Башҡортостан
+22 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Июль , 10:15

Күрһәткестәрҙе артабан да яҡшыртыу мөһим

Инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса проект офисының сираттағы ултырышы булды.

Күрһәткестәрҙе артабан да яҡшыртыу мөһим

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе, Хөкүмәт ағзаһы Александр Сидякин Инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса проект офисының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда Инвестиция шарттары торошоноң  милли рейтингы күрһәткестәренә өлгәшеү мәсьәләһе тикшерелде.

Ултырышта республика башҡарма власть органдары, үҫеш институттары, финанс-кредит ойошмалары һәм эшлекле берекмәләр вәкилдәре ҡатнашты. Фекер алышыуға шулай уҡ Башҡортостандың бизнес-шерифтары ҡушылды.

Мәғлүм булыуынса, Инвестиция шарттары торошоноң милли рейтингы бизнес өсөн уңайлы шарттар булдырыу йәһәтенән төбәк власының һалған тырышлығын баһалай, иң яҡшы практикаларҙы асыҡлай, ә уның һөҙөмтәләре инвестиция өсөн көрәштә конкурентлыҡты дәртләндерә. Былтырғы йомғаҡтар буйынса Башҡортостан, бишенсе баҫҡысты биләп, рейтингта тәүге биш төбәк иҫәбенә ингәйне. 2019 йылда ул – туғыҙынсы, 2018-ҙә 16-сы урында ине.

Ултырышта сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев рейтинг критерийҙарының береһе булған “Электр энергияһы менән тәьмин итеү ғәмәлдәренең һөҙөмтәлелеге” күрһәткесе тураһында һөйләгәнсә, электр селтәрҙәренә тоташтырыу ваҡыты, йәғни ғариза биргәндән алып килешеү төҙөгәнгә тиклемге осор 2020 йыл йомғаҡтары буйынса 36 көн тәшкил иткән. “БЭСК” йәмғиәте идараһы рәйесе, компанияның генераль директоры Сергей Гурин әйтеүенсә, йәмғиәт был күрһәткесте яҡшыртыу йәһәтенән эш алып бара.

Милли рейтингтың йәнә бер күрһәткестәр төркөмө инвестиция йәлеп итеү буйынса төбәк ойошмаһының эшенә баһа бирә. Был турала Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов сығыш яһаны.

"Милли рейтингта артабан да юғарыға үрләү еңелдән булмаясаҡ. Ләкин синергетик һөҙөмтә алыу өсөн һәр позиция буйынса күрһәткестәрҙе яҡшыртыу бик мөһим", – тине Александр Сидякин.

 

Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/143553.html

Сығанаҡ: glavarb.ru

Автор:Лилия Давлетбакова