Иҡтисад
23 Июль 2021, 18:00

Райондарҙа эшҡыуарҙар ниҙәргә мохтаж?

Йылайыр гөрөздәһе тураһында, Бөрйән балы кеүек, бөтәһе лә белергә тейеш.

Райондарҙа эшҡыуарҙар ниҙәргә мохтаж?Райондарҙа эшҡыуарҙар ниҙәргә мохтаж?
Райондарҙа эшҡыуарҙар ниҙәргә мохтаж?

Бөгөн Башҡортостан Үҫеш корпорацияһында брендлы продукция сығарыу, туризм, республиканың дүрт районының сеймал базаһы мәсьәләләре тураһында һөйләшеү булды.

Кәңәшмә онлайн-осрашыуҙар тәртибендә барған сараларға ярашлы ойошторолдо. Уларҙы үткәреү ниәтен республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров та хуплағайны. Бында корпорацияның генераль директоры Наил Ғәббәсов, республиканың иҡтисади үҫеш һәм инновация сәйәсәте министры урынбаҫары Д. Ғәлиуллин, шулай уҡ Йылайыр, Балаҡатай, Дәүләкән, Баймаҡ райондары вәкилдәре ҡатнашты.

Йылайыр районы вәкиле М. Люляев менән әңгәмәлә бер нисә тармаҡ ҡаралды, улар араһында туризмды үҫтереүгә айырым иғтибар бүленде. Сеймал базаһын ҡулланып, районды танытырға мөмкин тигән фекер өйрәнелде. “Йылайыр районы үҙенең бәшмәктәре менән данлы, – тине Н. Ғәббәсов. – Рәсәйҙең элекке Премьер-министры В. Черномырдинға тап ошонда үҫкән гөрөздәләрҙе алып барғандарын белмәйҙәрҙер ҙә әле. Йылайыр гөрөздәһе тураһында, Бөрйән балы кеүек, бөтәһе лә белергә тейеш. Районды республиканан ситтә лә танытырлыҡ бренд уйлап сығарырға мөмкин”. Н. Ғәббәсов ошо йүнәлештә бергәләп эшләй башларға тәҡдим итте.

Балаҡатайҙың бизнес-шерифы А. Шафиҡов әйткәненсә, эшҡыуарҙар районды бар яҡлап үҫтерергә тырыша, әммә ҡайһыларына ресурстар етмәй.

Дәүләкәндә лә оҡшаш хәл күҙәтелә. Был турала әлеге төбәктең бизнес-шерифы О. Артемьева һөйләне. Эшҡыуарҙар туризмды үҫтереү һәм юл буйы сервистары төҙөү буйынса проекттар эшләй, тик матди яҡтан етешә алмау, дәүләт ярҙамы хаҡында белмәү уларҙы тормошҡа ашырырға ҡамасаулай.

Баймаҡ районы вәкиле И. Абдуллин да туризм өлкәһенә иғтибарҙы йүнәлтте. Талҡаҫ буйы глэмпингтар төҙөү өсөн һәйбәт, тип билдәләне ул. Был районды ял өсөн уңайлыраҡ итергә, һалымдар ҡайтарырға һәм эш урындары булдырырға булышлыҡ ҡылыр ине.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас