

“МАКС-2021” халыҡ-ара авиация-йыһан салонында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Ростех” дәүләт корпорацияһына ингән Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһының ҡаҙаныштары менән танышты.
Улар иҫәбендә – ВК-650В двигателенең күргәҙмә өлгөһө. Уның комплектлау өлөштәрен Өфөнөң “ОДК-УМПО” асыҡ акционерҙар йәмғиәте сығара. Перспективалы двигатель еңел класлы Ка-226Т, “Ансат”, VRT500 Рәсәй вертолеттарында һәм ошондай уҡ класлы сит ил осҡостарында файҙаланыу өсөн тәғәйенләнә. Ул киң тармаҡ кооперацияһында сығарыла. Мәҫәлән, “ВИАМ” федераль дәүләт унитар предприятиеһы турбиналарҙағы сопло аппараттарының, күсмә каналдарҙың һәм башҡа узелдарҙың ҡатлаулы әҙерләмәләрен етештергән. Берләштерелгән двигателдәр эшләү кооперацияһы предприятиелары, шул иҫәптән “ОДК-УМПО” йәмғиәте “ВИАМ”дың әҙерләмәләренән деталдәр һәм узелдар эшләгән. Әле Өфө мотор эшләүселәре киләсәктә двигатель деталдәрен етештереүҙе тулыһынса үҙләштереү өсөн ошо әҙерләмәләрҙе иретеп йәбештереү технологияһын ғәмәлгә индерә.
Ҡаҙаныштар араһында ПД-8 перспективалы газ турбиналы авиадвигателе лә бар.
– Уның концепцияһына һалынған юғары күрһәткестәр, экологик үҙенсәлектәр баҙарҙа яңы двигателдең көнәркәшлек ҡеүәһен тәьмин итәсәк, – тине “ОДК-Климов” акционерҙар йәмғиәтенең генераль конструкторы Всеволод Елисеев. – Беҙ газ генераторының тәүге өлгөһөн сығарҙыҡ. Ул инженерлыҡ һынауҙарының тәүге этабын уңышлы үтте. Артабан сертификация һынауын тотоу өсөн двигателдең тәжрибә өлгөләрен йыйыу бурысы тора.
– Яңы проекттарҙың барыһын да корпорациябыҙ предприятиеларының мөмкинлектәрен киң файҙаланып тормошҡа ашырабыҙ, – тип белдерҙе “ОДК” йәмғиәтенең генераль директоры Александр Артюхов. – Мәҫәлән, “ОДК-УМПО” яңы эшләнмәләрҙе комплектлауҙа 30-40 процентҡа ҡатнаша.
Республика Башлығы Радий Хәбиров “МАКС” салонында шулай уҡ “Ростех” составына ингән “Технодинамика” акционерҙар йәмғиәте стендын ҡарап сыҡты. Холдингка республиканың өс предприятиеһы инә: Өфө агрегат етештереү берекмәһе, “Гидравлика” агрегат предприятиеһы һәм “Молния” фәнни-етештереү предприятиеһы. Төбәк етәксеһе “Технодинамика” етәкселеге менән производствоны үҙгәртеп ҡороу, авиация-йыһан тармағы өсөн продукция сығарыуҙы арттырыу мөмкинлектәре буйынса фекер алышты.
– Башҡортостанда авиация төҙөлөшө “ОДК-УМПО” һәм Күмертау авиация предприятиеһы ғына түгел. “Ростех” дәүләт корпорацияһына Башҡортостандан һигеҙ предприятие инә. Шуға күрә “МАКС-2021” авиасалонында күрһәтелгән һәр самолетта тиерлек беҙҙең төбәктә эшләнгән деталь йәки узел бар, – тине Радий Хәбиров. – Был – ҙур ғорурлыҡ.
- Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА.