

Башҡортостанда ауыл хужалығы техникаһы паркын яңыртыу дауам итә. Ағымдағы йылдың алты айында төбәккә 6,1 миллиард һумлыҡ 1,813 мең берәмек техника һатып алынған. Был, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, 30 процентҡа күберәк.
- Ауыл хужалығы техникаһын тотороҡло яңыртыу баҫыу эштәрен оптималь агротехник ваҡытта атҡарырға булышлыҡ итә. Шулай итеп, төбәктә барған уңыш йыйыу эштәрендә 3,9 мең иген йыйыу комбайн ҡатнаша. Был, 2020 йыл менән сағыштырғанда, 100 комбайнға күберәк, - тип белдерҙе республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Ауыл хужалығы техникаһы паркын яңыртыуҙа республиканың техник һәм технологик модернизациялау программаһы мөһим роль уйнай. Ул аграрийҙарға ауыл хужалығы техникаһын һәм ҡоролмаларын һатып алыуға сығымдарҙы субсидияларға булышлыҡ итә. Мәҫәлән, былтыр ауыл хужалығы техникаһын һәм ҡоролмаларын һатып алыуға киткән сығымдар өлөшөн ҡайтарыуға республика бюджетынан 1,8 милллиард һум аҡса бүленгәйне.
Яңы техниканы һатып алыуға лизинг компанияларҙың ташламалы тәҡдимдәре булышлыҡ итә. Аграрийҙар улар менән әүҙем шөғөлләнә. Росагролизинг программаһы буйынса етештереүселәр быйыл ярты йыллыҡта 2,8 миллиард һумға торошло 299 ғаризаны тапшырғайны. 2 миллиард һумлыҡ 299 ғариза раҫланды. Йыл башынан Росагролизинг Башҡортостанға 1,2 миллиард һумлыҡ 246 берәмек техника килтергән.
Фото: pravitelstvorb.ru