Иҡтисад
23 Июль 2021, 04:42

Әлегә тырышлыҡ менән алдырабыҙ

Ауыл хужалығы министры яңы технологиялар ҡулланырға саҡыра.

Республиканың 40 районында ужым культураларын йыйыу әүҙем бара, 26-һында ярауай культураларҙы һәм ҡуҙаҡлыларҙы сабыуға төшкәндәр. Дөйөм алғанда, 146 мең гектарҙа иген сабылған, 224 мең тонна яңы уңыш һуғып алғандар. Бөгөнгө күрһәткестәргә ҡарағанда, ужым культураларының гектар ҡеүәте 18,2 центнер булған, яҙ сәселгән игендең һәм ҡуҙаҡлыларҙың күрһәткесе – 12,6 центнер.

 Саҡмағош районында ужым культураларының уңышы иң һәйбәте – гектарынан 30 центнер һуғалар. Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы райондары был йәһәттән саҡ ҡына ҡалыша – гектарынан 25 центнер сыға. Ярауай культураларҙың һәм ҡуҙаҡлыларҙың уңышы менән иһә Өфө районында маҡтана алалар. Унда уртаса күрһәткес – гектарынан 20,1 центнер.

Ялан батырҙарына тағы 3 миллион гектар майҙандан уңышты йыйып алырға кәрәк, шул иҫәптән 1,74 миллион гектар майҙандан – иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы, 363 мең гектарҙан – ужым культураларын.

Быйылғы ураҡ алдынан ауыл хужалығы эшсәндәре зоналар буйлап “Баҫыу көндәре”нә йыйылды. Тәүге семинар-кәңәшмәләр Ҡалтасы һәм Әлшәй райондарында үтте.

– Һуңғы осорҙа күрше төбәктәрҙең сәсеү майҙандарында булырға тура килде, уларҙы үҙебеҙ менән сағыштырып ҡараныҡ. Республикала эре компаниялар, ваҡ крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ла, ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр ҙә ҡулланған ер эшкәртеү алымы мине ҡыуандыра. Быйылғы миҙгел ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн һынау булды: күпселек райондар ҡоролоҡ арҡаһында уңышын юғалтты. Шулай ҙа беҙгә климаттың үҙгәреүенә әҙер булырға, яңы тех­нология­ларҙы өйрәнергә, сыҙамлы сорттарға һынау үткәрергә кәрәк, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Стәрлетамаҡ районының “Явнов исемендәге хужалыҡ” предприятиеһы ла уңыш йыйыуға төшкән. Етәксеһе Руслан Насиров билдәләүенсә, 350 гектар майҙанда ужым арышын һәм 70 гектарҙа ужым бойҙайын йыйып алырға кәрәк. Был хужалыҡта 2000 гектар ер эшкәртәләр. No-till технологияһы буйынса баҫыуҙарҙы һөрмәйенсә эшләйҙәр. Ваҡлатылған һалам сүп үләндәренә үҫергә мөмкинлек бирмәй, ашлама булып та хеҙмәт итә. Ерҙә дым һәйбәт һаҡлана, елдән һәм ҡоролоҡтан тупраҡ ярылмай.

Ураҡта ике комбайн эшләй. Тәүҙә баҫыуҙы сабып сығалар, бакуйҙарҙағы иген елләп, өлгөргәс, һуғып алалар.

– Ужым арышының “сулпан-7” сортына өҫтөнлөк бирәбеҙ. Башта гектарынан 50 центнер алырға иҫәп тота инек, ҡоролоҡ үҙ көйөн индерҙе. Тимәк, 30 – 35 центнер булыр, моғайын. Был баҫыуҙа юғары сифатлы уңыш алыр өсөн барыһы ла эшләнде: ашлама индерелде, ике тапҡыр утанылар. Быйылғы шарттар өсөн уңыш күләме һәйбәт, – ти Руслан Тимерғәле улы.

Ысынлап та, башаҡтар тигеҙ тулышҡан, сүп әҫәре күрмәҫһең. Бындай игенлектән уңыш йыйыуы ла күңелле. Комбайнда быйыл Рәмзис Шазмаев, Петр Быков, Раүнәт Тохтағоловтар эшләй. Водителдәр Павел Семенов менән Сергей Ефимов йыйылған уңышты ырҙынға ташып тора.

Мал аҙығы әҙерләүҙе хужалыҡта ошо көндәрҙә тамамлаясаҡтар. 400 баш малдың 150-һе – һауын һыйырҙары. Көндәлек һауым Стәрлетамаҡ һөт заводына ваҡытында тапшырыла. Йәйләүҙәге һыйырҙарҙы һауған Сарья Дрюцкая, Миңлегөл Шәңгәрәева, Светлана Максимова, Лариса Фәхриева­ларҙың барыһы ла хужалыҡта оҙаҡ йылдар эшләй.

 

* * *

Дүртөйлө районында ла хужалыҡтар ураҡҡа төшкән. Уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу – төп маҡсаттарҙың береһе. Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Салауат Ислаҡаев билдәләүенсә, барлыҡ хужалыҡтар ҙа уңыш йыйыуға төшкән.

– 16 эре, 9 крәҫтиән (фермер) хужалығы баҫыуҙарҙа эш башланы. Әлбиттә, ҡоролоҡ арҡаһында көткән уңышты ала алмаясаҡбыҙ. Әле баҫыуҙарҙың 25 процентында уңыш йыйылды. Уртаса күрһәткес гектарынан 14 – 25 центнер тәшкил итә, – тине Салауат Раффаҡ улы.

Тәүгеләрҙән булып комбайндар Вәлиев исемендәге тоҡомсолоҡ хужалығы баҫыуҙарына юлланған.

– Механизаторҙар борсаҡ һуға башланы. Әлеге баҫыуҙың майҙаны – 517 гектар, унда “памяти Хангильдина” тигән сортты сәстек. 60 гектар майҙанда һынау өсөн “томас” тип аталған яңы сортты ҡулланғайныҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл борсаҡтың гектарынан 15 – 17 центнер ғына уңыш йыйып аласаҡбыҙ. Был, әлбиттә, ҡоролоҡҡа бәйле. Борсаҡты сабыуға “МакДон” һәм “Челленджер” комбайндары йәлеп ителде. Механиза­торҙар Рәүзәт Ғиззәтуллин менән Илфаҡ Ғәзетдиновтар эшләй уларҙа. Һуғыуға иһә алты комбайн төштө. Уларҙы Фәрит менән Раил Аҫылгәрәевтәр, Александр Чернышев, Дамир Хәбибуллин, Алмас Сәғҙиевтәр йөрөтә. Башҡортостан дәүләт аграр университеты студенттары Иҙел Сөләймәнов менән Алексей Самойлов та, тәжрибә туплап, ҙур ярҙам күрһәтә, – тине хужалыҡтың баш агрономы Рус­лан Фәйзрахманов.

 

- Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Читайте нас