

Барған һайын ҡыйғыларҙың яңы эштәрен, ҡаҙаныштарын күреп ҡыуанып ҡайтабыҙ. Был юлы ла район үҙәге Үрге Ҡыйғы төҙөлөш майҙанын хәтерләтә ине. “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” төбәк проекты буйынса Совет урамында үҙәк аллеяны төҙөкләндереү эштәренең ҡыҙған мәленә тура килдек. Төҙөлөш эштәрен “Ҡыйғы Коммунальщик” йәмғиәте алып бара.
“Ҡыйғы Коммунальщик” күп йүнәлешле компанияһына Ильяс Усманов етәкселек итә. Ойошма торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә инде ун йылдан ашыу эшләй: торлаҡ фондын хеҙмәтләндерә һәм йылылыҡ менән тәьмин итә. 36 кешенән торған коллектив бер эштә лә һынатмай. Бында үҙ һөнәренең оҫтаһы булған белгестәр тупланған. Әлбиттә, предприятиеның был ҡаҙаныштарында Ильяс Ромен улының өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Компания Үрге Ҡыйғы ауылындағы күп фатирлы 34 йортто хеҙмәтләндерә. Был йорттарҙағы 548 фатирҙа 1060 кеше йәшәй. Предприятие йорттарҙың фасадтарына, подъездарына һәм баҫҡыс майҙансыҡтарына ағымдағы ремонт эштәрен башҡара.
Ойошманың Үрге Ҡыйғыла урынлашҡан ике газ ҡаҙанлығы барлыҡ бюджет ойошмаларын һәм күп фатирлы йорттарҙы, шулай уҡ район үҙәге буйлап һуҙылған 6,2 саҡрым оҙонлоғондағы йылылыҡ селтәрен хеҙмәтләндерә. Халыҡты йылылыҡ менән тотҡарлыҡһыҙ тәьмин итеү өсөн ҡорамалдарҙы яңыртыу өҫтөндә лә эш алып барыла.
Былтыр инвестиция программаһына ярашлы Туймазы ҡаҙанлыҡ ҡорамалы заводында етештерелгән һәм 95-96 процент файҙалы хеҙмәт коэффициентына эйә булған “RSD-2500” ҡаҙанлығы урынлаштырылған. Әле уны тест тәртибендә файҙаланыу бара.
“Ҡыйғы Коммунальщик” Ҡыйғы һәм Мәсетле райондарының үҙәк район дауаханаларына кер йыуыу хеҙмәте лә күрһәтә. Компания киләсәктә халыҡҡа “химчистка” хеҙмәтен күрһәтеүҙе асырға йыйына.
Былтыр предприятие, Ҡыйғы район хакимиәте заказы буйынса “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” программаһын бойомға ашырып, мәҙәниәт паркының өсөнсө сираттағы ремонт һәм Сәскә урамындағы яңы парк төҙөлөшө эштәрен алып барған. Мәҙәниәт паркында сәхнә, “Ярашыу эскәмйәһе” арт-объекты, арка, япма һәм башҡа ҡорамал урынлаштырылған.
“Башҡорт ихаталары” программаһы нигеҙендә Электр урамындағы 1-се һәм 3-сө йорттар янында юл ремонтлана, автотранспорт өсөн туҡталҡа, балалар майҙансығы, кер киптереү урыны эшләнә, биләмәне яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү ҡорамалы ҡуйыла. Был эштәр өсөн бөтәһе 3 миллион 617 мең һум аҡса бүленгән. Бынан тыш, компания “Төбәк операторы” фонды иҫәбенән бүленгән 855 мең һум аҡсаға күп фатирлы йорттарҙа дүрт подъезға капиталь ремонт эшләгән, ә инде ике подъезды үҙ иҫәбенә рәткә килтергән.
Әйтергә кәрәк, “Ҡыйғы Коммунальщик” инде өс йыл рәттән районда Яңы йыл байрамы майҙанын биҙәй. Компанияның уңған эшсәндәре тыуҙырған әкиәт донъяһын хәтерләткән был төп боҙ ҡаласығы 2019 йылда республика конкурсында өсөнсө урынды яулаған.
Райондың үҙендә теркәлгән һәм урындағы халыҡҡа эш урындары булдырған “Ҡыйғы Коммунальщик” предприятиеһының райондың социаль именлегенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ысынлап та, уның эшен башҡаларға өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Компанияның 2019 һәм 2020 йылдарҙа “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” республика конкурсында еңеүгә өлгәшеүе ошо хаҡта һөйләй ҙә.
Рәмилә МУСИНА. Автор фотолары.