Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Июль , 21:15

Антисептик сығара башланылар

“ДЭЛЕКСА” предприятиеһы дезинфекциялау саралары ҡойоу линияһын сафҡа индерҙе.

Антисептик сығара башланылар

“ДЭЛЕКСА” предприятиеһы Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды ярҙамында дезинфекциялау саралары ҡойоу линияһын сафҡа индерҙе. Ул тәүлегенә 10 тоннаға тиклем ошондай шыйыҡсалар сығарыу мөмкинлеген бирәсәк.

Мәғлүм улыуынса предприятие “Эпидемик ауырыуҙарға ҡаршы эш итеү” программаһы буйынса сәнәғәтте үҫтереү фонды аша 5,5 миллион һумдыҡ заем алғайны. Был аҡсаны ул етештереүҙе яңыртыуға йүнәлтте. Һатып алынған заманса ҡорамалдар етештереү күләмен айына 300 тоннаға еткереү мөмкинлеген бирә.

Проекттың бюджеты – 13 миллион һумдан ашыу. Һалым кереме күләме 14 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк. Әле “Авирбак” тип аталған дезинфекциялау сараһының тәүге ике тонна партияһы сығарылған.

"Былтыр 33 сәнәғәт предприятиеһы ике миллиард һумға яҡын ярҙам алды, шуның 1,3 миллиард һумдан ашыуы – федераль программалар буйынса. Һөҙөмтәлә республика иҡтисадына туғыҙ миллиард һумдан ашыу инвестиция йәлеп ителде, меңгә яҡын эш урыны булдырылды", – тине сәнәғәт, энергеика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

Быйыл республикалағы 11 предприятие 1,6 миллиард һумлыҡ заем алған, шуның 535 миллион һумы – федераль фондтан. Шулай уҡ биш проект фондта экспертиза үтә.

 

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52112

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Лилия Давлетбакова