Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Июль , 20:30

Өфөлә бал эшкәртеү заводы төҙөлә

"Эш быйыл башлана. Тәүге умарталыҡтар Бөрйән, Ишембай, Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондарында асыла".

Өфөлә бал эшкәртеү заводы төҙөлә

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Фейсбуктағы сәхифәһендә башҡорт балы тураһында яҙма ҡалдырҙы.

“Башҡорт балы - беҙҙең иң танылған брендтыр, моғайын. Уны республиканан ситтә лә беләләр. Бер яҡтан, ғорурланыу өсөн сәбәп, әлбиттә, ләкин, икенсе яҡтан, бында беҙҙең бер ниндәй ҙә хеҙмәтебеҙ һалынмауын аңларға тейешбеҙ. Тәбиғәттән шулай ҡушылған, тарихи шулай булған. Беҙҙә балды мул йыйыу өсөн уңайлы шарттар бар. Илдә йүкә урмандары буйынса беренсе урынды биләйбеҙ, бал бирә торған 300-гә яҡын үҫемлек үҫә. Улар араһында дарыу үләндәре лә бик күп.

Был байлыҡҡа лайыҡлы булырға ла кәрәк. Уны заманса технологияларҙы ҡулланып, һаҡсыл һәм һөҙөмтәле файҙаланыу, тулыландырыу шарт. Беҙ тармаҡты ҡабул итеп алғандан сифатлыраҡ итеп киләһе быуындарға тапшырырға тейешбеҙ.

Беҙ Өфөлә бал продукцияһын эшкәртеү буйынса Рәсәйҙә иң ҙур завод төҙөү өсөн инвестор таптыҡ. Ул ХХI быуаттың автоматлаштырылған, технологик яҡтан камил производствоһын тәшкил итәсәк. Продукцияны нигеҙҙә экспортҡа сығарасаҡ, шуға күрә ошонда уҡ бал сифатын тикшереү йәһәтенән халыҡ-ара аккредитациялы лаборатория ойоштороу, шулай уҡ күргәҙмә павильонын асыу күҙаллана.

Инвестор проектҡа 3,7 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтмәксе. Республиканың 12 районында яңы умарталыҡтар барлыҡҡа киләсәк. Был яңы эш урындары булдырыу, шул иҫәптән төпкөл ауылдарҙа ла, һәм төбәк бюджетына өҫтәмә һалым алыу мөмкинлеге бирәсәк.

Бынан тыш, урта рус тоҡомо бал ҡорттарының башҡорт популяцияһын һаҡлап ҡалыу йәһәтенән эш алып барыу ҡарала. Тимәк, фермерҙарыбыҙ сифатлы генетик базаға эйә буласаҡ. Ул солоҡсолоҡто һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәсәк.

Эш быйыл башлана. Тәүге умарталыҡтар Бөрйән, Ишембай, Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондарында асыла.

Умартасылыҡты үҫтереү – республика өсөн мөһим йүнәлеш. Шуға күрә беҙ проектты өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерергә булдыҡ. Был эшҡыуарға эште йылдамыраҡ башларға һәм сығымдың бер өлөшөн ҡапларға ярҙам итәсәк”, – тип яҙған Андрей Назаров.

 

Фото: facebook.com

Сығанаҡ: facebook.com/100001714985777/posts/4353821138018343

 

Автор:Лилия Давлетбакова