Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Июль , 12:30

“Уңайлыраҡ төбәк итеү өҫтөндә эшләйбеҙ...”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.

“Уңайлыраҡ төбәк итеү өҫтөндә эшләйбеҙ...”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.

“Беҙҙәге республика инвестиция порталы тағы функциональ була бара. Был - эшҡыуарҙар онлайн режимда үҙен борсоған һорау буйынса кәңәштәр алыу, ғариза биреү, һалым түләү кеүек мөмкинлегенә эйә “берҙәм тәҙрә”. Хәҙер investrb.ru. порталында экспортлаусылар өсөн йәнә бер бүлек өҫтәнек. Ул яңы эш башлаған һәм сит илгә экспортҡа тауар сығарырға теләгән тәжрибәле эшҡыуарҙар өсөн дә файҙалы буласаҡ. Сайтта экспортҡа эшләргә теләгәндәр өсөн күрһәтелгән ярҙам саралары, уларҙы алыу хаҡында белергә мөмкин. Беҙ бында сит илдәрҙәге Башҡортостан вәкилдәре тураһындағы мәғүмәтте урынлаштырҙыҡ. Уларҙа предприятиеларыбыҙҙың сит илгә сығыуы өсөн һәр йәһәттән ярҙам итеү мәсәьәләһе бар. Был, әйтергә кәрәк, уларҙың төп маҡсаты.

 Тағы порталда йыллыҡ сараларҙың эшлекле календары, төбәктең экспорт статистикаһы, топ экспорт һәм импорт продукцияһы, тышҡы әйләнеш буйынса мәғлүмәттәр һәм башҡалар бар. Ҡарағыҙ һәм нимәлер етмәй тип тапһағыҙ, мотлаҡ яҙығыҙ.

Беҙ Башҡортостанды илдә эшҡыуарлыҡ өсөн уңайлыраҡ төбәк итеү өҫтөндә эшләйбеҙ. Был өлкәләге хеҙмәттәрҙе һанлаштырыу – эшебеҙҙең был мәсьәләне хәл итеүгә йүнәлтлгән төп йүнәлештәренең береһе.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова