

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.
“Дәүләт аҡсаһы сарыф ителһә, Хөкүмәттең төп маҡсаты – уларҙың файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелегенә контроль. Аҡсаны былай ғына тотоноу өсөн артыҡ аҡыл кәрәкмәй. Ә мин дәүләт аппаратын һәр тиндән тиерлек файҙа алырға өйрәтәм.
Былтыр рекордлы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ике инфекция госпитален күтәреү мотлаҡ талап ителгәс, төҙөлөш сифатына контроль уңыштың төп факторына әйләнде. Аҙна һайын республика предприятиелары күрһәткән майҙансыҡтарға сығып, башҡа төбәктәрҙән булған ойошмалар менән сағыштырғанда, үҙебеҙҙә етештерелгән хеҙмәттәрҙе һәм продукцияны контроллек итеүе әллә нисә тапҡырға еңел икән. Был осраҡта сифатты ла, ваҡытты ла талап итергә мөмкин. Хатта көн һайын тиерлек объекттарға поставкалаусыларҙы борсорға һәм дәғүәне шәхсән белдерергә була.
Бынан тыш, урындағы предприятиелдарҙың мөмкинлектәрен максималь күберәк файҙаланыуға иҡтисади резондар дәлил булып тора. Былай булһа, төбәктән аҡса китмәй, урындағы башҡорт ойошмалары ла заказ менән тәьмин ителә, ә был – эш урындары, һалым.
Дөйөм алғанда, ошондай тәжрибәне киңәйтәбеҙ. Айырым әйткәндә, ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөгәндә. Былтыр ошондай 100 объектты сафҡа индерҙек. Быйыл да төҙәйбөҙ, киләһе йылда ла төҙөйәсәкбеҙ.
Республика предприятиелары менән аралашҡас, материалдарҙың сифаты, дөйөм теләгебеҙ буйынса талаптарҙы аңлаттыҡ. Ошондай эш ярҙамында былтыр ФАПтарҙы эшләгәндәге эштәрҙең һәм материалдарҙың 70 проценты тирәһе урында етештереүселәрҙеке булды. Быйыл был процент юғары булыр тип ышанам”.
Фото: pravitelstvorb.ru