Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Июль , 08:30

Өс ойошмала сираттағы эш этабы тамамланды

Предприятиеларҙа хеҙмәткәрҙәрҙең эшенә яҡынса йомғаҡ яһалды.

Өс ойошмала сираттағы эш этабы тамамланды

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инновация сәйәсәте министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашҡан өс предприятиела – “ОйлГИС”, “УЗДК” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрендә, “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһында диагностика этабы тамамланды.

Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге төбәк үҙәге проекттары етәкселәре өс айлыҡ эш йомғаҡтары буйынса мәғлүмәт бирҙе.

"Предприятиеларҙа хеҙмәткәрҙәрҙең эшенә яҡынса йомғаҡ яһалды. Хәҙер командалар планлаштырылған һөҙөмтәләргә өлгәшеү буйынса эш алып барасаҡ. Иң элек уларға эталон участкаһында, артабан бөтә етештереү линияларында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу бурысы йөкмәтелә", – тине иҡтисади үҫеш һәм инновация сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

Киләһе өс айҙа предприятиелар пилот ағымын ҡулайлаштырыу буйынса саралар планын тормошҡа ашырырға тейеш.

Мәғлүм булыуынса, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылғы май указдары менән раҫланған. Ул илдә 2024 йылға хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын биш процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелә.

 

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова