Иҡтисад
24 Июль 2021, 03:00

Иң мөһиме - халыҡтың ышанысы

“Нефтекамскстройзаказчик” муниципаль унитар предприятиеһы Нефтекаманың 25-се биҫтәһендә 315 фатирлы ике йортто төҙөүгә рөхсәт алған.

Иң мөһиме - халыҡтың ышанысыИң мөһиме - халыҡтың ышанысы
Иң мөһиме - халыҡтың ышанысы

“Нефтекамскстройзаказчик” муниципаль унитар предприятиеһы Нефтекаманың 25-се биҫтәһендә 315 фатирлы ике йортто төҙөүгә рөхсәт алған. Улар дүрт ер участкаһында сафҡа индереләсәк.

"Алдыбыҙҙа - 2024 йылға – 2,950 миллион квадрат, 2030 йылға дүрт миллион квадрат метрҙан кәм булмаған торлаҡты сафҡа индереү. Беҙ планлы рәүештә ошо күрһәткестәргә яҡынаябыҙ, - тип хәбәр итте республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов. – Ҡуйылған бурыстарҙы үтәүҙә муниципаль берекмәләр, ҡала округтары хакимиәттәре ҙур эш алып бара. Төбәк милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында социаль һәм инженер инфраструктура объекттарын төҙөүгә финанслауҙы әүҙем йәлеп итә. Был иһә үҙ сиратында граждандарҙың йәшәйеше өсөн уңайлы шарттарҙы комплекслы булдырыуға булышлыҡ ҡыла. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа Нефтекама өсөн ярты миллиард һум тирәһе йәлеп итә алдыҡ, бөгөн атҡарылған эштең һөҙөмтәһен күрәбеҙ. Иң мөһиме – быны урында йәшәгәндәр белә".

Проектлағанда коммуникацияларҙың оптималь урынлашыуы ҡаралған. Был иһә объекттарҙың энергия йәһәтенән һөҙөмтәлелеген тәьмин итә. “Нефтекамскстройзаказчик” муниципаль унитар предприятиеһы төҙөгән йорттарҙа һәр фатирҙың газ менән йылытылыуы конкурентлылыҡ йәһәтенән өҫтөнлөк булып тора.

"2000 йылда тәжрибә рәүешендә республикала беренсе тапҡыр күп фатирлы йорттарҙағы һәр фатирҙы шәхси газ менән йылытыуҙы индерҙек. Был перспективалы йүнәлеш булып сыҡты", - тип белдергән “Нефтекамскстройзаказчик” муниципаль унитар предприятиеһы директоры Валерий Дзиневский.

Әйткәндәй, был ойошма урындағы төҙөлөш тармағында алдынғыларҙың береһе, республикала эре предприятиелар иҫәбендә. Уның Нефтекама ҡалаһында бала табыу йортон реконструкциялау, 42-се балалар баҡсаһын психоневрология һәм наркология диспансеры итеп үҙгәртеп ҡороу, Ротково биҫтәһендә 220 урынлыҡ балалар баҡсаһы булған башланғыс мәктәп төҙөү кеүек эштәрҙе атҡарыуҙа өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә булдырылған “Демография”, “Мәғариф” милли проекттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас