Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Июль , 17:00

Төп бурыс – мөмкинлекте һәм ҡеүәтте күрһәтеү

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә МАКС авиасалонындағы сарала ҡатнашыуҙарын телгә алды.

Төп бурыс – мөмкинлекте һәм ҡеүәтте күрһәтеү

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Жуковскийҙағы МАКС авиасалонындағы сарала ҡатнашыуҙарын телгә алды.

“Бөгөн Мәскәү эргәһендәге Жуковскийҙа, МАКС-2021 авиасалонында эшләйбеҙ. Республикабыҙ тарихында тәүге тапҡыр ошо абруйлы майҙансыҡта Башҡортостан стенды менән таныштырҙыҡ.

Республикабыҙҙан МАКС-2021-ҙә Күмертау авиация предприятиеһы, Өфө приборҙар эшләү берекмәһе, “ОДК-УМПО”, “Техпромсервис” предприятиеһы, “Авиация өсөн двигателдәр”, “Өфө механика”, “Рәсәй Космонавтика федерацияһының төбәк бүлексәһе һәм юғары уҡыу йортобоҙ – Өфө дәүләт авиация техник университеты эшләй.

Әлегә тиклем МАКС-та йыл һайын айырым предприятиеларыбыҙ ҡатнаша торғайны, әммә ошолай берҙәм рәүештә – тәүге тапҡыр. Республика предприятиеларына стенды ойошторорға Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты ярҙам итте. Беҙ күргәҙмәлә ҡатнашыусыларға стендҡа сығымдың 30 процентын субсидияланыҡ, бының өсөн федераль финанслау сығанағы таптыҡ.

Төп бурыс – авиация-йыһан йүнәлешендә мөмкинлегебеҙҙе һәм ҡеүәтебеҙҙе күрһәтеү. Ә улар беҙҙә бик ҙур”, – тип яҙған Радий Хәбиров.

 

Фото: vk.com

Сығанаҡ: vk.com/wall413272232_656335

 

Автор:Лилия Давлетбакова