

Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы-2021” III Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын үткәреү көнө билдәле булды.
Төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү, бизнес өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу маҡсатында йыл һайын үткән сарала федераль, республика һәм күрше өлкәләрҙәге эре сәнәғәт кампаниялары етәкселәре, федераль, төбәк власы етәкселәре, Рәсәй һәм сит ил бизнесы вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттар, спикерҙар, фәнни үҙәктәр, белем биреү ойошмалары, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү, уларҙы үҫтереү институттары, бизнес вәкилдәре, төбәктең район хакимиәте башлыҡтарының ҡатнашыуы көтөлә. “Урал аръяғы-2021” III Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы 19-20 августа Сибай ҡалаһында, Баймаҡ районында үтәсәк.