Иҡтисад
24 Июль 2021, 06:30

Уңыш юғалтыуһыҙ йыйып алынырмы?

Ҡырмыҫҡалы районының Боҙаяҙ ауылы эргәһендә яңы уңышты йыйып алыу стратегияһын төҙөү буйынса семинар-кәңәшмә үтте. .

Уңыш юғалтыуһыҙ йыйып алынырмы?Уңыш юғалтыуһыҙ йыйып алынырмы?
Уңыш юғалтыуһыҙ йыйып алынырмы?

23 июлдә Ҡырмыҫҡалы районының Боҙаяҙ ауылы эргәһендә яңы уңышты йыйып алыу стратегияһын төҙөү буйынса семинар-кәңәшмә үткәрелде.

Сарала Рәсәй Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы комитеты рәйесе урынбаҫары Павел Качкаев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, республиканың Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре, райондар башлыҡтары урынбаҫарҙары һәм башҡалар ҡатнашты.

"Аграрийҙар үҙ эшендә ҡоролоҡтоң мөмкин булыуын иҫәпкә алып эшләргә өйрәнгән, - тип белдерҙе Илшат Фәзрахманов. – Һауа торошоноң циклдар буйынса булыуын, ҡоролоҡло миҙгелдәрҙең ҡабатланыуын күҙәтәбеҙ. Шуға йылдан-йыл аҙыҡ-түлектең йыл ярымлыҡ запасын әҙерләнек, быны белмәгән кешеләр аптырай. Быйылғы мал аҙыҡ-түлегенә уңышлы булмаған йыл алдан запас йыйыу кәрәклеген күрһәтә лә. Кемдең бесән, аҙыҡ-түлек запасы бар, уларға еңелерәк".

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров семинарҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм уңыш йыйыу өсөн рух ныҡлығы, яҡшы һауа торошо, ер хеҙмәтсәндәренә ныҡлы сәләмәтлек теләне.

"Ныҡ эҫе көндәрҙе үткәрҙек, өс ай буйы тиерлек - юғары температура, ямғырһыҙлыҡ. Әле йәнә эҫе осор етә. Был үҫтерелгән культураларҙы ҡыҫҡа ваҡытта йыйып алырға кәрәк. Баҫыу көнө – аграр сәнәғәт тармағында алдынғы практикаларҙы таратыу", - тип белдерҙе Павел Качкаев.

Дәүләт сорт комиссияһы федераль хеҙмәт етәксеһе Иван Леонтьев баҫыуҙарҙа сортты һынауҙы күрһәтте. Шулай итеп, республикалағы барлыҡ аграрийҙар үҙҙәренең тәжрибәләре менән Баҫыу көнөндә уртаҡлашасаҡ. Киләһе Баҫыу көнө 27 июлдә Балаҡатай районында үтәсәк.

Фото: Ауыл хужалығы министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас