Иҡтисад
22 Июль 2021, 12:20

Ике предприятиеға – “Ашығыс экспорт ярҙамы”

Эксперттар төркөмө “Артех” һәм “НовТек Яңы Технологиялар” йәмғиәттәренең эше менән танышты.

Ике предприятиеға – “Ашығыс экспорт ярҙамы”Ике предприятиеға – “Ашығыс экспорт ярҙамы”
Ике предприятиеға – “Ашығыс экспорт ярҙамы”

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә “Ашығыс экспорт ярҙамы” вәкилдәре Өфө районындағы экспорт йүнәлешендәге ике предприятиела булды. Мәғлүм булыуынса, республикала был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

Эксперттар төркөмө “Артех” һәм “НовТек Яңы Технологиялар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренең эше менән танышты. Улар шәхси консультация бирҙе, етештереү барышын ҡараны, тауарҙы экспортҡа сығарыу буйынса эш планын төҙөнө.

“Артех” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тауарҙы күпләп төрөп, аҫлыҡҡа һалыу ҡорамалдары етештерә. Компания өр-яңы универсаль узелдар эшләү һәм проектлау менән шөғөлләнә. Төп йүнәлеш – төргәкте роботтар ярҙамында сығарыу. Былтыр “Артех” 25 роботты ғәмәлгә индергән.

“НовТек Яңы Технологиялар” йәмғиәте иһә, 15 йыл инде геофизика һәм нефть-газ сервисы өсөн күсмә техника етештерә. Уның төрлө тәғәйенләнештәге каротаж күтәргестәренә, лабораторияларына, киң файҙаланыуҙағы күсмә станцияларына ихтыяж ҙур.

 

 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: https://foreign.bashkortostan.ru/presscenter/news/382522/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/126120

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас