Башҡортостан
+22 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Июль , 10:48

Һауа торошо һынауына бирешмәйҙәр

Ҡоролоҡ ауыл хужалығы тармағын һынауын дауам итә. Һауа температураһы яҡын арала төшмәйәсәк, тип белдерә синоптиктар.

Республиканың ҡайһы бер райондарында үткән ямғырҙар хәлде аҙыраҡ яҡшыртты, ләкин ҡотҡарманы. Баҫыу эшсәндәре ямғырҙар көтә. Ауыл хужалығы культуралары һәләк булыуы арҡаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары менән төбәктең 26 райо­нында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде. Был исемлеккә Баймаҡ, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Благовещен, Дыуан, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Йылайыр, Илеш, Ишембай, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мишкә, Салауат, Туймазы, Өфө, Федоровка, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә, Шаран райондары һәм Күмертау ҡалаһы инде. Ғәҙәттән тыш хәл 28 июлгә тиклем һаҡланасаҡ. 

Тәүгеләрҙән булып ураҡҡа төшкәндәр

Ҡайһы бер баҫыуҙарҙа хәл аяныслы булһа ла, сәселгәнде йыйырға кәрәк. Республиканың 20 районында ужым культураларын сабыуға төштөләр. Бөгөнгө күрһәткестәргә күҙ һалайыҡ: 10,7 мең гектар майҙанда бөртөклө культуралар сабылған, шуның 4,9 мең гектары һуғылған һәм ырҙын табағына оҙатылған. Уңыштың уртаса күрһәткесе – гектарынан 15,1 центнер. Һуғылған уңыштың дөйөм күләме әлегә 7, 4 мең тонна тәшкил итә. 

Тәүгеләрҙән булып ураҡҡа Көйөргәҙе районы аграрийҙары төшкән. Унан һуң дүртөйлөләр менән туймазылар ҙа баҫыуҙа эш башлаған.

Тармаҡтағы эш барышы менән танышыр өсөн Стәрлебаш районына юл тоттоҡ. Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Рауил Туҡбаев билдәләүенсә, башҡа яҡтар менән сағыштырғанда, Стәрлебашта хәл улай уҡ ҡурҡыныс түгел. “Майҙа бөтөнләй яуманы. Ә бына июнь-июлдә районда бер аҙ күҙ төшөргән ямғыр хәлде ҡотҡарҙы. Әле лә яуын көтәбеҙ. Районда 12 ҙур предприятие һәм үҫемлекселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгән 58 крәҫтиән (фермер) хужалығы бар. Эреләре баҫыуҙа эш башланы”, – ти Рауил Мөхәмәтгәрәй улы.

Бөркөттәр үҙ ояһында ҡалырға тейеш

Райондағы иң алдынғы хужалыҡтарҙың береһе булған “Заря” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә 12 йыл инде Ғафур Мөхәмәтвәли улы Ҡорбанғәлиев етәкселек итә. 45 йыл ғүмерен ауыл хужалығына бағышлаған кеше ул. Үҙ иңенә ятҡан бурыс­тарҙы юғары кимәлдә атҡарыу өсөн етәксегә һәр ваҡыт бер аҙым алдан барырға, оҫта ойоштороу һәләтенә эйә булырға кәрәк. Эшен агроном булып башлаған Ғафур Мөхәмәт­вәли улы ауыл халҡының тормошон һәйбәт белә, һәр ҡайһыһының проблемаларын аңлап тора һәм тиҙерәк хәл итеү юлдарын уйлай. “Әле хужалыҡта 60-тан ашыу кеше эшләй. Уларҙың барыһы ла – йә ошо ауыл кешеләре, йә эргә-тирәләге ауылдарҙан. Ҡыҙҙар осар ҡош булһа, егеттәр үҙ еренең бөркөтө булырға тейеш”, – ти ул һәм булдыҡлы, алдынғы ҡарашлы егеттәрҙең, белем алып, ауылға эшкә ҡайтыуын теләй. Бындай­ҙарҙы мәктәп эскәмйәһенән күреп, алдан ҡурсалап тора. Быға үҙебеҙ инандыҡ. 

Хужалыҡтың баш агрономы Линир Хәлитов ошо етәксенең ҡанаты аҫтында 12 йыл эшләй. Агрономды күҙенә ҡарап маҡтамаһалар ҙа, беҙгә Линир Фаил улы тураһында тик йылы һүҙҙәр генә әйтелде. Тәүҙә училищены тамамлаған, унан Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы университетында уҡыған. Шул ваҡытта уҡ Германияла практика үткән, оҙайлы сәфәрҙәрҙән байтаҡ тәжрибә алған. Ғафур Мөхәмәтвәли улы уны шунда уҡ күҙләп ҡуйған һәм, егет диплом алғас та, үҙенә эшкә саҡырған.

– Хужалыҡтың дөйөм сәсеү майҙаны 5 490 гектар тәшкил итә. Шуның 986 гектарын ужым культуралары биләй. 608-енә “безенчукская” сортына ҡараған иген сәсһәк, ҡалғаны – “памяти Кунакбаева” сортының ужым арышы. Әммә быйыл был арыш һынауҙы үтә алманы. Яңы сорт эҙләргә кәрәк, беҙҙең баҫыуға әлегеһе тап килмәй. 216 гектарҙа борсаҡ, орлоҡҡа кукуруз ултырттыҡ. Борсаҡ баҫыуы тулыһынса әҙер. Әлбиттә, ике аҙнаға алдараҡ өлгөрҙө, ҡуҙаҡтары тулышып өлгөрмәйенсә кипте. Шулай ҙа, быйыл әллә ни ҙур уңышҡа иҫәп тотмағас, был күләм дә беҙҙе ҡыуандыра, – ти Линир Фәнил улы.

Уңыш йыйыу мәлендә баҫыу­ҙарға ике үҙйөрөшлө сапҡыс, дүрт “Акрос” һәм бер “Нью Холланд” комбайны сығасаҡ. “ЗиЛ”, алты “К-701”, ете “КамАЗ” төҙөк һәм эшкә әҙер. Комбайндарҙа Айнур Ғабдул­лин, Инсаф Мөхәмәтйәнов, Марс Ибраһимов, Ринат Бәхтийәров эшләй. Барыһы ла – тәжрибәле механизатор һәм водителдәр. Хужалыҡта 20 йылдан ашыу тир түгәләр. Ситтән бәхет эҙләп йөрөмәй, үҙ ерҙәрендә, үҙ ауылдарында донъя көтәләр. Әйткәндәй, эш хаҡына ла зарланмай улар. Сәсеү һәм уңыш йыйыу мәлендә һәйбәт аҡса алабыҙ, тип тырышып эшләйҙәр. 

Борсаҡты сабыуға төшкән Рәүеф Ҡотлошин менән Азат Яҡупов тәүлек әйләнәһенә алмашлап эшләй. Ни генә тимә, ҡыҙыу эш мәленең һәр минутын файҙа­ланып ҡалырға кәрәк. Әйткәндәй, тәжрибәле белгес булараҡ, Азат Яҡуповҡа өйрәнсек тә тәғәйен­ләп ҡуйғандар. СПТУ студенты Венер Йәғәфәров йәйге практикаһы ваҡытында һәр техниканың серҙәрен асыҡлап, эшләргә өйрәнергә тигән маҡсат менән килгән.

– Быйыл мин икенсе тапҡыр хеҙмәт практикаһы үтәм. Яҙғыһын сәсеү ваҡытында ла үҙебеҙҙең хужалыҡта эшләнем. Аҙаҡ, йәйгә лә алығыҙ, тип килдем. Киләһе яҙҙа хәрби хеҙмәткә аласаҡтар, шуға тиклем белемемде арттырып, техниканы яҡшыраҡ үҙләштереп өлгөрөргә кәрәк. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас та ошо хужалыҡҡа эшкә килергә уйлайым, – ти Венер. Өлкән хеҙмәттәштәре иһә егеттең тырышлығын, һәр нәмәнең айышына төшөнөп, белергә тырышыуын билдәләй. 

Ялан батырҙарына алмаш үҫә

Райондың Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы игенселәре лә районда тәүгеләрҙән булып уңыш йыйыуға төшкән. Әйткәндәй, былхужалыҡтың 7423 гектар ере бар. Баҫыуҙар тәрбиәле, буш ятҡан майҙандар юҡ. 2004 йылдан алып орлоҡсолоҡ хужа­лығы булып теркәлгән коопера­тивҡа ер етмәй ҙә әле ул. 

– Супер-элита орлоҡтары һатып алып сәсәбеҙ ҙә элита орлоҡтары һатабыҙ. Беҙҙән орлоҡто Башҡортостандың бөтөн райондарынан да килеп алалар. Игендең “башкирская”, арпаның “памяти Кунакбаева” тигән сорттарына өҫтөнлөк бирәбеҙ. Игенде орлоҡҡа тип сәскән майҙаныбыҙ – мең гектар самаһы. Мал аҙығы өсөн тағы ла шундай уҡ күләм сәселә. Бынан тыш, 300 гектарҙа күп йыллыҡ үләндәр, вика ултыртабыҙ. Техника төҙөк. Өс сәсеү комплексы, былтыр декабрь айында ғына агролизинг килешеүе буйынса алынған ике яңы “К-744”, ике “К-701” трактор­ҙары бар. Орлоҡто совет заманынан ҡалған киптереү комплексына һалабыҙ. Уны алмаштырырға йыйынмайбыҙ, сөнки, гел йүнәтеп торғас, ул бик һәйбәт эшләй, – ти йәмғиәт рәйесе Юрис Синағолов. 

Үҫемлекселек һәм малсылыҡ менән берҙәй ныҡлы шөғөлләнгән хужалыҡтың малдары быйыл яңы йәйләүгә күскән. 1200 баш ҡара-сыбар тоҡомло мал аҫрала, шуның 380-ен һауын һыйырҙары тәшкил итә. Малсыларҙың тырышлығы менән көн һайын ете тоннанан ашыу әҙер продукция һөт комбинатына тапшырыла. “Һөт һатыуҙан килгән табыш эшселәргә хеҙмәт хаҡы түләүгә, ваҡ ремонт эштәренә, хужалыҡ кәрәк-ярағына тотонола”, – ти етәксе. 

Яңы йәйләү заманса ауыл хужалығы ҡорамалдары менән йыһазландырылған, һәр ерҙә һөт, һыу үткәргестәр урынлаштырылып, ҡеүәтле һыуытҡыстар ҡуйылған. Бөгөн һәр һыйырҙан көндәлек уртаса һауым 21 литр тәшкил итә. Йыл башынан 11 520 центнер һөт һауылған, бер һыйырға өс мең килограмм самаһы тура килә. Алдынғы һауынсылар Елена Гаврилова, Эльмира Кинйәбулатова, Әлфиә Искәндәрова, Әнисә Яҡуповалар тырышып эшләй. Хеҙмәт хаҡын да һәйбәт алалар. 

Баҫыуҙа иһә тракторҙар гөрләй. Беҙ барғанда ялан батырҙары арыш саба ине. Бер аҙнала эште тамамларға ниәтләйҙәр. Үҙйөрөшлө сапҡыста Рәүеф Байморатов эшләй. Көнөнә 100 гектар майҙанды саба ул. Ике “Полесье” комбайнында Айнур Юнысов менән Рәвил Иҫәмбәтов, “Акрос”та Йәдкәр Сирбаев эшләй. “Дон-1500”-ҙөң руленә Рауил Булатов ултырасаҡ. Уларҙың һәр береһе – 20 – 25 йыл ошо хужалыҡта эшләгән кешеләр. 

Беҙ ҡараған баҫыуҙа Рәүеф Байморатов арыш саба ине. Уның хеҙмәт юлы 42 йыл элек тап ошо хужалыҡта башланған. 

– Көнөнә 50 – 55 гектар ерҙе сабам. Эш башлағанда икенсе техникала йөрөгәйнем. Хәҙер иһә заманса техника менән эшләүе рәхәт. Бер баҫыуҙа эште бер-ике көндә тамамлап була, – ти Рәүеф ағай.

– Ошондайыраҡ ҡоролоҡто 2010, 2012 йылдарҙа кисергәйнек. 1975 йылда ла шундай уҡ хәлдең шаһиты булырға тура килде. Арыштың уңышы гектарынан 20-21 центнер тәшкил итер, тип уйлайбыҙ. Район буйынса көнба­ғыштың да уңышы һәйбәт бул­маҡсы. Әле был культураның саҡ көс йыйған ваҡыты. Тағы бер аҙ ямғыр яуһа, шәп булыр ине, – ти райондың баш агрономы Наил Ибраһимов.

- Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Стәрлебаш районы.