Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Июль , 14:59

Уңғандарға ҡоролоҡ ҡамасау түгел

Әбйәлилдәр мал аҙығы әҙерләүгә тотондо.

Ауыл эшсәндәре өсөн иң ҡыҙыу осор – мал аҙығы әҙерләү айлығы башланды. Быйылғы йәй ҙә аграрийҙар өсөн артыҡ уңышлы түгел, бигерәк тә көньяҡ-көнсығыш райондарҙа йыл һайын ҡабатлана килгән ҡоролоҡ йәнә өмөттө аҡламаны. Күп төбәктәрҙә яҙҙан алып яҡшылап ямғыр яуманы, ҡайнар ҡояш иген культураларына үҫергә ирек бирмәй, болонлоҡтарҙағы бесән дә көйөп бөттө. Шулай ҙа ауыл эшсәндәре малды имен ҡышлатырлыҡ аҙыҡ запасы туплау, үҫтерелгән уңышты мөмкин тиклем юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн әле болон-ҡырҙарҙа тир түгә. 

Әбйәлил районы хужалыҡтарында ла мал аҙығы әҙерләү ҡыҙыу бара. Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе Шайморат Нәбиуллин белдереүенсә, әле күп фермер мал аҙығы әҙерләүгә дәррәү тотонған. Шартлы һәр бер баш малға 30 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләү ҡаралған.

– Мал аҙығы кампанияһы өсөн иң уңай ваҡыт. Башҡа төбәктәргә ҡара­ған­да, Әбйәлил районында хәлдәр бер аҙ яҡшыраҡ. Иң күп иген  культуралары сәселгән баҫыуҙарға бер аҙ ямғыр эләкте. “Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативында, йылдың нисек булыуына ҡарамаҫтан, һәр саҡ уңыш мул була. Был ергә ҡарата мөнәсә­бәттән, органик һәм минераль ашла­маларҙы ҡулланыуҙан һәм сифатлы орлоҡтан тора. Башҡа фермерҙарҙың да эштәре әлегә насар түгел, әммә ҡоролоҡтан арыу уҡ ҙур зыян күргән баҫыуҙар ҙа бар. Шуға күрә әле хужалыҡтарҙа, шәхси ихаталарҙа бар көс мал аҙығы әҙерләүгә йүнәлтелгән. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, үләндәр һарғайып, тамырынан ҡороп бара, дым етмәгәнлектән, баҫыуҙарҙа хатта ер ярыла, – ти Шайморат Азат улы. 

Әбйәлил районы менән Силәбе өлкәһе  сигендә бесән әҙерләгән Ильяс Һибәтов янына барыр өсөн бар районды урап сығырға тура килде. Уңған фермер алыҫ тип тормаған, үҙ йүнен табып, был ерҙең хужалары менән килешеп, һыйырҙары өсөн мал аҙығы тупларға тотонған. Ауыл фермеры барыһын да алдан хәстәрләгән: эшселәр өсөн туҡталҡа урыны хәстәрләгән, техниканың төҙөклөгө ныҡлы тикшерелгән. Әле баҫыуҙа бер юлы биш техника эшләй.

– Көндәр ҡоро һәм эҫе торғас, бесәндең төшөмө насарыраҡ. Уйлап ҡарағанда, быйылғы ҡоролоҡ шарттарында уныһына ла шөкөр итергә кәрәктер. Шуға күрә сабылған бесәнде ерҙә оҙаҡ ятҡырмай, иртәгәһенә үк төргәктәргә төрөп, кәрәкле урынға алып ҡайтабыҙ. Әле 400 төргәк бесән әҙерләнек, тағы меңгә яҡын эшләһәк, малды имен-аман ҡыш сығара алыр инек, – ти Ильяс Һибәтов.

Ҡушый ауылы фермеры малсы­лыҡ буйынса үҙ эшен асҡан. 2019 йылда “Агростартап” программаһы буйынса 3 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшкән. Ит йүнәлешен һайла­ған эшҡыуар симменталь тоҡомло 17 баш тана һатып ала, тракторлы була. Әле мал һанын нисек тә кәметмәҫкә тырышҡан фермер мал аҙығы әҙерләүҙең башҡа юлдарын да эҙләй. 

Механизаторҙар Ҡадир Мөхәмәт­динов менән Фәйзрахман Ғилманов иртә таңдан кискә тиклем техниканы “йүгәнләй”. “Йылына күрә бындай бесәндең булыуы яҡшы, тип уйлайым. Ана бит, малҡайҙарға ниндәй витаминлы аҙыҡ туплайбыҙ. Боланут үләне лә, аҡ сәскә лә, әрем дә бар. Хуш еҫле һутлы бесәнде ҡыш көнө рәхәтләнеп ашаясаҡ һәүкәштәр”, – тип һүҙгә ҡушыла Фәйзрахман ағай. Тимәк, әбйәлилдәргә ҡоролоҡ ҡамасау түгел, уңыш ҡыуандырмаһа ла, улар булғанын ваҡытында йыйып алырға тырыша. 

Кәримә УСМАНОВА.

Әбйәлил районы.