙы Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев сәләмләне.Был сәхнәлә Хорватиянан килгән Михаэл Вечковичтың теләге тормошҡа ашты: ҡурай менән ҡыҙыҡһынған егеткә Әминә Шафиҡова был уйын ҡоралын бүләк итте. Михаэл Нефтекама филармонияһы ҡурайсыһынан ҡурай уйнау серҙәрен төшөнөү маҡсаты менән дәрес тә алып өлгөргән.
Фольклориаданан мәғлүмәттәрҙе И. Аҡъюлов, Р. Солтанова,Р. Ғатауллина, А. Ғәбитова, Л. Нуретдинова, Г. Балтабаеваәҙерләне. Фотолар район баҫмаларынан алынды.