

Һорауҙарға яуаптар
– Миңә ниндәй вакцинаны яһатыу ҡулайлыраҡ булыр?
– Рәсәйҙә етештерелгән бөтә вакциналар ҙа хәүефһеҙ һәм ыңғай тәьҫирле. Ниндәй вакцина бар, икеләнеп тормайынса, шуны яһатығыҙ. Әгәр ҙә хроник сирҙәрегеҙ булһа, ниндәй вакцинаны һайлау тураһында табип менән кәңәшләшегеҙ.
– Мин ковид менән сирләнем. Прививка яһатырға кәрәкме-юҡмы?
–Эйе, коронавирус менән сирләүегеҙгә ҡарамаҫтан, һеҙгә прививка яһатырға кәрәк. Сирҙе үткәргән кешеләрҙә вирусҡа ҡаршы тәбиғи иммунитет барлыҡҡа килә, тик әлегәсә уның оҙайлымы-юҡмы икәнлеге, кешенең яҡшы яҡланған булыу-булмауы билдәһеҙ. Вакцина һеҙҙе вирустан ныҡлы һаҡлаясаҡ. Сирләгәндән һуң бер нисә ай үткәс, прививка яһатырға тәҡдим ителә.
– Ковидҡа ҡаршы вакциналар кешенең ДНК-һына (дезоксирибонуклеи́н кислота́һы) йоғонто яһаймы?
– Юҡ, бер вакцина ла ДНК-ға тәьҫир итә лә, йоғонто яһай ҙа алмай. Вакциналар организмдың иммун күҙәнәктәрен коронавирустың генетик материалы өлөшсәләре менән таныштыра. Улар вирусты иҫендә ҡалдыра һәм сирҙән һаҡланыуға йүнәлтелгән антиесемдәр етештерә башлай.
– Вакциналар кешенең репродуктив һәләтенә йоғонто яһаймы?
– Вакциналарҙың бала табыу һәләтенә тәьҫир итеүен иҫбатлаған бер ниндәй ҙә дәлил юҡ. Рәсәй вакциналары лаборатория шарттарында тоҡомға тәьҫир итеүсәнлек буйынса һынауҙарҙы уңышлы үткән. Кире эҙемтәләр асыҡланмаған. Вакцина яһатҡандан һуң ауырға ҡалыуҙан хәүефләнергә ярамай.
– Вирустың мутациялары барлыҡҡа килә. Вакциналар яңы штамдарға ҡаршы тора аласаҡмы?
– Эксперттар яңы штамдарҙың вирустың үҙ-үҙен тотошона нисек тәьҫир итеүен өйрәнә. Әлегә патогендарҙа сир ағышына йоғонто яһарға һәләтле үҙгәрештәр асыҡланмаған. Әгәр ҡайһы булһа ла вакцинаның штамдарға тәьҫирлелеге кәмегәне тойолһа, уның составын үҙгәртеү ҡарала. Нисек кенә булмаһын, вирустың таралыуына кәртә ҡуйыу өсөн прививка яһатырға кәрәк. Был үҙ йәһәтендә вирустың мутацияһын кәметергә ярҙам итәсәк.
– Вакцина яһатҡандан һуң тестың, мәҫәлән, ПЦР йәки антиген тесының, ыңғай булыуы мөмкинме?
– Юҡ, уның булыуы мөмкин түгел. Тест ярҙамында әүҙем сирҙең барлығы тикшерелә, ә кешенең иммунитеты түгел.
– Прививканан һуң сирләп китеү мөмкинме?
–Прививка арҡаһында түгел, ә вирус йоҡтороу һөҙөмтәһендә ауырыуығыҙ ихтимал. Прививка яһатҡан кеше сирҙең тәүге билдәләрен һиҙеү менән ашығыс рәүештә табипҡа күренергә һәм ПЦР-тест үтергә тейеш. Вакцина яһатҡандан һуң сирләп киткән кешеләр инфекцияны еңел үткәрә, өҙлөгөүҙәр булмай.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә таянып әҙерләнде.