Иҡтисад
23 Июль 2021, 16:30

Пластик эшкәртеү комплексы асыла

Проект республика өсөн бик мөһим, сөнки тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға булышлыҡ итәсәк.

Пластик эшкәртеү комплексы асылаПластик эшкәртеү комплексы асыла
Пластик эшкәртеү комплексы асыла

Башҡортостанда “Благовещен” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең яңы резиденты – “БиоФлекс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте теркәлде.

Компания икенсел ПЭТ-шешәләрҙе эшкәртеү һәм аҙыҡ-түлек төргәгендә файҙаланылған флекс (ваҡ пластмасса киҫәктәре) етештереү комплексы асыу буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырырға ниәтләй.

"Проект республика өсөн бик мөһим, сөнки тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға булышлыҡ итәсәк. Инвестиция проекты юғары технологиялы заманса флекс производствоһын асыу һәм республикала, шулай уҡ күрше төбәктәрҙә ПЭТ-тараны күпләп йыйыуҙы тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк. Был эште тормошҡа ашырыуға 470 миллион һумдан ашыу инвестиция йүнәлтеү планлаштырыла. Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты статусы инвесторға дәүләт яғынан һалым ташламалары кеүек ярҙам гарантиялай һәм бизнесты алып барыу өсөн уңайлы, һөҙөмтәле шарттар тыуҙырасаҡ", – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Инвестиция проектын 2021 – 2028 йылдарҙа тормошҡа ашырыу күҙаллана.

"Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһен үҫтереү – Башҡортостан Хөкүмәтенең республикаға инвестиция йәлеп итеү эшенең мөһим йүнәлештәренең береһе. Бынан тыш, йылына 13 мең тоннаға тиклем икенсел ПЭТ-шешәләр эшкәртеү ҡеүәтенә эйә булған производство асыу тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға булышлыҡ итеп кенә ҡалмаясаҡ, шулай уҡ 60-тан ашыу эш урыны булдырыуҙы тәьмин итәсәк", – тине иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Екатерина Кликунова.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52161

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52161

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас