Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Июль , 21:30

"Бындай техника беҙгә бик кәрәк"

Радий Хәбиров: "Вәғәҙә итеүебеҙсә, МАКС-2021 авиасалонында модернизацияланған Ка-32А11М вертолетына презентация үткәрҙек".

"Бындай техника беҙгә бик кәрәк"

21 июлдә “МАКС-2021” халыҡ-ара авиация-космос салонында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Ростех" дәүләт корпорацияһына ҡараған “Берләшкән двигателдәр төҙөү корпорацияһы” акционерҙар йәмғиәтенең перспективалы эшләнмәләре менән танышты. Улар иҫәбендә – ВК-650В двигателенең күргәҙмә өлгөһө. Комплекттарҙы “ОДК-Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” йәмғиәте етештерә.

Рәсәйҙең Ка-226Т, «Ансат», VRT500 класлы һәм сит илдәрҙең ошондай уҡ йөк күтәрерлек вертолеттарына тәғәйенләнгән преспективалы двигателде ҙур тармаҡ кооперацияһында етештерәләр. Шулай итеп, “ВИАМ” федераль дәүләт унитар предприятиеһы турбиналар, күсмә каналдар өсөн аппараттар һәм башҡалар әҙерләгән. Тағы башҡа эшләнмәләр араһында перспективалы газ турбинаһы авиадвигателе ПД-8 бар.

"Уның концепцияһына һалынған юғары параметрҙар һәм ярашлы экологик баһаламалар яңы двигателдең баҙарҙағы конкурентлыҡҡа һәләтлелеген тәьмин итәсәк, - тип белдерҙе ”ОДК-Климов” акционерҙар йәмғиәте генераль инструкторы Всеволод Елисеев. – Беҙ газ генераторының беренсе өлгөһөн әҙерләнек. Ул инженер һынауҙарының тәүге этабын уңышлы үтте. Артабан сертификатлау һынауҙарын үтеү өсөн двигателдең тәжрибә өлгөләрен йыйырға кәрәк”.

"Барлыҡ проекттарҙы, корпорациябыҙ мөмкинлектәрен файҙаланып, беҙ тормошҡа ашырасаҡбыҙ, - тине “АДК” акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Александр Артюхов. – Шулай итеп, “АДК-Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” яңы эшләнмәләрҙе, шул иҫәптән граждандар авиацияһы өсөн двигателдәрҙе комплектлауҙа 30-40 процент ҡатнаша".

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Технодинамика” акционерҙар йәмғиәте стендын да ҡараны. Холдинг составында – республиканың өс предприятиеһы – Өфө агрегат етештереү берекмәһе, “Гидравлика” һәм “Молния” предприятиелары. Төбәк етәксеһе “Технодинамика” етәкселеге менән етештереүҙе диверсификациялау һәм авиация-космос тармағы өсөн продукция етештереүҙе үҫтереү хаҡында һөйләште.

"Башҡортостандағы авиатөҙөлөш “АДК-Өфө моторҙар эшләү берекмәһе", Күмертау авиация етештереү предприятиеһы ғына түгел. "Ростех"ҡа һигеҙ предприятие инә. Шуға “МАКС-2021” халыҡ-ара авиация- космос салонында күрһәтелгән һәр самолетта беҙҙең төбәктә лә эшләнгән деталь бар, - тине Радий Хәбиров. – Был – ҙур ғорурлыҡ”.

Был сара хаҡында республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә яҙҙы.

"Вәғәҙә итеүебеҙсә, МАКС-2021 авиасалонында модернизацияланған Ка-32А11М вертолетына презентация үткәрҙек. Партнерҙарыбыҙға - "Ростех"ҡа, "Рәсәй вертолеттары"на һәм айырым рәүештә "Ростех"тың индустриаль директоры Анатолий Сердюковҡа рәхмәт белдерәм. Уларҙың булышлығы арҡаһында КумАПП хәҙер өс сменала эшләй, һөҙөмтәлә беҙ етештереүҙе үҫтерә һәм яңырта алабыҙ. Ка-32А11М вертолеты ошо ҙур эш емештәренең береһе булып тора.

Республикала шундай ҡарар ҡабул иттек: быйыл үҙебеҙҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты өсөн ошондай вертолет һатып алабыҙ. Башҡортостан биләмәһе бик ҙур. Уның яртыһы - урмандар, тауҙар, айырым һаҡланған тәбиғәт объекттары. Ғәҙәттән тыш хәлдәр күберәк шундай урындарҙа була. Ошондай техника беҙгә бик кәрәк. Кәрәк булһа, күршеләргә лә ярҙам итәсәкбеҙ.

Беҙҙең авиация кластеры эшләнмәләре һәйбәт, хәрәкәт векторы дөрөҫ. Хәҙер тик алға", - тип яҙҙы республика Башлығы. 

Фото: glavarb.ru

Автор:Айһылыу Низамова