Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Июль , 21:30

Ҡаҙаҡтар инвестор йәлеп итергә беҙҙән өйрәнә

Башҡортостан Үҫеш корпорацияһында Ҡаҙағстан делегацияһы булды.

Ҡаҙаҡтар инвестор йәлеп итергә беҙҙән өйрәнә

Башҡортостан Үҫеш корпорацияһында Ҡаҙағстан делегацияһы булып китте. Ике көн дауамында улар “Алға” махсус иҡтисади зонаһында һәм “Өфө” индустриаль паркында эш тәжрибәһен өйрәнде.

“Аҡтүбә” социаль-эшҡыуарлыҡ үҙәге” акционерҙар йәмғиәтенең идара рәйесе Тлеужан Тлешев әйтеүенсә, уларҙы Башҡортостандың инвесторҙар йәлеп итеү буйынса тәжрибәһе ҡыҙыҡһындыра.

Корпорация етәкселеге хеҙмәттәштәренә проект менеджерҙары институты, был зонаның һәм индустриаль парктың мөмкинлектәре, өҫтөнлөгө тураһында һөйләне.

Ҡаҙағстан ҡунаҡтары “Өфө” индустриаль паркының һәм “Алға” махсус иҡтисади зонаһының идарасы компанияһы директоры менән бергә ошо парктың махсус иҡтисади зонаһында ла булды, якорь резиденты сифатында эшләгән Кроношпан предприятиеһын ҡараны.

Фото: kr-rb.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин