Иҡтисад
13 Июль 2021, 09:00

Милли проектта йәнә ике предприятие ҡатнаша

1,9 мең кеше һаҡсыл етештереү нигеҙҙәре буйынса белемен камиллаштырған.

Милли проектта йәнә ике предприятие ҡатнашаМилли проектта йәнә ике предприятие ҡатнаша
Милли проектта йәнә ике предприятие ҡатнаша

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында Башҡортостандан 112 предприятие ҡатнаша. Күптән түгел исемлеккә йәнә ике предприятие – “Крезол-Нефтесервис” һәм “Урал урманы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре инде.

“Креол-Нефтесервис” – ер ҡатламдарының нефть биреү һәләтен арттырыуҙың химик алымдары өлкәһендәге эксперт, кислоталы, ҡоро кислоталы матдәләр, иреткестәр, АСПО, тоҙ ултырмалары, коррозия ингибиторҙары, деэмульгаторҙар етештереү менән шөғөлләнә. “Урал урманы” – ҙур ағас эшкәртеү компанияһы, ағас материалдар, фанера, урман химияһы продукцияһы сығара.

Милли проектҡа ярашлы, ошондай предприятиеларҙа эшләгән 1,9 мең кеше һаҡсыл етештереү нигеҙҙәре буйынса белемен камиллаштырған. Әйткәндәй, был күрһәткес планда билдәләнгәндән 1,8 тапҡырға юғарыраҡ.

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты структураһында Башҡортостан Иҡтисади үҫеш һәм инновация сәйәсәте министрлығының ике төбәк проекты бар. Улар – “Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса системалы саралар” һәм “Предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға адреслы ярҙам”.

 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/122242

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/122242

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас